Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ғинуар 2021, 00:05

Байлыҡ ҡала, ҡала аҡса ла

...Көн һайын ире магазинға төшөп, ҡулланыу ваҡыты сығып барғанға акция буйынса һатылған иң арзанлы ризыҡты һатып ала. Уларға ҡасан барһаң да һыуытҡыстары буп-буш. Ҡатынының тәм-том ашағыһы килә, әммә иренән үтеп үҙе өсөн аҡса алып ҡала алмай. Нимәһе ҡыҙғаныс, улар теләгән ваҡытта шул йыйған аҡсаларын сисеп ала алмай, сөнки икеһе лә һуҡыр. Бының өсөн уларға нотариустан кемгәлер ышаныс ҡағыҙы эшләтергә кәрәк. Ул ҡағыҙҙы юллау ҙа бушлай эшләнмәй. Ғөмүмән, хөкүмәт уларға аҡсаны туҡланһындар, кейенһендәр, сәләмәтлектәрен ҡайғыртһындар өсөн бирә. Ә улар үҙҙәрен күп нәмәнән мәхрүм итеп аҡса йыя. Аҙаҡ ул аҡса кемгә ҡала? Ни өсөн уны йыялар? Балаларына ҡалдырырғамы? Ирҙең дә, ҡатындың да тәүге никахтарынан ҡыҙҙары бар. Әммә улар ата-әсәләре менән аралашмай, сөнки улар тормоштан төңөлгәндәр, үҙҙәренең ғәриплектәрендә кешеләрҙе ғәйепләйҙәр, башҡа кешеләрҙең дә үҙҙәре кеүек һуҡырайыуҙарын теләй. Уйҙары насар, ғәмәлдәре тағы ла насарыраҡ.

Байлыҡ ҡала, ҡала аҡса ла
«Фәҡирлектә үткән тереклек»
Эшем буйынса төрлө кешеләр менән күп аралашырға тура килә. Ҡайһы берәүҙәр менән һөйләшкәндән һуң күңелгә нур тула, улар тураһында матур мәҡәләләр йыр кеүек яҙыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштан йәм тапмағандар, донъяның тик насар яҡтарын күргәндәр ҙә бихисап.
Инвалидтар көнө айҡанлы мәҡәлә яҙырға барған геройҙарымдың яҙмыштары ябай түгел ине. Аллаһ Тәғәлә хаҡына, ризалығына уларға күп мәсьәләләрҙә ярҙам итергә тура килде. Башта йәлләп хәлдәрен белергә бара инем, аҙаҡ аралаша торғас ирҙең дә, ҡатындың да тәне генә түгел, йәндәре зәғиф булыуын аңланым. Уйың ниндәй, тормошоң да шулай ҡорола бит. Быларҙың уйында тик аламалыҡ, әйләнә-тирәләгеләр бөтәһе лә насар, бөтә кеше уларға ниҙер эшләргә бурыслы. Иң аптыратҡаны иһә—аҡсаға ҡомарлыҡтары. Ире бигерәк тә ваҡсыл. Ябай ғына миҫал. Үҙҙәрен оҙатып йөрөргә кеше эҙләйҙәр. Социаль хеҙмәттән килгән хеҙмәткәргә айына 160 һум түләргә кәрәк икән. Ә беҙгә айына 100 һумға йөрөүсе кәрәк ти. Хәҙерге заманда 100 һумға ике кешене кем етәкләп алып йөрөһөн!
