АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
3 Мая 2021, 10:00

Аҡҡош ҡарғышы ебәрмәй

Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп аҡҡоштар ҡайта… Әммә меңәр саҡрымдар осоп, ҡанаттарын талдыра-талдыра беҙҙең тарафтарға ашығыусы күсмә ҡоштарҙы, күрәһең, ашҡынып көтөп тормайҙар. Күптән түгел Йылайыр яҡтарында һунарсылар йәмғиәтендә тороусы бер нисә ир-егет осоп барған аҡҡоштарҙы күреп, береһен атып төшөргән. «Нимә ҡыланаһығыҙ ул?»--тип әйтеүселәргә улар: «Үҙ юлығыҙҙа булығыҙ, ҡыҫылмағыҙ»,--тип кенә яуап бирә.Тулыраҡ сайтта.

Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп аҡҡоштар ҡайта…
Әммә меңәр саҡрымдар осоп, ҡанаттарын талдыра-талдыра беҙҙең тарафтарға ашығыусы күсмә ҡоштарҙы, күрәһең, ашҡынып көтөп тормайҙар. Күптән түгел Йылайыр яҡтарында һунарсылар йәмғиәтендә тороусы бер нисә ир-егет осоп барған аҡҡоштарҙы күреп, береһен атып төшөргән. «Нимә ҡыланаһығыҙ ул?»--тип әйтеүселәргә улар: «Үҙ юлығыҙҙа булығыҙ, ҡыҫылмағыҙ»,--тип кенә яуап бирә. Әйткәндәй, урында йәшәүселәр ҡоштарға ошондай һаҡһыҙ ҡыланыш тәүге тапҡыр ғына түгел тип белдерә. Браконьерҙар (һунарсылар тип әйтергә тел әйләнмәй) хатта атып төшөргән аҡҡошто алып китергә лә иренгән.
Кешеләрҙән ҡурмаһағыҙ ҙа аҡҡош ҡарғышынан ҡурҡығыҙ, исмаһам. Аҡҡош атып язаһын алмай ҡалыусылар юҡ. Уның ҡарғышы ебәрмәй…
Читайте нас