АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
4 Мая 2021, 16:05

Һарайҙар булды таштан...

Әүәле беҙҙең ауылыбыҙҙа аласыҡ, келәт, ҡоймалар, һарайҙар төҙөлгән ине таштан. Ул таш ҡоролмалар миңә мәңге емерелмәҫ, мәңге аумаҫ, мәңге ергә шиңмәҫ һымаҡтар ине. Ул һарайҙар әле лә шул көйөнсә һаҡланғандар, әммә бөтәһе лә түгел. Мәҫәлән, беҙҙең өләсәйҙең таш аласығы хәҙер юҡ, Сөйөмбикә инәйҙең ҡоймаһын да, аласығын да ДТ менән эттереп өйөп ҡуйҙылар , ергә һеңеп бөттө инде таштары. Иҫке мәктәп һарайы ла яртылаш һүтелгән көйө ултыра...

Әүәле беҙҙең ауылыбыҙҙа аласыҡ, келәт, ҡоймалар, һарайҙар төҙөлгән ине таштан. Ул таш ҡоролмалар миңә мәңге емерелмәҫ, мәңге аумаҫ, мәңге ергә шиңмәҫ һымаҡтар ине. Ул һарайҙар әле лә шул көйөнсә һаҡланғандар, әммә бөтәһе лә түгел. Мәҫәлән, беҙҙең өләсәйҙең таш аласығы хәҙер юҡ, Сөйөмбикә инәйҙең ҡоймаһын да, аласығын да ДТ менән эттереп өйөп ҡуйҙылар , ергә һеңеп бөттө инде таштары. Иҫке мәктәп һарайы ла яртылаш һүтелгән көйө ултыра.
Ә бына Сәйҙә апайҙарҙың таш һарайы әле лә шул көйө! Минең унда күптән ингәнем юҡ. Бер инергә ине, тип уҡталғаным да булды... Ләкин, баласаҡтың йылы хәтирәләрен бер бөтөн көйөнсә генә һаҡлағым килде--уйымдан кире ҡайттым.
Беҙ кескәй саҡтағы шул таш һарай зиннәтле хазина һарайы һымаҡ хәтеремдә уйылып ҡалған.
Ул һарай эсендә ”юҡ"тың үҙе юҡ ине.
Бейек түбәле, ер иҙәнле ҙур һарай. Ап-аҡ бур менән ағартылған мейескә төкәтеп кенә йәтеш ҡаҙанлы усаҡ, усаҡ алдында сипсы, ҡуҙһалғыс, тәртешкә, эсендә һүнгән күмерҙәр менән ҡапҡаслы сөгөн, ҡанат һепертке. Һике һәм һике өҫтөндә шкаф , ул шкафтың эсе сәй ҡурғаштары менән биҙәлеп бөткән. Урҙала таҫтамалдар, киндер тоҡтар, киндер ашъяулыҡ. Бер яҡ мөйөштә салғы, ағас тырма, һәнәктәр, ҡарағас мискәләр, ҡул тирмәне, ике-өс тоҡ бойҙай--берәйһе Хәлил тирмәненә барһа бәлән, он тарттырырға , тип әҙерләп ҡуйғандарҙыр, күрәһең.
Беҙҙең буй етмәҫ ерҙә тәҙрә уйылған. Өҫтә кипкән ҡайын миндектәре, ишек башында кипкән артыш, түрбаштараҡ кипкән ҡыҙыл, һары мәтрүш, бәләкәс тоҡсайҙарҙа муйыл, еләк, энәлек , әлморон емештәре, һарыҡ-кәзәнең тоҙлап эленгән кипкән эс майҙары. Ул һарай эсендә матур ғына бер ҡошсоҡ та оя ҡороп, бала сығарғайны, ҡыйыҡтағы тишектән осоп сығып китә лә, суҡышына тәм-том эләктереп осоп килеп инә ине әсәй турғай.