Ә бит улар айына икеһенә 40 меңгә яҡын пенсия ала. Пенсия күскән көндө үк торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәрен түләйҙәр. Ярай быныһы хуплауға лайыҡ. Шунан 1 ай йәшәүҙәренә 3 мең һум бүләләр ҙә ҡалған аҡсаны банкка илтеп процентҡа һалалар. Көн һайын ире магазинға төшөп, ҡулланыу ваҡыты сығып барғанға акция буйынса һатылған иң арзанлы ризыҡты һатып ала. Уларға ҡасан барһаң да һыуытҡыстары буп-буш. Ҡатынының тәм-том ашағыһы килә, әммә иренән үтеп үҙе өсөн аҡса алып ҡала алмай. Нимәһе ҡыҙғаныс, улар теләгән ваҡытта шул йыйған аҡсаларын сисеп ала алмай, сөнки икеһе лә һуҡыр. Бының өсөн уларға нотариустан кемгәлер ышаныс ҡағыҙы эшләтергә кәрәк. Ул ҡағыҙҙы юллау ҙа бушлай эшләнмәй. Ғөмүмән, хөкүмәт уларға аҡсаны туҡланһындар, кейенһендәр, сәләмәтлектәрен ҡайғыртһындар өсөн бирә. Ә улар үҙҙәрен күп нәмәнән мәхрүм итеп аҡса йыя. Аҙаҡ ул аҡса кемгә ҡала? Ни өсөн уны йыялар? Балаларына ҡалдырырғамы? Ирҙең дә, ҡатындың да тәүге никахтарынан ҡыҙҙары бар. Әммә улар ата-әсәләре менән аралашмай, сөнки улар тормоштан төңөлгәндәр, үҙҙәренең ғәриплектәрендә кешеләрҙе ғәйепләйҙәр, башҡа кешеләрҙең дә үҙҙәре кеүек һуҡырайыуҙарын теләй. Уйҙары насар, ғәмәлдәре тағы ла насарыраҡ. Шуға күрә лә балалары улар менән бәйләнештәрен өҙгән. Туғандары ла хәлдәрен белергә һирәк инә.
Ә ни өсөн кеше ошондай күңелһеҙ хәлгә тарый? Ни өсөн аҡсалары булып та үҙҙәренән-үҙҙәре ҡыҙғанып фәҡирлектә йәшәргә мәжбүрҙәр күп? Сөнки, кеше был донъяға үҙенең нимә өсөн тыуғанын, тормоштоң асылын аңламай, шуға ла дөрөҫ йәшәмәй. Байҙар байлығы кәмеүҙән ҡурҡа, ярлылар тормоштары уңмағанға зарланыуҙан үтмәй.
«Һаран кеше мәңге ярлы»
Франческо Петрарканың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Үрҙә яҙып үткән кешеләрҙең кассала йөҙәрләгән мең һум аҡсалары ятһа ла күңелдәре ярлы, көнитмештәре фәҡирҙәрсә.
Ҡайһы берәүҙәр, һәр кеше ниндәйҙер кимәлдә ҡарун тип әйтер. Эйе, ҡомһоҙлоҡ ул аҡса йыйыу, уны ҡыҫып тотоу ғына түгел, карьера артынан ҡыуыу ҙа , яңы машина йәки ҙурыраҡ йорт һалыуҙа ла сағыла. Иҫәп буйынса ғаилә ҡороу ҙа шуның касафаты. Байыу, хәлен яҡшыртыу өсөн кеше бер-береһен һата, хатта үлтерә.
Ҡомһоҙлоҡ менән беҙ көндә осрашабыҙ: һатыусылар аҙыҡ-түлекте һатҡанда мутлаша, адвокаттар клиенттарының эштәрен юрамал һуҙа, ҡулдары үҙҙәренә табан «кәкре» чиновниктар ришүәт һәм бүләктәр таптыра, бурҙар урлаша. Уларҙың барыһы менән дә ҡарунлыҡ идара итә. Әйткәндәй, ҡомһоҙлоҡ, ҡомағайлыҡ, ҡомарлыҡ, ҡарунлыҡ -- барыһы ла һаранлыҡ һүҙенең синонимдары.
Һарандың ғүмере ҡыҫҡа
Табиптар әйтеүенсә, ҡарунлыҡ кешене тиҙерек ҡартайта, йәшләй ауырыуҙарға һабыштыра. Минск табип-психиатры Николай Спрудовский фекеренсә, мул ҡуллы кешеләргә ҡарағанда тире ауырыуҙары менән һарандар – 5, инсульт, гипертония --3, инфаркт -- 6, ашҡаҙан язваһы, гастрит, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары менән 4 тапҡырға күберәк сирләй. «Бөтә сырхауҙар көнсөллөк һәм аҡса менән артыҡ мауығыуҙан башлана»,--ти табип. – Етешә алмағанға көйгәндән йоҡо оса, невроз ҡалҡа. Организм күп итеп адреналин бүлеп сығарғанлыҡтан физик пландағы ауырыуҙар -- инфаркт, инсульт, гипертония барлыҡҡа килә. Йөрәк кенә бөтә тип уйларға ярамай, ашҡаҙан, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр ҙа зыян күрә. Бөтә иммун системаһы хәүеф аҫтына ҡуйыла, гармональ баланс боҙола».
