АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Декабрь 2020, 15:30

ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ—ҒАИЛӘНӘН

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында 6 башҡорт төркөмө эшләп килә, ә ҡалған 8-е—рус төркөмө. Эйе, икеһе лә башҡорт була тороп, бәләкәсен урыҫ төркөмөнә биреүселәр ҙә осрай. Әлбиттә, үкенесле. Шул уҡ ваҡытта нәҡ башҡорт төркөмөнә эләгергә теләүселәр ҙә бар. Быныһы инде һөйөндөрә. Мәҫәлән, Екатерина һәм Артур Байғузиндар ҡыҙҙарына башҡорт телен өйрәтергә тырышып тора. Тәрбиә башлыса әсәйҙәр иңендә булыуын иҫәпкә алғанда, бында йәш әсә Екатеринаға һоҡланып ҡына ҡарарға мөмкин.

Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн ҡатнаш ғаиләләр артҡандан арта бара. Шуғалыр ҙа бөтөнләй туған телен белмәгән йәш быуын үҫә. Әммә бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки үҙ балаларына ике телде лә өйрәтеүсе ғаиләләр бар. Был ир менән ҡатындың бер-береһенә булған һөйөүенән, хөрмәтенән, үҙ милләттәренә ихтирамынан киләлер.
Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында 6 башҡорт төркөмө эшләп килә, ә ҡалған 8-е—рус төркөмө. Эйе, икеһе лә башҡорт була тороп, бәләкәсен урыҫ төркөмөнә биреүселәр ҙә осрай. Әлбиттә, үкенесле. Шул уҡ ваҡытта нәҡ башҡорт төркөмөнә эләгергә теләүселәр ҙә бар. Быныһы инде һөйөндөрә. Мәҫәлән, Екатерина һәм Артур Байғузиндар ҡыҙҙарына башҡорт телен өйрәтергә тырышып тора. Тәрбиә башлыса әсәйҙәр иңендә булыуын иҫәпкә алғанда, бында йәш әсә Екатеринаға һоҡланып ҡына ҡарарға мөмкин. “Беҙ үҙебеҙ башҡорт телен белмәйбеҙ, шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙҙың уны белеп үҫеүен теләнек һәм улар ярҙамында үҙебеҙ ҙә өйрәнергә булдыҡ”,—ти Байғузиндар.
Өлкән ҡыҙҙары Марьяна “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөн тамамлап, әле мәктәптә 1-се класта уҡып йөрөй. Ә кесе ҡыҙҙары— 3 йәшлек Диана— башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүсеһе. Ул бик аҡыллы, сос һәм тәрбиәле. Айырыуса башҡорт йырҙарын ярата. Башҡорт телен аңлай, хатта һөйләшеп маташа. Марьяна апаһына оҡшаһа, мотлаҡ өйрәнер ҙә, һөйләшер ҙә!
Телгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе ғаиләләр күберәк булһа ине, тигән теләктәмен.
Әлфиә Вилданова, «Әкиәт» балалар баҡсаһының башҡорт төркөм тәрбиәсеһе.