АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
26 Марта 2021, 10:25

БАЛАЛАР ЙӘЛ... НИМӘ АШАП ҮҪӘ УЛАР?

Балалар баҡсаһына йөрөүсе 6 йәшлек ҡыҙ баланың енси яҡтан өлгөрөп еткән ҡыҙ булыуын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Ни өсөн бындай үҙгәрештәр тормошобоҙҙа йышая башланы? Ашаған ризығыбыҙға бәйле түгелме икән? Мәҫәлән, мал да, ҡош-ҡорт та гормондарҙа үҫтерелә, ә беҙ шуларҙың итен ашайбыҙ.

Балалар баҡсаһына йөрөүсе 6 йәшлек ҡыҙ баланың енси яҡтан өлгөрөп еткән ҡыҙ булыуын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Ни өсөн бындай үҙгәрештәр тормошобоҙҙа йышая башланы? Ашаған ризығыбыҙға бәйле түгелме икән? Мәҫәлән, мал да, ҡош-ҡорт та гормондарҙа үҫтерелә, ә беҙ шуларҙың итен ашайбыҙ.
Итле ризыҡтар – һәр кемдең рационында булырға тейеш, ул аҡһым, тимер һәм башҡа төрлө витаминдар сығанағы. Айырыуса үҫеүсе организмға кәрәк. Әммә, магазиндан тауыҡ һатып алғанда, был тауыҡ нисек үҫтерелгәнен белергә лә кәрәк бит әле. Был бик мөһим һорау.
Берәүгә лә сер түгел: хәҙер аҙым һайын мутлашалар. Бөтә кешенең күҙе аҡса менән томаланған, шуға эшләгән эштәренең, ҡылған ҡылыҡтарының аҙағын, һөҙөмтәһен уйлап та бирмәйҙәр. Килем килтерһә булды.
Тиҙерәк һәм ҙурыраҡ итеп үҫтереү өсөн бөгөн себештәргә антибиотиктар һәм гормондар өҫтәлгән ем бирәләр. Антибиотиктар инфекцияға ҡаршы тороусы дарыуҙар тип беләбеҙ. Ул нисек үҫеште тиҙләтәме? Был препараттарҙың бәләкәй дозаһы эсәктәрҙәге зыянлы бактерияларҙы үлтерә, шул рәүешле аппетит күтәрелә. Һөҙөмтәлә, ауырлыҡ та арта. Ә юғары доза дауалай һәм инфекциянан профилактика булып тора.
Ауыл хужалығында гормондар ҡулланыу ҙа яңылыҡ түгел. Стероидтар, енси гормондар (тестостерон, эстрогендар) малдың тиҙ арала үҫеүенә, ауырлыҡ йыйыуына булышлыҡ бирә. Шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡиәфәттәре лә үҙгәреүе ихтимал. Хайуандарҙы енестәргә бүлеп айырыуы ла ауырлаша.
Микробтарға ҡаршы препараттарҙы йыш ҡулланыу ауыл хужалығында ғына түгел, медицинала ла ҙур проблемаға әүерелде. Әгәр кеше ул препаратҡа өйрәнеп китә икән, аҙаҡ ул сирҙе еңергә бөтөнләй ярҙам итмәйәсәк. Тимәк, антибиотикты дарыу сифатында ашамаһағыҙ ҙа, ит аша йыш ҡулланһағыҙ (үҙегеҙ быны белмәйһегеҙҙер ҙә), һеҙ шул антибиотикка “ултырғанһығыҙ” килеп сыға.
Малды юғары дозалағы антибиотик менән дауалағанда, ул организмдан сығып бөтә, йәғни итенә һеңмәй. Әммә ул сығып бөтмәҫ элек үк малды һуйыуҙары ихтимал бит әле. Ул саҡта был антибиотиклы ит беҙҙең өҫтәлгә килеп ултыра инде. Бындай ит ашаған кешеләге бактериялар нығына, йәғни улар был антибиотикка өйрәнеп тә бөтә. Шулай итеп, һеҙҙең иммун системағыҙ кәмей. Шуға ла Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, мал үрсеткәндә медицинала ҡулланылған (йәғни кеше өсөн булдырылған) антибиотиктарҙы файҙаланмаҫҡа саҡыра.
Был препараттарға аллергия булыуы ла ихтимал бит әле. Ә уның һөҙөмтәһе бик хәүефле булыуы ла ихтимал. Дарыуға булған аллергиянан ҡотолоу өсөн был төргә ҡараған дарыуҙы бүтән ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Ә ашаған итеңә ҡайһыныһы ҡушылған? Ҡайҙан белергә һуң? Ниндәйҙер аҙыҡҡа аллергия тип йылдар буйы аптыраныуың да бар…
Эйе, антибиотиктарҙан тыш гормондар ҡулланалар. Стероидтар иттә оҙаҡ һаҡлана, туңдырыуға ла түҙә, юғары температурала иретеүгә лә сыҙай. Ит менән бергә улар ҡанға эләгә һәм организм эшмәкәрлегенә, системаһына ҡыҫыла башлай. Айырыуса уның тәьҫиренә балалар һәм ауырлы ҡатындар бирешә. Бала организмы тиҙ үҫергә тотона. Мәҫәлән, составында ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар гормоны булған ит тиҙ арала үҫешергә, өлгөрөргә һәм кәүҙәнең дөрөҫ булмаған юҫыҡта формалашыуына булышлыҡ бирә. Шулай уҡ балалар һимерергә мөмкин. Бостон ғалимдары шуны асыҡлаған: бала саҡта итте күп ашаған ҡыҙҙарҙың ҙурайғас түштәрендә яман шеш йышыраҡ осраған.
Әлбиттә, ҡурҡып ит ашауҙан баш тартырға ярамай. Кешегә, айырыуса үҫеүсе организмға иттәге файҙалы элементтар бик кәрәк. Бары итте дөрөҫ һайлау зарур. ГОСТ буйынса әҙерләнгәнме, төҫө, еҫе ниндәй. Барыһын да ҡарарға кәңәш ителә. Беҙҙә иһә ауылда йәшәүсе таныштарҙан алыу күпкә хәүефһеҙ. Әммә унда ла бит ниндәй ем ашай. Хужалар емгә антибиотиктар ҡушылғанын белмәүе лә ихтимал.
Сәләмәт тормош алып барыу буйынса консультант, Диетологтарҙың милли йәмғиәте ағзаһы Натали Макиенко былай тип белдерә: “һәр тере организмда гормон бар. Әммә мал тиҙ үҫһен өсөн уны яһалма ҡулланалар. Коммерция мәнфәғәтен уйлаусылар уның сифатын ҡарап тормай. Антибиотик менән дә шулай. Малды ауырытҡансы, уға күпләп уны алдан ашатыу яҡшы, тип иҫәпләйҙәр. Гормондар ҡулланыу закон тарафынан тыйылған, әммә бөгөн тауыҡ, һыйыр, сусҡа итендә, һөт аҙыҡтарында улар бик йыш осрай”.
Артыҡ гормондар һөҙөмтәһе:
  • Интоксикация, ағыуланыу, баш әйләнеү, уҡшыу, ҡан тамырҙары киңәйеүе, тахикардия, бөйөр һәм бауырҙың көсөргәнешле эшләүе.
  • Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙола
  • Яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы янай
  • Эндокрин системаһы боҙола
  • Аҡһым күплектән организмдың “әсеүе” (гормон- ул аҡһым), һейҙектә һ.б. аҡһымдар күбәйә.
  • Әлбиттә, организмда гормон булырға тейеш. Әммә иҫәбенең норманан артмауы хәйерле.
    Нимә эшләргә?
    • Аҙыҡты термик эшкәртәбеҙ, әҙ булһа ла бер өлөшө юҡҡа сыға.
    • Бешереү, бешкәкләп алыу йә өҫтөнә һыу ҡуйып төнгөлөккә ҡалдырыу яҡшы. Һыуға артыҡ антибиотиктар, зыянлы матдәләр сығып бөтһөн.
    • Ит бешергәндә ҡайнап сыҡҡан һыуын (һурпаһын) бер нисә ҡат алмаштырырға.
    • Йәмәғәт урындарында аш ашамаҫҡа тырышығыҙ.
    • Йылы миҙгелдә итле аҙыҡты бөтөнләй кәметегеҙ.
    • Эйе, бөгөн магазин кәштәләре тулы химикат. Ҡайһыларын белмәй ҡулланабыҙ, ҡайһыларын белә тороп алабыҙ. Бәғзеләр балаларының киләсәген, һаулығын уйлап та тормай көн дә кола эсерә, чипсы-фәләнен ашата…
      Һауабыҙ бысраҡ, һыуҙарыбыҙ ҙа таҙа түгел инде, ашағаныбыҙ ҙа әллә яраҡлы ризыҡ, әллә юҡ…Киләсәк быуын өсөн хафаланам. Йылдан-йыл тормош алға китергә тейеш кеүек тә бит, тик, үкенескә күрә, киреһенсә, йылдан-йыл аҫҡа тәгәрәйбеҙ шул…Экологик яҡтан таҙа ризыҡ ашамаған, бысраҡ һауа һулаған, һайығайып, бысранып ҡалған йылғаларҙа һыу төшкән балалар йәл.
      Резеда Вәлиева.


      Мәғлүмәтте башҡа социаль селтәрҙәргә алғанда "Атайсал"ға һылтаныу, авторҙы күрһәтеү мотлаҡ.
      Фото: medaboutme.ru
      Читайте нас