Ислам дине һаранлыҡты өнәмәй
Фәҡир ҡалам тип хәүефләнеү дөрөҫ түгел, -- тип өйрәтә Ҡөръән Кәрим. -- Бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә.
Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
Берәү бурысын түләргә ниәтләнһә, уға шунда уҡ Аллаһы Тәғәләнән ярҙам килер. Атайыңдың дуҫына барып йөрөү ҙә изгелек.
Дине һәм изге ғәмәленән ҡала, берәү ҙә кемдер берәүҙән артыҡ түгел. Хурлыҡ өсөн кешегә тотанаҡһыҙ, әҙәпһеҙ, һаран һәм ҡурҡаҡ булыу ҙа еткән. Аллаһтан ярҙам һораған кешегә -- уңышһыҙлыҡҡа осрау юҡ, кәңәшләшеп эшләгән кешегә -- үкенеү юҡ, һаҡлыҡ менән мал тотҡан кешегә -- мохтажлыҡ юҡ.
Биргән кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә алғаны файҙа күрергә тейеш, тип өйрәтә дин. Шуға ла саҙаҡа бирергә теләгәндә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел.
Әйбереңде, малыңды башҡалар менән уртаҡлашыу -- мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт.
«Үҙҙәре мохтажлыҡ кисереп торған хәлдә лә, мосолмандар кешенән бер нәмә лә өмөт итмәй. Аллаһтың ризалығы өсөн булһын тип, ризығынан фәҡирҙәргә, етемдәргә өлөш сығара, -- тип өйрәтә изге Ҡөръән. -- Шуның өсөн Аллаһ уларҙы бәлә - ҡазанан ҡотҡарыр, йөҙөнә -- нур, күңеленә ҡыуаныс бирер», -- тиелә «Әл-Иҡсан» («Кеше») сүрәһендә.
Һаранлыҡ—хурлыҡ
Бөтә кеше лә һыныуҙарға дусар. Аллаһ Тәғәлә бәндәһен ауырыу-һыҙланыу, аслыҡ, фәҡирлек менән генә түгел, байлыҡ биреп тә һанай. Күңел ғазаптары кисергәндә, ауырығанда һыҙланғанда беҙ сабыр булһаҡ, байып киткәндә сабырлыҡ та, түҙемлек тә, Аллаһ Тәғәлә лә онотола. Байлыҡ та кешегә һынау өсөн бирелә. Бай кеше үҙен һынауҙарға дусар түгел тип уйлай һәм ул үҙ-үҙен алдай. Әгәр бай кеше мөлкәтен дөрөҫ бүлһә, Хоҙай уның байлығын тағы ла арттыра. Әгәр инде артабан да байыуҙы ғына маҡсат итеп алып, әжер-сауаптарын, мохтаждарға хәйер бирмәһә, малынан зәҡәт түләмәһә, уның байығыу юлын ябыуы ла ихтимал.
Ике нәмә кешене һәләкәткә (ә һәләкәт йәһәннәмгә) алып бара: улар -- фәҡирлеккә төшөүҙән ҡурҡыу менән сама белмәҫ тәкәбберлек.
Тарихта кешенең ҡомһоҙлоғо хаҡында көлкөлө лә, фажиғәле лә миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, Америка финансисы Генриетта Хоуленд Грин Чикагола кварталдар тотоп та, бөтә ғүмерен ҡуртымға алған фатирҙа йәшәп, фәҡирлектә үткәргән. 1916 йылда меҫкенлектә үлгән ҡатындың 100-ҙән алып 200 миллион долларға тиклем баһаланған байлығы ҡалған. Хәҙерге заман аҡсаһына әйләндергәндә был сумма 2 миллиард долларҙан алып 4 миллиард долларға тиклем (беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә 20 миллиард һумға) барып етә.
Генриетта Грин Гиннес рекорды Китабына донъяла иң һаран кеше булараҡ ингән. Һәм был ябай һүҙҙәр генә түгел. Йылына әллә нисәмә миллион доллар эшләүсе ҡатын иҫ киткес һаран булған.
