АТАЙСАЛ
-23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Февраль 2021, 17:00

УҢЫШҠА КӨЙЛӘНЕГЕҘ!

Психологтар “мысли материальны” ти... Беҙҙең халыҡ иһә уйлап һөйләргә ҡуша, юҡ-бар һөйләүҙе тыя. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килеүе бар бит. Шуға ла һәр саҡ изге, яҡты уйҙар менән йәшәргә, яҡшыға, ыңғай үҙгәрешкә өмөттө юғалтмаҫҡа кәрәк.Хәҙер шкафығыҙға күҙ һалығыҙ әле... Шкаф менән уй араһында ниндәй бәйләнеш бар тиһегеҙме? Хәҙер асыҡлыҡ индерәбеҙ.Тулыраҡ сайтта.

Психологтар “мысли материальны” ти... Беҙҙең халыҡ иһә уйлап һөйләргә ҡуша, юҡ-бар һөйләүҙе тыя. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килеүе бар бит. Шуға ла һәр саҡ изге, яҡты уйҙар менән йәшәргә, яҡшыға, ыңғай үҙгәрешкә өмөттө юғалтмаҫҡа кәрәк.
Хәҙер шкафығыҙға күҙ һалығыҙ әле... Шкаф менән уй араһында ниндәй бәйләнеш бар тиһегеҙме? Хәҙер асыҡлыҡ индерәбеҙ. Күптәр 1,5-2 йыл кеймәгән кейемен дә ташларға йыйынмай, йәнәһе кәрәге тейер әле. Шуның менән улар үҙҙәрен ярлылыҡҡа этәрә. Бына, бер көн килер, ошо аламаны ла кейергә тура килер... Кәрәкмәгән әйберҙе өйгә ҡалдырып кеше үҙ-үҙен ярлы тормошҡа программалай. Яңы нимәгәлер урын булһын өсөн ул урынды бушатырға, йәғни иҫкене, аламаны ташларға кәрәк бит. Бәлки, ысынлап та, позитив уйҙар менән иҫкенән еңел ҡотолорға өйрәнергәлер? “Алырмын әле яңыһын”, - тип уйҙарығыҙ менән үҙегеҙҙе яҡшыға көйләп, иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу юлын ҡарау хәйерле.
Бына фен-шуй ошондай кәңәш бирә:
  1. Әйберҙе, кейемде 1,5-2 йыл ҡулланмағанһығыҙ икән, тимәк ул һеҙгә кәрәкмәй. Ташларға ваҡыт.
  2. Тапланған, тишелгән кейемде йәлләп тә тормағыҙ.
  3. Гардеробта аҙ әйбер ҡалһа, шул тиклем ул тиҙерәк яңыһы менән тулыланыр.
  4. Иҫкелекте, йәғни үткәндәрҙе иҫләтеп торған аламанан тиҙ арала ҡотолоғоҙ.
  5. Өйөгөҙҙә саңды йыш һөртөгөҙ, көҙгөлә саң ҡалдырмағыҙ.
  6. Иҫке кейем, боҙолған әйберҙәр насар энергия һаҡлай. Шулай булғас уны ниңә тоторға?
  7. Йорт, фатир киңлеге ундағы әйберҙәр мәғлүмәтен үҙенә йыя. Әгәр унда иҫке, боҙоҡ әйбер күп икән, унан негатив киләсәк. Был сәләмәтлеккә лә йоғонто яһай.
  8. Тимәк, уңышҡа көйләнергә кәрәк! Уңышлы, өмөтлө булығыҙ! Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылығыҙ!