Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Ғинуар 2021, 02:00

ҮҘ РИЗЫҠТАРЫБЫҘ БӘРӘКӘТЛЕ

Һәр кешенең һаулығы уның нисек туҡланыуына бәйләнгән. Fалимдар иҫбатлауынса, тәүтормош осор кешеләре араһында һимеҙҙәр бөтөнләй булмаған. Сөнки улар йәшәгән дәүерҙә консерванттар, ароматизаторҙар, окислителдәр ҡушылған ризыҡтар, газлы эсемлектәр, кондитер изделиелары етештерелмәгән. Кеше һунарҙа нимә таба, шуның менән көн иткән һәм, ғөмүмән, тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып йәшәгән. Беҙ бөгөн тәбиғәттән шул тиклем ситләшкәнбеҙ, хатта өҫтәлдәге туҡланған ризыҡтарыбыҙ ҙа тәбиғи түгел, ә яһалма булыуы аллергия, шәкәр диабеты, онкология һымаҡ замана сирҙәренең тамыр йәйеүенә булышлыҡ итте.

Байғусҡар ауыл китапханаһы ошо проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, «Туҡланыу ризыҡтары: ыңғай һәм кире ҡараш» исемле сара үткәрҙе. Китапханасы консервантлы ризыҡтарҙың зыянын иҫбатлап кока-кола эсемлеге менән тәжрибә эшләп күрһәтте һәм магазин кәштәләрендәге сағыу биҙәкле аҙыҡ-түлекте тышындағы яҙыуҙы ентекләп тикшергәндән һуң ғына алырға кәңәш итте. «Кешелектең йәшәү тамырына ҡулдарыңды һуҙма, химия!» исемле күргәҙмәлә тап ошондай һаулыҡҡа кире йоғонто яһаған аҙыҡтар урын алғайны. Ә башҡорт халҡының аш-һыуы ҡуйылған «Һөттә—һаулыҡ, майҙа—бәрәкәт, иттә—ҡеүәт» исемле күргәҙмәнең уртаһында еҙ самауыр ҡайнай, сәк-сәк, ҡабартма, өшә, көлгә күмеп бешерелгән картуф, көлсә, талҡан, айран, буҙа, кипкән емеш-еләк, төрлө-төрлө емеш-еләк ҡағы, һөҙмә. Ҡороттоң бер нисә төрө, эремсектәр, ҡаҡланған ит, ҡаҙы, тултырма хатта ҡомалаҡ әсеткеһе лә ҡуйылған ине. Тамашасыларға талҡан эшләү, ҡымыҙ бешеү, ярма төйөү, ҡымыҙ һәм күбек май бешеү, һағыҙ ҡайнатыу ысулдары күрһәтелде. Тамаша йыр-моң менән үрелеп барҙы. Китапханасы Хәйбуллала етештерелгән иттең үҙенсәлеге хаҡында һөйләне. Ҡояш энергияһы менән байытылған дала ҡылғанын һәм әремен утлаған малдың ите ашап туйғыһыҙ татлы һәм һутлы була. Шуға күрә беҙҙә етештерелгән итте бренд кимәленә күтәрергә мөмкин, тине. Fөмүмән, Хәйбуллала эшләнелгән ҡымыҙ һәм ҡороттоң даны сит төбәктәргә лә таралған. Байғусҡар ауылының уңған килендәре баҙарҙа һатҡан ҡорот һәм майҙарын күрше Ырымбур өлкәһенән эҙләп килеп һатып алыуҙары ошо турала һөйләй. Ауылыбыҙҙа етеш, тырыш халыҡ йәшәй тине китапханасы. Байрам һуңында тамашасы-ларға «Ата-бабамдың аш-һыуы хазинаға торошло» исемле китаптар күргәҙмәһенә ҡуйылған йыйынтыҡтарҙы алып уҡырға тәҡдим ителде.

Р.В.Ҡолсонбаева,

Байғусҡар ауылы

китапханасыһы.

Хәйбулла районы.
Читайте нас