Һарайҙың бер мөйөшөндә төрлө төҫтәге йөндәрҙән һуғылған матур балаҫ, арҡыры, буй юрғандар түшәлгән урындыҡ торор ине. Урындыҡ мөйөшөндә бер юрған, бер яҫтыҡ йыйылып ҡуйылған, уның янында ап -аҡ болот һымаҡ күпереп торған яҙғы йөн менән ҡолға тора.
Урындыҡтың уртаһында ашъяулыҡ түшәлеп, ашъяулыҡ ситендә эре ҡыҙыл шау сәскәле батмус өҫтөндә балҡып китеп самауыр торор , ә самауыр төбөндә һарайҙың иң зиннәтле хазинаһы -Әбехәйәт инәй хуш еҫле сәй яһап ултырыр ине. Ул ап-аҡ йөҙлө, ҡылған сәсле , йәтеш кенә кәүҙәле инәй. Уның сәйнүк тотҡан ҡулдары ла ап-аҡ ҡына булып ҡартайғайнылар. Аҡҡа ҡыҙыл сәскәләр, ыуаҡ ҡына йәшел япраҡтар төшкән кизе яулыҡ ябынған, япмалы аҡ күлдәк, ҡара ситектән, аҡһыл йәшел төҫтә флүш камзулда ултырыр ине. Самауыры йырлап туҡтаһа, мейес эсендә баҙлап ятҡан ҙур күмерҙе сипсыһына эләктереп кенә, теүәсәйҙе сисә килеп , самауыр торбаһына төшөрөп ебәрер ине. Урындыҡтан мейескә , мейестән урындыҡҡа тиклем атлаған арала камзулына баҫылған көмөш тәңкәләре ҡолаҡты иркәләп сың-сың киләләр...
Бала саҡта әсәйгә эйәреп килә инек. Үҫә төшкәс үҙебеҙ Сәйҙә апайҙың балалары менән донъяларыбыҙҙы онотоп уйынға әүрәр булдыҡ.
Асыҡһаҡ, йүгереп инеп урындыҡтағы ашъяулыҡты уратып алыр инек, Әбехәйәт инәй дөгөнән бутҡа бешереп табынға ултырта, бутҡа уртаһына ҙур һары май ырғытып һала, боһорап ултырған бутҡа эсендәге май түп -түңәрәк кенә һап-һары ҡояш һымаҡ инде! Шунан малайҙарҙың олорағы фәлән диңгеҙ ошолайтып болғанып ята, имеш, тип балғалағы менән бутҡаны болғарға керешә. Беҙ эс ҡатҡансы көлөшәбеҙ. Ишеге асыҡ ҡалған һарай эсенә төшкө ашҡа дүрт-биш тауыҡ, ут ҡыҙыл әтәс инеп сығалар. Тышта әҙәп һаҡлап ҡына эт беҙҙең сыҡҡанды көтөп ҡойроғон болғап тора. Уға ла күстәнәс эләгә. Ә Орлик ҡушаматлы кәзә тәкәһе әҙәп белмәй, урындыҡ эргәһенә тиклем килеп, ярты телем икмәк ҡабып сығып китә.
Сәйләп бөткәс , Әбехәйәт инәй, самауырҙы эйелтеп , сынаяҡ аҫтына ҡайнар һыу ағыҙып ала ла, шул сынаяҡ аҫтындағы һыуға сынаяҡтарҙы сылатып, таҫтамал менән һөртөп, батмусҡа түңкәреп “бисмилла" итеп яба ла, самауырға тағы һыу өҫтәп, ҡуҙ һала.
Аҙыраҡ торғас, Сәйҙә апай эштән ҡайта:
-Ҡәйнәм, сәй генә эсәм дә йүгерәйем.
-Ииих , ниңә генә беҙҙең дә өләсәй тере булып, самауыр төбөндә генә ултырмай икән,--тип бошонор булдым.
Сәйҙә апайҙың инәйгә ҡәйнәм , тип әйтеүенә аптырайым. Әсәйенә ниңә улай ,тип өндәшә икән, тим. Әллә ҡәйнәм тигән һүҙе берәй дәрәжәне аңлатҡан һүҙме?
Бер саҡ шулай әсәйгә әйтә ҡуйҙым.
-Әсәй, әйҙә “ҡәйнәм"де үҙебеҙгә алайыҡ.
-Һинең ҡәйнәң бармы, әйҙә алайыҡ һуң...
-Сәйҙә апайҙарҙа ултыра ,,ҡәйнәм", уны үҙебеҙгә алайыҡ. Беҙҙең сынаяҡтарҙы һөртөр, сәйҙе лә матур яһай. Күргәнһеңдер әле, сәйнүген өҫкәәә күтәрә лә , шунан кире аҫҡа төшөрөп яһай.
Әбехәйәт инәйҙең Сәйҙә апайҙың әсәйе түгел икәнен, мәрхүм Ғәлим еҙнәйҙең әсәһе , шуның өсөн уға ,,ҡәйнәм" тип өндәшеүен аңлатты әсәй миңә.
“Ҡәйнәләрҙе лә әсәй һымаҡ ныҡ яратып була икән..." бер ни тиклем Сәйҙә апайға һоҡланып йөрөнөм.
Ғәлим еҙнәй Ялтыркүлдә көтөү көткәндә һыу ғына инеп сығайым, тип сумғанда, ҡабат сыҡмаған да ҡуйған. Үҙе моряк булған кеше, нисек кенә улайтып ҡуйҙы икән, тип халыҡ илашҡан, ҡайғырған. Беренән береһе бәләкәй биш бала менән Сәйҙә апайыбыҙ егерме һигеҙ генә йәшендә генә тол, балалар етем, Әбехәйәт инәй яңғыҙ ғына улын ерләп ҡуйҙы. Оло ҡайғы уларҙың бөтәһен дә берләштереп, сабыр күтәргәндәрҙер инде. Беҙҙең атай, әсәйҙәр, күрше -күләне ташламанылар: бесәнгә барыштылар, утын бысыштылар, картуф баҡсаларын һөрөп бирҙеләр. Ҡул ярҙамы һона алмағаны һүҙ менән йыуаттылар.
Шулай Кәбирә апайым бер бөртөк кенә улы Илдусы менән Сәйҙә апайҙарға килгән. Сәйҙә апайҙың улдары бойоғошоп , илашып ҡына ултырғандар күрәһең.
-Ҡайтыр ул атайығыҙ, ҡайтыр плащтар кейеп, ҡалпаҡтар кейеп-, йыуатырға эшкингән иптәштәрен Илдус. Кәбирә апай ул мәлдә Ирәндек аръяғында тормошта булып , улын күтәреп айырылып ҡайтып төшкәйне.
-Ағастың бейегенән ҡоланым, бүтәнсә тормошҡа сыҡмайым, тип әйтә торғайны Кәбирә апай. Йәноҙаҡ еҙнә улын күрергә килеп йөрөгән , ҡалпаҡтар , плащтар кейеп килгәндер инде улына.
Сәйҙә апай ҙа, Кәбирә апай ҙа бүтәнсә тормошҡа сыҡманы. Улдарын да кәм-хур итмәнеләр.
Башҡа малайҙар сәпит менһәләр, Сәйҙә апай ҙа улдарына сәпит алды, матай менһәләр, матайын да алды.
Шулай ғүмер һөрҙөләр.
Аҙаҡ Әбехәйәт инәйҙе ҡыҙы үҙенә алды, ә Сәйҙә апай үҙнең әсәһе Асия инәйҙе алып көттө.
Бала ғынамын , ә үҙемдең ниңә был донъя түп-түңәрәк түгел икән, ниңә генә китектәре бар икән , тип уйланып йөрөр ғәҙәтем булды. Ниңә ике өләсәй ҙә, ниңә атай, әсәй мәңгелек түгелдәр икән? Анау таш һарайҙар һымаҡ.
Ээй, алйот, таш булған өсөн улар мәңгеләр бит...
Ә кешене бүтән нәмәнән әүәләгән Алла бабай...

Сулпан Абдрахимова.
Читайте нас