Әсә теле тураһында һүҙ сыҡһа, миндә һәр ваҡыт ошондайыраҡ һорауҙар тыуа торғайны: ни өсөн туған телем—башҡорт теле Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән икән, ә башҡа урында түгел? Әйтәйек, шул уҡ төрки теленә ҡараған ҡырғыҙ теле ни өсөн Урта Азияла Ысыҡ-күл буйында йәшәгән халыҡтың әсә теле булып һанала? Ни өсөн бөтәһе лә киреһенсә түгел: Көньяҡ Уралда—ҡырғыҙ теле, ә Ысыҡ-күл буйында башҡорт теле барлыҡҡа килмәгән? Ике тел дә бит төрки тел ғаиләһенә ҡарай…
Һәм мин шундай һығымтаға килдем: башҡорт теле–төрки теленең Көньяҡ Урал тәбиғәте менән меңәр йылдар барышындағы ярашыу һөҙөмтәһе ул. Йәғни Урал тауҙарында үҫкән үҫемләктәр тәме һәм шауы, унда йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар тауышы, ере һәм һауаһы, эҫе һәм ямғырлы йәйе, ҡырыҫ һәм буранлы ҡышы–бөтәһе лә әсә телемде–башҡорт теленең формалашыуына булышлыҡ иткән. Ул башҡа бер ерҙә лә барлыҡҡа килә алмаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле—Көньяҡ Урал тәбиғәт комплексының бер компоненты. Ә ҡырғыҙ теле–Ысыҡ-күл буйыныҡы…
Ысынлап та, тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорт теле бит егерменсе быуатҡа тиклем тик йәнле һөләү телендә генә йәшәне. Ата-бабаларыбыҙ төрки телендә яҙҙылар һәм уҡынылар, ғәрәп һүҙҙәрен өйрәнделәр. Әйтергә кәрәк, иҫке төрки теле шул тиклем татар теленә оҡшаған. Ғөмүмән, математик логика күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле бөгөнгө көндә булмаҫҡа тейеш ине. Ә ул йәшәй! Ул ғына түгел, үҫә, нығына, камиллаша, матурая. Ни өсөн тигәндә, уны Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе һаҡлай, уға йәшәргә көс бирә.
Мин былар менән шуны әйткем килә: ошо гүзәл тәбиғәттә йәшәгән башҡорт әсә телендә һөйләшә икән, ул шул тәбиғәт менән гармонияла, тәбиғәт энергияһы уның аша үтә. Шуның өсөн дә әсә теленең көсө сикһеҙ. Ул кешене ижадҡа илһамландыра, аҡыл көсөн бирә, рухын нығыта, һаулығын һаҡлай. Бына ошолар тураһында һөйләргә уйлайым…
Әсә теле үҙ телеңдә һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Имеш, башҡа ул бер нимәгә лә кәрәкмәй. Шуғалыр инде, күп кенә ата-әсәләр балаларын рус телендә уҡытырға тырышалар. Әлбиттә, улар хаталаналар, бәлки белеп тә етмәйҙәрҙер. Баланың формалашыуында әсә теленең роле баһалап бөткөһөҙ бит ул. Мин был мәҡәләмдә шуларҙың береһенә туҡталып китмәк булам. Йәғни балала ижади фекерләүҙең формалашыуында әсә теленең ролен күрһәтергә уйлайым. Бәлки кемгәлер файҙаһы тейер. Дөрөҫ, миңә лә был хәҡиҡәтте аңлау өсөн ниндәйҙер ваҡиғаларҙа ҡатнашырға һәм тикшеренеүҙәр аша үтергә тура килде. Шуға һүҙемде шул ваҡиғаларҙан башлап китәйем әле.
Районыбыҙҙа Аҡмулланың юбилейына арналған сәсәндәр бәйгеһе үткәрелгәйне. Бәйгенең аҙаҡҡы этабы—әйтештәр. Уҡыусылар бындай бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашалар, шуға улар өйрәнеп китһен өсөн, әйтеш ике кеше араһында булманы, ә бәйгесе комиссия алдындағы өҫтәлдән үҙе теләгән «билет»ты ала һәм унда яҙылған ниндәйҙер фекерҙе йәки мәҡәлде йә шиғри, йә проза телмәре менән дауам итергә тейеш. Әлбиттә, бында ниндәйҙер фекерләү талап ителә.
Мин ике уҡыусы алып барған инем. Береһе башҡорт, икенсеһе рус класында уҡыған башҡорт балалары. Аҙаҡҡыһы «отличник», үҙе бик әүҙем, телгә шәп, бигерәк тә рус телендә теле телгә йоҡмай. Әйтештәр килеп еткәйне, шуныһы бәйгелә ҡатнашырға ҡырҡа баш тартты. «Мин улай фекерләй белмәйем, беҙҙе өйрәтмәнеләр»,—тип аңлатты. Ярышҡа көсләп тиерлек сығарғайным, ысынлап та, ул бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ә башҡорт класында уҡығаны үҙенә эләккән фразаны рәхәтләнеп дауам итте. Ул да ундай эште тәүгә башҡара, бер кем дә алдан өйрәтмәгәйне. Хатта районда икенсе урынды алды…
Бына ошо ваҡиғанан һуң миндә, әсә теле менән фекерләү араһында ниндәйҙер бәйләнеш булырға тейеш, тигән уй тыуҙы. Тыуҙы ла туҡтап ҡалды, сөнки артабан ни эшләргә белмәнем. Шуға артыҡ төпкә төшөп китмәнем, хатта оноткан да булыр инем. Тағы бер ваҡиғаға барып юлыҡмаһам...
Ҡыҙыбыҙҙы беренсе класҡа әҙерләй башлаған ваҡыт ине. Ҡатыным: «Улыбыҙҙы башҡорт класына бирҙек, әйҙә быныһын рус класынада уҡытайыҡ»,—тип мине өгөтләй башланы. Мин уның идеяһына ҡаршы килдем. Баяғы ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм дә, әсә телендә һөйләшеп йөрөгән бала икенсе телдә уҡыһа, уның фекере үҫмәйәсәк, тип аңлатҡан булдым. Ҡатыным был һүҙҙәргә ышанмағас, белмәйем, ҡайҙан башыма килгәндер, мин уға фекеремде иҫбатлау өсөн эксперимент үткәреп ҡарарға тәҡдим иттем. Маҡсатты ошолайыраҡ ҡуйҙым: башҡорт класында уҡыған балалар менән рус класында уҡыған башҡорт балаларының фекерләү кимәлдәрен сағыштырыу. Ул ҡыҙыҡһынып ризалашты. Беҙ экспериментты һигеҙенсе кластарҙа үткәреп ҡарарға булдыҡ. География дәресе өсөн (ҡатыным география уҡытыусыһы) тестар әҙерләнек. Уҡыусылар үткәндәргә оҡшатып эшләмәһендәр өсөн, тестарға ошоға тиклем бер ваҡытта ла эшләп ҡаралмаған проблемалы эштәр индерелде. Әйтергә кәрәк, рус класындағы башҡорт балалары өсөн тестар башҡорт һәм рус телендә лә әҙерләнде, йәғни улар үҙҙәре теләгән телде һайлай ала.
Экспериментты ҡатыным үҙе генә үткәрҙе, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күрһен һәм үҙ ҡулы менән эшләтһен, тип мин дәрескә инмәнем…
Ул мәктәптән шул тиклем аптырап ҡайтты, хатта бер ни тиклем өндәшмәй йөрөнө. Баҡһаң, рус класында уҡыған башҡорттарҙың яртыһы тиерлек, хатта ҡайһы бер «отличниктары» ла бөтөнләй эшләй алмаған. Ә башҡорт класында бөтәһе лә, шул иҫәптә насар уҡый тигәндәре лә ниндәйҙер кимәлдә үтәй алғандар. Ҡайһы берҙәре проблеманы хәл итеүҙең шундай оригиналь юлдарын күрһәткәндәр, аптырап китерһең! Ошо эксперименттан һуң ҡатыным өндәшмәй генә ҡыҙыбыҙҙы башҡорт класына алып барып бирҙе…
Бына ошо ваҡиғаларҙан һуң, баяғы әсә теле менән фекерләү араһында ниндәйҙер бәйләнеш булырға тейеш, тигән идея ҡабаттан тоҡанды. Үҙемдең һорауҙарыма яуап табам тип, психология һәм педагогика тураһындағы фәнни хеҙмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнә башланым. Бер ваҡыт ижади психология тураһындағы китапҡа килеп юлыҡтым. Шул китапта ижади фекерләүҙе тикшереү өсөн әҙерләнгән тестар минең иғтибарымды йәлеп итте. Баҡһаң, беҙ ҡатыным менән балаларҙың логик фекерләүен түгел, ә ижади фекерләүҙәрен тикшергән булып сыҡҡанбыҙ!
Хәҙер инде башымда, әсә теле ижади фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә һәм үҙ телендә уҡыған балаларҙа ижадилыҡ сифаттары көслөрәк һаҡлана, тигән фекер барлыҡҡа килде. Бының дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн миндә шундай идея тыуҙы: районыбыҙҙан сыҡҡан бөтә башҡорт милләтенән булған ғалимдарҙың һәм ижад кешеләренең ниндәй телдә уҡығандарын тикшереп ҡарарға уйланым. Әлбиттә, быны эшләүе ҡыйын булманы, сөнки районыбыҙҙың тарихы һәм уның күренекле шәхестәре тураһында хеҙмәттәр етәрлек. Һәм шундай ҡыҙыҡлы күренешкә тап булдым: ижад өлкәһендә генә түгел, ә сәнәғәт, медицина өлкәләрендә эшләгән бөтә күренекле ғалимдар ҙа башҡорт мәктәптәрендә уҡыған булып сыҡты. Ә бына рус класын тамамлап, ижади йәки күренекле шәхес булып китә алған башҡортто таба алманым. Әллә эҙләнеүем шулай ғына булдымы икән? Ошо урында мине дөрөҫ аңлағыҙ: районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле башҡорттар тураһында һүҙ йөрөтәм. Әлбиттә, рус класын тамамлап, юғары белемгә эйә булғандары ла етәрлек. Тик мин, уҡытыусы кеше булараҡ, беренсе сиратта, тәүгеләре мәктәп тәрбиәһенең маҡсаты булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Сөнки милләтебеҙҙең баһаһын улар күтәрә бит...
Артабан инде минең ҡулыма идеямдың дөрөҫлөгөн иҫбатлаған, йәғни тел менән фекерҙең тығыҙ бәйләнештә булыуын өйрәнгән фәнни хеҙмәттәр килеп эләкте. Бигерәк тә был өлкәлә рус психологы Л.С.Выготский (“Телмәр һәм фекер”) менән Швейцария психологы Жан Пиаже (“Баланың телмәре һәм фекерләүе”) бик ентекле тикшереү үткәргәндәр. Улар икеһе лә донъя кимәлендә билдәле ғалимдар. Бөгөнгө көндә лә Европала, Америкала эшләгән педагогтар уларҙың теориялары менән ҡоралланғандар. Әлбиттә, уларҙың хеҙмәттәрендә фекерләү һәләтенә бәйле башҡа асыштар ҙа эшләнгән. Ә бына тел менән фекерләү араһындағы бәйләнеш тураһында нимә яҙғандар һуң? Бына шулар тураһында ябай ғына итеп яҙып үтәйем.
...Баланың 2-3 йәштәрҙә һөйләшә башлауын һәр ата-әсә беләлер. Баҡһаң, телмәре менән бергә фекерләүе лә формалаша башлай икән. Бала башта һөйләмдәр төҙөргә өйрәнә, һәм шул телдең структураһы нигеҙендә фекерләүе барлыҡҡа килә. Әйтәйек, бала башҡорт телендә һөйләшә башлай икән, фекерләүе шул телдең бөтә үҙенсәнлектәрен ҡабул итә. Артабан тел—фекерҙе, фекер телде үҫтерә башлай. Фекерләү һәләте балала 13-14 йәштәрҙә формалашып бөтә. Бына ҡыҫҡаса ғына ошолар. Тик шуны әйтергә кәрәк: Л.С.Выготский ҙа, Ж.Пиаже ла үҙҙәренең хеҙмәттәрендә “тел” һәм “фекерләү” тигән төшөнсәләр менән эш итәләр. Ә әсә теле менән ижади фекерләүгә айырым туҡталмағандар. Минең аңлауымса, улар, беренсе сиратта, уҡыусыларға телмәр менән фекерләүҙең дөйөм закондарын еткерергә тырышҡандар. Был бик яҡшы, сөнки шул дөйөм закондар беҙгә әсә теле менән ижади фекерләүҙең ниндәй бәйләнештә булыуын аңларға ярҙам итә лә инде. Ә хәҙер шуларҙың бәйләнеше тураһында. Шулай итеп, мәҡәләмдең кульминацияһына килеп еттем...
...Ижади фекерләүҙе икенсе төрлө тәбиғи фекерләү тип тә атайҙар. Сөнки психология өлкәһендә эшләгән бөтә ғалимдар ҙа бер тауыштан тиерлек, һәр бала был донъяға ижади булып тыуа, тип иҫбатлайҙар. Балаларҙың уйнағанын күҙәткән кешеләрҙең береһе лә был фекергә ҡаршы килә алмайҙарҙыр, тип уйлайым. Шуға баланың ижадилығы—уның тәбиғи торошо ул.
Шулай уҡ филология өлкәһендә эшләгән ғалимдар әсә телен дә тәбиғи тел тип атайҙар. Сөнки әсә теле балаға ата-әсәнең аралашыуынан ғына күсмәй, ә генетик кимәлдә лә тапшырыла. Көнсығыш аҡыл эйәләре, кешенең ҡанындағы хәтер мейеләге хәтерҙән мең тапҡырға күберәк, тиҙәр. Йәғни әсә теле баланың тәбиғәтенә ул тыумаҫ борон уҡ һалынған була.
Шулай булғас, үрҙә иҫкә төшөрөп үткән ғалимдар, тел фекерләү һәләтен барлыҡҡа килтерә, тип иҫбатлағандар икән, беҙ уларҙың теорияһын дауам итеп, тәбиғи тел тәбиғи фекерләүҙе барлыҡҡа килтерә, тип әйтә алабыҙ. Йәғни әсә теле ижади фекерләүҙе. Башҡаса булыуы мөмкин түгелдер. Шуға баланың ижадилығын һаҡлау өсөн, уның тәбиғилеген һаҡларға кәрәк. Бының өсөн, беренсе сиратта, бала әсә телен өйрәнергә тейеш. Үрҙә фекерләү һәләте 14 йәштәргә формалашып бөтә, тип әйтеп үткәйнем. Бына шул осорға тиклем йәш үҫентеләргә ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, ижади фекерҙең үҫеүенә лә әсә теле шул тиклем кәрәк. Йәғни әсә телен ни тиклем яҡшыраҡ өйрәнә, фекерләүе лә шул тиклем тәрәнәйә һәм киңәйә. Ә ижади фекерләүе, үҙ сиратында, башҡа тәбиғи һәләттәренең асылып китеүенә ярҙам итәсәк...
Әсә теле менән ижади фекерләүҙең бәйләнеше тураһында бына ошолар. Һүҙҙәремде йомғаҡлайым. Әсә теле һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәк, тип уйлаусылар ҡырҡа яңлышалар. Дөрөҫ, аралашыу өсөн дә кәрәк, тик ул телдең күренгән өлөшө генә. Ә бына күренмәгән өлөшө шул тиклем тәрән һәм киң. Ул күренмәгән өлөшөн маңлай күҙе менән түгел, ә аҡыл күҙе менән генә күреп булалыр ул. Шуға кемдәрҙең аҡыл күҙе яҡшы күрә, улар өсөн әсә теле—иң ҡәҙерле рухи байлыҡ... Ә кемдәрҙең маңлай күҙенән башҡа бер нимәһе лә юҡ—уларға әсә теле ғәйбәт һөйләү өсөн генә кәрәк...
Наил Юлдашбаев.
Дауамы гәзитебеҙҙең 18-се һанында.