Ул бер ваҡытта ла йылылыҡты тоҡандырмаған һәм йылы һыу менән йыуынмаған. ¤ҫтөндәге берҙән-бер иҫке ҡара күлдәгенән башҡа кейем алмаған. Эске кейеме тулыһынса иҫкергәс кенә алмаштырған. ¤йөндә һабын әҫәре булмаған, сөнки бер ваҡытта ла йыуынмаған. Әрпеш миллионершанан ниндәй еҫ аңҡып торғаны билдәле. Быға тағы шуны өҫтәргә кәрәк: ул сирләмәҫ өсөн гел генә һуған ашап йөрөгән. Иң арзанлы ресторандарҙа хаҡтары 15 центтан ашмаған бәлештәр алып ашаған. Һөйләүҙәренсә, экипажда 2 центҡа һатып алып булған почта маркаһын юғалтып төнө буйы эҙләгән. Кер йыуыусыға ла ул һабынға артыҡ аҡса түкмәҫ өсөн күлдәгенең иң бысраҡ урындарын ғына йыуырға ҡушҡан. Ул урындағы бакалеянан печеньеға ҡарағанда арзаныраҡ торған печенье онтағы алған. Шунда уҡ уның Деви ҡушаматлы этенә бушлай һөйәк биргәндәр. Ул офиста радиатор өҫтөндә йылытылған һоло ярмаһы менән ғына туҡланған. Иҫке күлдәктә йөрөгәнгәме уға «Уолл-Стрит убыры» тигән ҡушамат таҡҡандар. Ҡушаматы ҡурҡыныс яңғыраһа ла ул мөлкәт, тимер юлын инвестициялауға ссудалар биргән өлкәлә уңышлы эшләгән эшлекле ханым иҫәпләнгән.
Миллионершаға ҡарағанда, берәҙәккә оҡшаған Генриетта банк, брокер канторалары, финанс компанияларының офистарында, шуға оҡшаш башҡа биналарҙа өҫтәл ултыртып ҡына эшләр булған. Әммә, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул офистарҙа бер ваҡытта ла саҡырылмаған ҡунаҡ булмаған. Сөнки ул миллиондар менән эш итеп кенә ҡалмаған, баҙар шарттарын, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға хаҡтарҙың үҙгәреүен һиҙгер тойоп, үҙ капиталын ныҡ үҫтергән. Ә ниндәй акцияларҙы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатып алыуы йәки һатыуы тураһында мәғлүмәт бик актуаль һәм алтынға бәрәбәр булған. Нью-Йорктың ҡала хөкүмәте финанс көрсөгө мәлендә унан кредит алған. Шул иҫәптән 1907 йылғы Банк паникаһы осоронда ла уға мөрәжәғәт иткәндә ул 1 миллион долларға чек яҙа һәм гарантия сифатында ҡыҫҡа ваҡытлы займ облигациялары һорай. Бурысҡа биргән һәр доллары өсөн хәүефләнгән ҡатын йөҙәрләгән доллар бурысын алырға ла яңғыҙы йөрөгән.
Грин үҙ ғүмерендә берәйһен яратҡанмы? Эйе--Деви ҡушаматлы этен. «Ул ҡойроғон болғай-болғай тоғро күҙҙәре менән миңә миллиондарым булған өсөн түгел, хужабикәһен яратҡанға ҡарай»,--тип ҡабатларға яратҡан мультимиллионерша этенән ҡотолорға тәҡдим итеүселәргә.
«Центты экономлау--тимәк, уны эшләү»,--тип әйтер булған үҙенең балаларына Генриетта. Ул хатта бер центын сығармаҫ өсөн үҙ балаларының һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған. Айырыуса Нед улының сәләмәтлегенә битараф ҡалған. 14 йәшлек улы Нед яңылыш аяғын һындырғас, ул өс көн бушлай дауахана эҙләгәнсе, эш үтеп тә китә. Һөҙөмтәлә улының аяғын ҡырҡалар һәм уның урынына протез ҡуялар.
