Ошо йырҙы иҫләйһегеҙме? Колхоз-совхоздар дәррәү эшләй башлағас, һәр буш ятҡан ер эшкәртелеп, иген сәселгән, баҫыу батырҙарына дан йырланған. Шул мәлдәрҙә ижад ителгән йыр ул был… Ә хәҙер киреһенсә:
Булғанмы тип бында баҫыу?—тип йырларға ҡала… Үкенесле, әлбиттә. Колхоз-совхоздар тарҡалыу менән, баҫыуҙар бушап ҡалды… Элек бойҙай һәм башҡа культуралар үҫкән ерҙә ҡый үҫә. Хатта бер көнө атайым: “Бынынсама баҫыу буш ята, иген үҫмәй, ә ондо ҡайҙан алалар икән?”—тип һораны. Ысынлап та ҡайҙан? Бөтә илде туйҙырырлыҡ бойҙай ҡайҙа үҫә? Һорау…
Бөгөнгө магазин икмәген ашаһаң эс күбеүен күбә, тамаҡ туймай. Элекке ҡомалаҡ икмәгенең тәмен иҫләйһегеҙҙер әле? Ниндәй тәмле ине ул! Бөгөн ҡомалаҡ әсеткеһенә күсеп кенә ул тәмде ҡайтарып булмай. Сөнки он бөтөнләй башҡа.
Бер танышым: “Хәҙерге онға крахмал, хатта антибиотик, порошоктар ҡушалар”,--тигәйне. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы тип интернет киңлегендә мәғлүмәт эҙләнем.
Эйе, тиҙ ҡортламаһын тип, ондо таҙарталар, йәғни ағарталар. Шул саҡта онға ҡарағусҡыл төҫ биреүсе барлыҡ файҙалы элементтар юҡ ителә. Бындай ондоң, әлбиттә, файҙаһы бик аҙ. Ысынында ул крахмал ғына. Артабан уны ап-аҡ итеү өсөн төрлө әйберҙәр ҡушалар.
Мәҫәлән, “бромат калия” тигән әйбер. Ул Е924а тип билдәләнә. Ул һыуҙа бик тиҙ ирей. Эҫе температурала “бромид калия” булып китә. Ҡамырҙы тиҙ ҡабарта, икмәк күпереп бешә. Рәсәйҙә, Ҡытайҙа, Канадала, тағы бер нисә илдә ул тыйыла. Хайуандарҙа үткәрелгән тикшеренеү раҫлауынса, ул ҡалҡан биҙендә, бөйөрҙә яман шеш барлыҡҡа килтерә.
Е926 тип яҙылған икән – был ”двуокись хлора” тигән нәмә. был кислород һәм хлорҙың органик булмаған ҡушылмаһы. Микробтарға ҡаршы торорлоҡ ҡатышма. Рәсәйҙә һәм Украинала уны һыу таҙартыу өсөн ҡулланалар. Был элемент менән таҙартылған ондан Е витамины бөтөнләй юҡ ителә. Ә был витамин бик файҙалы: күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын әкренәйтә, гормондарҙы баланста тота.
Бензоил пероксид—был аҡ порошокка оҡшаш, Е928. Бындай ондан икмәк күпереп бешә, аҡ ҡына була. Шулай уҡ был порошокты май, сыр эшләгәндә, косметологияла ҡулланалар. Бик ҡурҡыныс канцероген.
Персульфат аммония – Е923, “аммониевая соль” тип тә йөрөтәләр. Әлбиттә, зарарлы. Тын алыуы ауырлашыуы, аллергия барлыҡа килеүе ихтимал. Уны ҡамырҙы йомшартыу, ондо ағартыу өсөн ҡулланалар.
Аллоксан. Уны кимереүселәрҙә һынап ҡарағандар, күп органдарына кире тәьҫир иткән. Кешеләрҙә тикшереү үтмәгән, әммә ондоң үтә ап-аҡ булыуы һеҙҙе һағайтырға тейеш.
Әлбиттә, беҙ һатып алған онға нимә ҡушылғанын теүәл әйтә алмайбыҙ. Әммә элекке кеүек тирмәндәрҙә тарттырылған таҙа, файҙалы, тәмле ондо әлегә осратҡаныбыҙ юҡ.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Ҡайҙан он алаһығыҙ?