Фекер
6 Апреля 2021, 16:10

КҮҢЕЛ ҠАПҠАЛАРЫ БИКЛӘНМӘҺЕН!

Элек бәләкәй генә өйҙәребеҙгә бер көтөү балалар янына һарыҡ бәрәстәре лә, быҙау ҙа, карауат аҫтында сепей сығарырға ултырған ҡаҙ ҙа һыя ине. Заманалар үҙгәрә, яңыра. Өйҙәр ҙурая, ҡоймалар бейегәйә, өй ишектәренә генә түгел, тимер ҡапҡаларға ла йоҙаҡтар эленә.

Заһрый килгән! - тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә тарала һәм шул минутта ауылдың бөтә урамдары хәрәкәткә килә. Тоҡ - тоҡ үләндәрен, төйөн - төйөн һарыҡ йөндәрен, сепрәк - сапрак тултырылған төйөнсөктәрен йөкмәп әсәйҙәр, һөйәк - һаяк, тимер - томор тултырған тоҡтарын тотоп малай - шалай, атайҙар һарыҡ тиреһен йөкмәп йүгерешә. Дүрт урам сатында урынлашҡан Заһрыйҙың келәте янында халыҡ гөж килә. Гел генә ат башындай йоҙаҡ эленеп торған келәт ишеге шар асыҡ, Заһрый килгән бер кешене, яҡын туғанын күргәндәй, ихлас көлөп - шаяртып, сутырлап хәбәрен теҙеп ҡаршы ала.
"Ииий, минең Хәйернисам, сина дип кенә алып килдем," - тип, арбаһында өйөлөп тоған әйберҙәре араһынан йә һары тышлы, филле һинд сәйе, йә матур яулыҡ, йә ойоҡ - фәлән килтереп сығара.
“Ҡайҙа минең Фәүзиәм", "Ана, минең Зәкиәм ", - тип еңгәләрҙең, апайҙарҙың күңелен иретеп ебәрә. Татар татар инде, татлы теле менән һалпы яғына һалам ҡыҫтыра белә. Малайҙарҙың һөйәк, тимер - томорон ҡармаҡҡа, һыбыҙғыға алмаштырып алдаштыра, әсәйҙәргә магазинда булмаған һауыт-һаба, тауар, һабын - ғәләмәт, ойоҡтар, ялтыр галуштар алып килә ине.
Тағы ла әсәйҙәрҙе ҡыуандырған бер нәмә бар, ул да булһа кәкере тараҡ менән бет тарағы. Әсәйҙәр бит оҙон сәстәрен үреп, урап- урап, иң осон шул кәкере тараҡка әйләндереп баштарына ҡыҫтырып ҡуялар ине. Ә бет тарағын улар беҙҙең кеүек ялбыр баштар өсөн ала инде. Хәҙер генә ул, бетте дарыуға ла табып булмай. Ә беҙ бәләкәй саҡта...
Шул нәмәләрҙе алабыҙ тип, мәтрүшкә йыйҙылар, тамыр ҡаҙҙылар. Әсәйем менән Тасының ҡыҙыл яры буйлап үгәй инә үләне йыйғаныбыз иҫтә ҡалған. Әсәйем тубыҡтан һыу кисеп йөрөп аҫтан йыйһа, мин текә яр буйлап йүгереп йөрөп йыям, яйлап йөрөһәң яр ишелеп төшөп кенә бара.
Әсәйҙәр ыңғайына Заһрый тигәнбеҙҙер инде, тулы исеме Заһретдин булғандыр. Ыуарынан арбаға егелгән аты менән килер ине.
Әсәйҙәребеҙҙең көтөп алған тағы бер кешеһе булды. Спокуләнт Разифа апай ине ул. “Спокуләнт” тиһәләр ҙә, бик кәрәкле, көтөп алған кеше ине бит ул. Әллә ҡайҙа ятҡан Үзбәкстандан әйбер ташыны. Шул тиклем йыраҡ ергә, аҡса йомарлап бар, күпме тауар йөкмәп, поезда, автобуста ҡайт, Мораҡтың был яғына ҡайтыу, Үзбәкстандан ҡайтҡанға ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ булғандыр әле. Ҡалай ҙа шәп, йүнсел, аҡыллы ҡатын булған икән Разифа апай. Бөтәһенең дә ҡулынан килмәй бит ул бындай эш.
Күҙҙең яуын алып торған шау сәскәле суҡлы шәлдәрҙе лә, ҡара, зәңгәр ерлеккә уҡмашып торған роза сәскәләре төшкән, яҫтыҡ тышлығы тегә торған, сатин тауарҙарҙы ла Разифа апай ташыны. Хуш еҫе борхоп торған ҡара борос та унда ғына булды. Әсәйҙәрҙең иң көтөп алған әйбере - ҡатлык буяуын да тик Разифа апай алып ҡайтты. Иҫке гәзит битенә төрөлгән, эсендә бер балғалаҡтай ғына хуш еҫле ҡара борос иҫегеҙҙәме? Ҡатлык буяуы ла шулай гәзиткә төрөлгән була ине. Кейеп - кейеп табаны тишелгән ойоҡтарҙың ҡуныстарын шул буяу менән буяп, ҡарайтып, шул ҡунысты һүтеп, дебеткә ҡатлап шәл бәйләне әсәйҙәр. Элекке кешенең егәрлелегенэ иҫең китерлек.
Ауылдың шул дүрт урам ҡушылған ере беҙҙең өсөн донья кендегеләй ине. Әҙел мырҙа олатай эшләгән аҙыҡ-түлек магазины ла, Тәлиғә апай һатҡан, түшәменә тиклем кейем - һалым, кәрәк - яраҡ менән лыҡа тулы икенсе магазин да, уларҙың араһында урынлашҡан тегеү цехы - әртил дә шул бер ерҙә. Бейек тупһалы аҙыҡ магазинында (ҡәрсәйем әйтмешләй лафкала) һатылған тыш һыҙ, бер - береһенә йәбешеп уҡмашҡан, оҙонса шаҡмаҡ йәки түңәрәк кәнфиттәр әле лә күҙ алдында. Ул кәнфиттәрзе ҡәрсәйем лампасый тигәнен дә онотмайым. Баҡһаң ул кәнфит монпасси тип аталған икән дә. Шул тиклем алсаҡ, теремек бабай булып күҙ алдына тора Әҙел мырҙа олатай. Берәй ризыҡ үлсәп бирә лә: "Ашай башла", - тип кеткелдәп көлгәне лә иҫемдә.
Әртил дә ғүмер буйы Рәйсә апай, Рауза еңгәм эшләне, Минһылыу еңгәнең эшләгәнен дә беләм. Бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына күлдәктәр, юрған тыштары тектеләр, юрған да һырынылар. Правление, силсәуит тә шул үҙәктә булды. Гел тәмле, эҫе икмәк еҫе сығып торған пекарняны ла иҫләйем әле мин. Яңылышмаһам Гөлөстан инәй, Фәүзиә еңгә, Мөнәздәхә еңгәләр эшләне.
Яҙҙан сығып киткән кәзәләр шул үҙәктә, магазин тупһаһында, арт яҡта саң борхотоп, йәй буйы ҡайтмай шунда тонәэп, иртән көтөүгә китеп, кис тағы шунда йыйылып ятырҙар ине. Ҡара көҙ етеп, мал кәртәгә ингән саҡта ғына, бәрәстәре ҙурайып ҡайтып инерҙәр ине. Ҡайтҡаны ҡайта, юғалғаны юғалып та ҡуя, уны эҙләп йөрөүсе лә булманы ул.
Ишектәргә йоҙаҡ урынына келәгә селек, йә тап тығып, ҡапҡаларҙын шар асыҡ, йәки бөтөнләй ҡапҡаһыҙ, йә булмаһа арҡыры һайғау сөйләп эшләнгән ел ҡапҡалар менән генә йәшәгән эскерһеҙ, бер ҡатлы, әммә бәхетле замандар.
Элек бәләкәй генә өйҙәребеҙгә бер көтөү балалар янына һарыҡ бәрәстәре лә, быҙау ҙа, карауат аҫтында сепей сығарырға ултырған ҡаҙ ҙа һыя ине.
Заманалар үҙгәрә, яңыра. Өйҙәр ҙурая, ҡоймалар бейегәйә, өй ишектәренә генә түгел, тимер ҡапҡаларға ла йоҙаҡтар эленә.
Ҡапҡалар ғына нимә ул, күңел ҡапҡалары ла бикләнмәһен ине.
Хәлимә Хәсәнова.
Читайте нас