Генриетта Грин 1916 йылда 82 йәшендә ашнаҡсының бер шешә һөткә артыҡ түләгәнен белеп көйгәндән, ҡапыл үлә. Бер аяғы менән гүргә килеп баҫҡанда ла аҡса артынан ҡыуыуҙы ташлай алмаған бахырҡайҙан һәр ваҡыт экономлау, «тәрбиәүи» акциялар тураһында ғына өгөт ишетеп «ғарҡ» булған Нед шундуҡ үҙенә ҡалған мираҫ өлөшөн эсеп-тартып, ставкалар ҡуйып туҙҙырырға тотона. Сильвия исемле ҡыҙы үҙенә тәғәйен миллиондарҙы мәрхәмәтлеккә йүнәлтә. Американың иң бай ҡатындарының яҙмышы шулай күңелһеҙ тамамлана.
Бына шулай, мал артынан ғына ҡыуып йөрөгән кеше йәшәгән йылдарында уҡ тере мәйеткә әйләнә. Ә бына хикмәт эйәләренең ғүмере замандар ахырына тиклем һуҙыла. Тәндәре тупраҡҡа әйләнә, әммә яҡты хәтере күңелдәрҙә мәңгегә һаҡлана.
Һаҡлыҡ менән мал тотҡан кешегә -- мохтажлыҡ юҡ.
Интернетта Генриетта тураһында уҡығандан һуң күңелһеҙ уйҙарҙы таратыр өсөн «Серләшәйек» төркөмөнә инеп киттем. Шунда ошондай «сер»гә юлыҡтым.
...Ике туған һеңлем бар. Яңыраҡ ҡына уларҙың етеш йәшәү серен белеп ҡалдым. Бәлки, кемдәргәлер файҙаһы тейер. Атай-әсәйҙәре ябай эшселәр, күп итеп мал, бал ҡорто тотоп ,себештәр алып,ике баҡса йәшелсә үҫтереп,етеш йәшәнеләр. Мәктәпте тамамлағас,һеңлем сит телдәр факультетына уҡырға инде. Ҡулына диплом алғас,сит илгә барып стажировка үтергә хыялланды аҡ йөҙлө,уртаса кәүҙәле,етен сәсле матур ғына,уҫал ғына һеңлем.Ҡасан осратһаң да бөхтә йөрөнө,уҡыны ла,эшләне лә. Студенттар советында йөрөнө. Физика факультетында уҡыған өндәшмәҫ,төҫкә лә бик үк булмаған егет менән дуҫлашып китте. Ҡыҙҙың ул егетте йәр итеүен берәү ҙә хупламаны. Шулайҙа йәштәр бер нәмәгә ҡарамай ҡулдарына диплом алып,ҡала мәктәптәрендә эш тапҡас,көҙгә гөрләтеп туй яһаны. Икеһе лә яңы ғына эшләй башлауҙарына ҡарамаҫтан,күлдәк-костюмды,балдаҡтарҙы,хатта тамада менән фотографты үҙҙәре йүнләгәндәр. Йолҡош ҡына күренгән кейәүебеҙ ятаҡ коменданты менән һөйләшеп, бүлмә алып йәшәп киттеләр. Беҙҙе уҡып бөткәнсе атай- әсәй ҡараһа,эшләп нығынып киткәнсе аҡсалата ярҙам итеп торһалар,былар икенсе курстан ата-әсәләренән бер тин дә алманылар. Шулай булһа ла бер ваҡытта ла аҡсаһыҙ ҙа йөрөмәнеләр.Һеңлемдең өҫтөндә һәр саҡ зауыҡлы блузка,күлдәк,кофточкалар булды. Ире шәп булып сыҡты,һеңлем дә аҡса тота белде. Килешле прическа,косметика,маникюрға ла ярайһы ғына аҡса сыға бит, ә ул һәр ваҡыт үҙен ҡараны. Бүлмәләренә барып инһәң,һәр саҡ тәртип,бөхтәлек, эсендә туйға төшкән диван,ултырғыстар,өҫтәл,балаҫ,саң һурҙырғыс һәм һауыт-һаба. Шкафты кейәү үҙе эшләгән. һыуытҡысынан һәм өҫтәленән бер ҡасан да аҙыҡ өҙөлмәне. Аҙыҡ-түлек менән әсәйҙәре,ҡайны-ҡәйнәһе ярҙам итеп торҙо. Икмәк, бәлештәрҙе һеңлем үҙе бешерҙе. Уның ҡулы ла оҫта,заказға кәпәс,жилет,кофталар бәйләне, салбарҙар ҡыҫҡартты. Мәктәптә лә икәүһе 40-ар сәғәт алып эшләне. Бынан тыш репетиторлыҡ менән шөғөлләнделәр. Һылыуым, хыял иткәнсә, Англияла стажировка үтте.Туйҙарына бер йыл тигәндә йыл буйы йыйған аҡсаларына тотонолған булһа ла автомобиль алдылар,сит илдә ял итеп ҡайттылар. Беҙҙең тапҡаныбыҙ ашауыбыҙҙан,кейенеүебеҙҙән,ҡыҙҙар менән «сискән» фатирға түләүҙән артманы.Ҡасан өлгөрә лә ҡайҙан еткерә тип һеңлемә гел аптырай торғайным. Кейәү менән өс йыл йәшәгәс, Дим биҫтәһенән төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алдылар.Туйға төшкән аҡсаларын процентҡа һалған булғандар,шуны өйҙөң эсен төҙөкләндереүгә тотонғандар.Ҡалғанын инде ҡоҙағыйҙар менән әсәләре эшләшеп, һыу үткәрешеп бирҙе.Ҡоро һөлдәнән иҫ китмәле күркәм йорт эшләп сыҡтылар. Майҙаны 150 квадрат метрлы ике ҡатлы йортта нимә генә юҡ! Ҡыйбатлы автомат кер йыуыу, һауыт-һаба йыуыу машиналары, заманса саңһурғыс,камин, хатта ихатала шешлек бешереү өсөн махсус урын булдырылған,мунсаларын әйтеп тораһы ла түгел! Сисенеү урынын, икенсе ҡатҡа күтәрелә торған баҫҡысты,мунсаларын,баҡсаларындағы беседкаларын кейәү үҙ ҡулдары менән эшләгән. Баҡсалары ҙур булмаһа ла, ашламалар индереп, алма,сейә,слива груша,ҡарағат,крыжовник ҡыуаҡтары ултыртҡандар. Унан мул уңыш алып, һеңлем көҙөн баҙҙарын салаттар менән тултырып ҡуя. Эргә тирәләге еләкле урындарҙы ла белеп бөткәндәр, емеш ҡайнатмаларының ниндәй генә төрҙәре юҡ. Быйыл бергә йәшәүҙәренә 6 йыл. Ошо ваҡыт арауығында улар бик күп нәмәгә өлгәште. Ә бит уларға әле 30 йәш тә тулмаған! Йыл да сит илдәрҙә, Рәсәй, республикабыҙ буйлап,машиналарына палатка,постель,кәмәләрен тейәп сығалар ҙа китәләр. Быйыл ҡышҡыһын бәпестәре тыуҙы. Декрет отпускыһында ла тик ултырмай һеңлем, парикмахер,визажист һөнәрҙәренә уҡып, төркөм асып,туйҙарға кәләштәрҙе биҙәндерә. Кейәү иһә фото менән мауығып китте, шул уҡ байрам, кисәләрҙә йәй эсендә арыу ғына аҡса эшләй. Ул шулай уҡ комьютерҙар ремонтлауға әүәҫ, һеңлем халыҡ-ара сайттарҙа тәржемәләр эшләй. Улар хаҡында бай туғандары ярҙам иткән, бағыусы тапҡандар,һөйәркәләре барҙыр,тип нимә тип кенә яһап һөйләмәнеләр. Йәшәйем тигән кеше йәшәй. Әле туғаным бала бағыу ялында ятһа ла, килемдәре артҡандан арта! Баҡтиһәң,туйға аҡсаны студент саҡтан тинләп йыйып барғандар.Башҡалар кейенергә ҡыйбатлы бутик, Дим биҫтәһе баҙарына йөрөгәндә,улар Секонд Хендтан кейенгәндәр.Бутиктан 3 меңлек күлдәк алдың ни ҙә, Секондтан ике йөҙ һумға алдың ни,сифаты менән бер нисек тә айырылмай,ти.