АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Апрель 2021, 18:35

БАЛАСАҠ ТӘМЕ

Беҙ бала саҡта утынға, көтөүгә йә иһә ҡырға сыҡһаҡ, тоҡсайыбыҙға бөтәүҙәй бешкән йомортҡа, теленгән икмәк, шырпы ҡабында тоҙ, яртылыҡ банкыға һалынған май йә ҡаймаҡ, гәзиткә төрөлгән эре шәкәр инеп ята ине .

Беҙ бала саҡта утынға, көтөүгә йә иһә ҡырға сыҡһаҡ, тоҡсайыбыҙға бөтәүҙәй бешкән йомортҡа, теленгән икмәк, шырпы ҡабында тоҙ, яртылыҡ банкыға һалынған май йә ҡаймаҡ, гәзиткә төрөлгән эре шәкәр инеп ята ине .
Мин бесәнде әйтмәйем, беҙ ҡаҙанға ит һалып, йә йоҙроҡтай ғына булһа ла бер тауыҡ бешереп ашап ҡайтмаһаҡ, көн бушҡа уҙҙы, тигән һүҙ.
Шулай бер заман магазинға ,,Завтрак туриста" консервалары килеп тулды бит. Магазин кәштәләренә баяғыларҙы пирамидалар яһап теҙеп ҡуйҙылар, күҙҙең яуын алып торалар (бала саҡта һәр бер нәмәнән матурлыҡ таптыҡ)
Томат менән болғанған балыҡ иҙмәләре араһында эре аҡ перлауай ярмаһы бар. Тәмле лә, татлы ла , туҡлыҡлы ла, танһыҡ та беҙгә ят ризыҡ. Хаҡы ла осһоҙ-7 тин! Ставрида, скумбриялар ҙа тәмлеләр, тик ҡыйбаттар. ,,Бесәнгә әр-рәхәт әле ул әҙер тамаҡ", тип халыҡ шул кәнсирҙе ала башланы.
Шулай бесәнгә килдек. Өс-дүрт кәнсир алғанбыҙ. Сәй ҡайнатып, ашъяулыҡ түшәп ебәрҙек үләнгә. Атай үткер бәкеһен алып, консерваны ҡырҡып асып ебәрҙе. Ни ғәләмәт?! Кәнсир эсендә бөтөнләй икенсе балыҡ! Ммммм! Уның тәмлелеге! Ялпайтып ҡуйҙыҡ икмәккә ҡушып. Икенсеһе лә шулай булып сыҡты. Хикмәттер. Әсәй, ҡыйбатлы балыҡ тышына икенсе ҡағыҙҙы яңылыш йәбештергәндәрҙер ,тип, һығымта яһап ҡуйҙы. Тәмле балыҡ һалынған кәнсирҙе һелкетһәң, шурҡ-шурҡ ,тигән май тауыштары сыға.
Икенсе көндө магазиндың асылыуына ғына барҙыҡ.
--Еңгәй, миңә анау ,,зафтырыкты" бир әле . Унды. Түлке шурҡылдағырағын һайлап бир.
Сәрүәр инәй, ҡолағының эргәһендә бер йәшник кәнсирҙе һелкетеп бөттө. Ун бишләп кәнсирҙе һатып алдыҡ етешәр тин менән.
--Ошо арала тағын тауар килә, һеҙгә һайлап ҡалдырырмын шуртылдаҡ зафтырыктар,--ти Сәрүәр инәйем.
Рәхмәт яуғыры, үҙенең дә балалары күмәк булғас, әсәйгә ҡайһы бер тауарҙарҙы һаҡлап алып ҡуйыр ине.
Шулай байтаҡ тәмле балыҡҡа һыйландыҡ. Нимә тигән балыҡ булғандыр, иллә -мәгәр мин ундай тәмле балыҡ бүтәнсә ауыҙ итмәнем.
Бала ваҡытта бөтә ризыҡ татлы, тәмле ине шул беҙгә. Әллә туҡбәйелдәргә әүерелдек үҙебеҙ?..
Сулпан Әбдрәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.