Күн сумка, башҡа әйберҙе лә шул магазинда арзанға алып йөрөгән. Аҙыҡ-түлек ауылдан килеп торған, бик юҡта урамда ауыл ризыҡтары һатҡан инәй-бабайҙарҙан алғандар. Шулай иткәндә супермаркеттағыға ҡарағанда аҙыҡ-түлек 7-8 тапҡыр осһоҙға төшөүе хаҡында һөйләне. Ә ҡыйбатлы парфюм-косметикаға килгәндә,апаһы аша тестерҙарҙы бушлай алған. Ярымфабрикаттар, магазин аҙығы менән туҡланмағандар,күберәк үҙе бешергән. Алтын,көмөш биҙәүестәренең,ҡыйбатлы сәғәттәренең дә сере ябай. Биҙәүестәрҙе хаҡтары төшөрөлгәндә (распродажала) ике тапҡыр осһоҙ саҡта алған,ә сәғәтте Интернет селтәрендәге «Старинные вещи» тигән төркөмдән заказ эшләгән. Сит илдәргә сәйәхәттәргә лә хаҡтар төшкән мәлдәрҙә йөрөгәндәр.Прическа,маникюрға килгәндә, уларҙы яһау буйынса курстар тамамлаған. ¤йҙәрендәге мебелде лә Интернеттан ҡарап,осһоҙон, әммә сифатлыһын алғандар.Ҡайһы берҙәрен кейәү магазиндыҡынан да яҡшы итеп үҙе эшләгән.Бәпестәренә лә әйберҙәрҙе,гигиена кәрәк-ярағын Интернет магазиндарҙан алдыралар.Шул иткәндә әйберҙәр магазиндыҡыларҙан күпкә осһоҙға төшә,ә памперс урынына өйҙә күберәк иҫке сепрәктәрҙән косынкалар яһап һалалар. Шулай уҡ хаҡтар төшкән ваҡыт(распродажа),дисконттар бик уңайлы,ти. Хәҙер,әлбиттә,донъялары теүәлләнгәс, һеңлем Секонд Хендта кейенмәй, кейемдәрҙе модалы итеп үҙе тегә. Киләсәктә атай-әсәйҙәрен шифаханаға путевка менән бүләкләргә,ауылдағы өйҙәренә һыу үткәрешеп,ике яҡҡа ла бер иш ярҙам күрһәтергә,тип план ҡоралар. Ошондай йүнсел,егәрле йәштәребеҙ күберәк булһын ине арабыҙҙа.
Был осраҡта йәштәрҙең йыйнаҡ, һәр тиндәрен иҫәпләп донъя көтөүҙәре күптәргә үрнәк булырлыҡ. Улар аҡсаны маҡсатлы йыйған, донъяларын бөтәйткән, йәшәйештәрен яҡшыртҡан. Генриетта Гриндыҡы кеүек йыйған байлығына эт менән ҡош кинәнмәгән.
Һуңғы һүҙ урынына
Мәҡәләмде яҙғанда башымдан бер уй үтте – ҡиммәтле әйберҙәр, дан-шөһрәт кешене бәхетле итмәй. Улар ниндәйҙер кимәлдә шатлыҡ-ҡыуаныс килтерә, әлбиттә, әммә улар тормоштоң мәғәнәһе түгел. Бәхет затлы әйберҙә лә, аҡса ла түгел. 100 мең долларлыҡ сәғәт тә, ҡып-ҡыҙыл Ferrari ла һәр ваҡыт үҙеңде бәхетле тойҙортмай. Кешене аҡылы, фекерләү ҡеүәһе, мейеһе һәм уның ҡылыҡтары ғына ҡабатланмаҫ итә. Һөйгән йәр, һәр алышынған миҙгелгә ҡыуана белеү, күҙҙең яуын алған һәм хуш еҫ таратҡан сәскә һәм башҡа ошондай күңелде иләҫ-миләҫ мәлдәр ҡабатланмаҫ бәхет килтерә. Ниндәйҙер кимәлдә һаран булыу ҙа кәрәк, әммә үҙегеҙгә ҡарата түгел, хеҙмәтегеҙҙе һеҙҙе бәхетле итмәгән, кәрәкмәгән нәмәләргә алыштырырға маташыусыларға ҡарата һаран булығыҙ. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: бөтә нәмәлә лә самалыҡ кәрәк, шул иҫәптән һаранлыҡта ла.
Читайте нас: