АТАЙСАЛ
-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Ноябрь 2020, 15:55

Тажзәхмәт бөтөрмө? Йәки унан нисек ҡотолорға?

Вирус булған, бар һәм буласаҡ. Ә унан нисек ҡотолорға? Организмға үтеп инеп, халыҡты ҡыра башлауының сәбәбе ниҙә? Стрестар, сифатһыҙ аҙыҡ, бысранған экология, аҙ хәрәкәт төп сәбәп түгелме?

Был һорауҙы эстән генә һәр беребеҙ үҙенә, бер-беребеҙгә лә бирәбеҙ. Фәнни дәрәжәлә ғалимдәр, медицина белгестәре лабораторияла вирусты тикшереп, уны бөтөрөү һәм бөтөү ваҡытын иҫбат иткән йыуаныслы хәбәрҙе хөкүмәт иғлан иткәнен көтәбеҙ. Тик ул әлегә ишетелмәй. Бәлки, киләһе йәйгә кәмер, тиҙәр. Йәйгә хәтле көҙҙө, ҡышты һәм яҙҙы үтәһе бар. Ҡайһыбыҙ ул мәлдәргә барып етер тигән шикле уйҙар ҙа башҡа төшә. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн борсолабыҙ.
Был һорауға яуапты мин дә эҙләйем. Һәм үҙ күҙлегемдән сығып яуап яҙғым килә. Был минең фекерем генә. Кемдер килешмәҫ, кемдер уйланыр. Фекерҙәр төрлө булыр. Тик барыбер һығымта яһарға тейешбеҙ. Ғибрәтле хәлдәр бара, ә ғибрәтле хәл кешене уйландырырға тейеш бит инде. Ә мин шулай ҙа яҙып ҡарайым. Минең дәрәжәләге ябай кеше лә инде ниндәйҙер һығымта яһарлыҡ ваҡыт үтеп, был вирус арҡаһында килеп сыҡҡан шарттарҙа йәшәйбеҙ. Тимәк, алынған белемде, йыйған аҡылды, интуицияны эшкә егеп, быға хәтлем йәшәлгән йылдар тәжрибәһе күҙлегенән был хәлдәргә ҡарап, түбәндәге яҙмамды яҙырға булдым.
Һуңғы арала интернетта, ватсапта был вирустың инде 1978 йылдар тирәһендә үк билгеле булып, фәнни дәрәжәлә өйрәнелгән булыуын яҙалар. Тимәк, ул вирус булған, бар, буласаҡ. Нисә йылдар яныбыҙҙа йөрөгән сиргә беҙ бирешмәгәнбеҙ. Нишләп? Ни өсөн? Был зәхмәт ҡасан бөтөр тигән һорауға яуап эҙләр алдынан ни өсөн беҙ гел ҡырыйыбыҙҙа йөрөгән вирусҡа быға хәтлем бирешмәгәнбеҙ тигән һорауға яуап табайыҡ. Яныбыҙҙа йөрөп-йөрөп, ниңә бөгөн ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында беҙҙе эстән ҡыйрата башланы. Йәшерен-батырын түгел, күптәребеҙ ғауғалайбыҙ (паникала). Остоҡ та өмөтөбөҙ юҡмы ни? Бына ошо ерҙән башлап һәр беребеҙгә: “Нишләп нисә йылдар буйына ҡырыйыбыҙҙа йөрөгән вирусҡа беҙ баш бирмәгәнбеҙ, нишләп меңәрләп сирләмәгәнбеҙ, ә хәҙер хәстәхәнәләр тулы, сирлеләргә һәм вафат булғандарҙы һаҡларға ла урын юҡ, нишләп күпләп китәбеҙ әле һуң?”- тигән һорау бирер инем.
Эйе, башты эшләтмәһәк һәм ниндәйҙер ҡарарға һәр беребеҙ уйланып килмәһәк, иртәгә..... Иртәгә күптәребеҙ булмаҫҡа мөмкин!!! Вакцина уйлап сығарасаҡтар тигән хәбәрҙе төрлө трактовкала яҙҙылар. Уйлап сығарғандар, сығаралар һәм башҡа. Вирус мутациялана, бүтән штамға әйләнгән, был вакцина ярҙам итмәҫкә мөмкин икән тип тә яҙалар. Бәлки! Сөнки коронавирус тип саң ҡағыу ситкәрәк китте, хәҙер ике яҡлы пневмония башланды. Бәлки был мутанттыр? Ҡайһы һүҙ дөрөҫ, ҡайһы дауалау дөрөҫ? Нишләп дарыуҙар файҙа бирмәй? Баш ҡатып китте тейергә була. Мөғжизәле прививканы ла көтә - көтә бик күп ваҡыт үтеп кителде бит, йәмәғәт!
Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа беренсе һорауға яуап эҙләйек. Ни өсөн беҙ тажлы зәхмәткә бирешмәйенсә йәшәгәнбеҙ? “Беҙҙең эске хәләтебеҙ йәки, медицина термины менән әйтһәк, иммунитеттың вирусҡа бирешмәҫлек көсө нимәгә бәйле булған?”- тигән һорауға яуап табайыҡ.
Минем яуап ҡыҫҡа: ил күләмендә булған психологик сәбәптәргә һәм ашауға.
1. Беренсе сәбәптең эсенә инеп уйланып китһәң – подпункттар хайран күп. Хәҙерге ваҡыттағы кеүек элек нерв кейеренкелеге көслө булмаған. Урындары йәннәт түрҙәрендә булһын, әтейем менән әнейем ете бала тәрбийәләп үҫтереп, өс балаға юғары белем, икеһен техникумда уҡытып, өйләндереп, кейәүгә биреп, туйҙар яһай алғандар. 80 йәшендә лә әнейемдең сәстәре ҡап-ҡара ине тейерлек. Хәҙерге заманда өс балаға юғары белем биреү өсөн о-һо-һо, сәстәр төбөнә хәтле ағарырға тейеш!!! Ҡырыҡ йәштә хәҙер күптәребеҙ сал сәсле. Мин Америка асмайым. Ул барыбыҙға ла билгеле. Ипотека, кредит, балаларҙы уҡытыу түләүле, дауаланыу түләүле – бөтөн нәмә хаҡ һорай. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә генә күпме аҡса түгәбеҙ? Унан башҡаһы ла күп. Улар беҙҙе эстән нығытамы, ҡаҡшатамы? Ошоноң янына сифатһыҙ ризыҡты, бысыранған экологияны, ағыуланған һыуҙарҙы, ултырып, әҙ хәрәкәтләнеп эшләй торған эштәрҙе ҡуйһаҡ?. Мин уларҙы яҙмаһам да беләһегеҙ.
2. Икенсе сәбәпкә күҙ һалһаҡ, кемдер риза булмаҫ. “Ашау Аллаға шөкөр, магазиндарҙа кәштәләр һығылып тора,”- тейерҙәр. Беҙҙең әней-әтейҙәр был ниғмәттәрҙе ашап йәшәмәгән ( Мин, Аллаға шөкөр, ашамағандар тим. “Ножки буша” ашаманылар, ә һөйәктәренә хәтле һутлы, тәмле үҙебеҙҙең тауыҡ итен ашап йәшәнек. Һурпаһы ғына ни тора? Һәм башҡа сифатлы ризыҡтар ул ваҡытта өҫтәлдә тулып торҙо). Ә нишләп беҙ сиргә баттыҡ. Ул заманда рак та, диабет та, инсульт та, инфаркт та анда – бында бер ишетелә ине. Тимәк, ялтыр–йолтор ҡағыҙҙарға төрөлгән ризыҡтар әле сифатлы тигән һүҙ түгел. Сөнки кешеләрҙең һаулығы иң беренсе ризыҡҡа бәйле. Ул беҙҙең тәндең төҙөлөш материалы. Бөгөн төҙөлөш материалы, русса әйткәндә, “остается желать лучшего” тейергә була.
Һаулығы ҡаҡшаған, стрестарҙан башы сыҡмаған, сифатһыҙ ризыҡ ашап иммунитетын бөтөргән әҙәмдәр булып ҡалдыҡ түгелме? Теләһә ҡайһы вирус эскә инеп, рәхәтләнеп үрсерлек хәлдәбеҙ тип әйтергә була.
Был шарттарҙа беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ һуң? Вирус быға хәтлем йәшәгән ер өҫтөндә, ул күптән бында “пропискала”. Тимәк, вирус беҙҙе еңә алмаҫлыҡ хәлгә өлгәшергә тейешбеҙ. Был сир баҫыуҙарға, үҫемлектәргә зыян һала торған саранча ла, бөжәк тә түгел, кукурузниктан уға ағыу һиптерә алмайбыҙ, ул бит инде ярты быуат йәшәгән, беҙҙең ҡышҡы һыуыҡтарға, әсе елдәребеҙгә, баш түбәһен көйҙөрөрлөк селләләргә бирешмәгән. Шулай булғас, план ҡороп, вирусты хәйләләп еңергә генә ҡала. Мин һеҙгә план тәғдим итәм:
1. Юғалып ҡалыу, паникаға бирелеү, ҡурҡып йәшәү – былар беҙҙе көсһөҙләндерә. Шулай булғас, уларҙы күңелгә, башҡа индермәйбеҙ. Вирусҡа беҙҙең рухты ҡаҡшатырға, әхлаҡи яҡтан көсһөҙләндерергә юл ҡуймау бик мөһим. Һуғышта ла баштан аяҡ ҡоралланған дошманды көслө рухлы ата– бабайҙар еңеп сыҡҡан. Күҙҙәре нур сәскән, күкрәктәрен киреп баҫҡандар дошман ҡаршына. Шуға тормошҡа шөкөр итеп, шатланып-ҡыуанып йәшәүҙе дауам итәйек, гөрләтеп эшләйек. Йәғни негативты ҡыуып, ыңғай энергияны күберәк йәлеп итәбеҙ. Эстән ҡыуанып йәшәү һәм эшләү–ул иң шәп витамин. Ипотека-кредиттар өсөн эстән борсолмайыҡ, нисек тә уларҙы ваҡытлыса тип ҡабул итәйек. Йәғни рухи яҡтан үҙебеҙҙе ныҡ тотабыҙ. Стресҡа ҡаршы торорлоҡ күс булырға тейеш. Ҡулдан килмәгән, беҙгә ауырлыҡ килтерә торған ғәмәлдәрҙән ситләшеп торайыҡ был йылдарҙы. Уны һәр кем үҙе белә.
2. Икенсенән, көслө рух янында көслө организм булырға тейеш. Ул саҡта был сир беҙҙең тәнгә үтеп ингән хәлдә лә шунда үҙе үләсәк. Тимәк, эсебеҙҙә вирус үрсерлек шарттарҙы тиҙерәк бөтөрөргә кәрәк. Бөтөрөргә, булдырмаҫа, көндән-көн эстәге бөтөн ағзаларҙа вирус өсөн бик ныҡ уңайһыҙ шарттар тыуҙырырға. Ә нисек? Беҙ нимәнән торабыҙ? Беҙ нимә ашайбыҙ - шунан торабыҙ. Тимәк, был йылдарҙа ашауҙы көйләргә кәрәк, ул бары тик беҙҙең иммунитетты күтәрергә тейеш, беҙҙең эстәге һаҡлаусы көстәрҙе арттырырға һәм уларҙы нығытырға тейеш. Ә нимәләр ашамау беҙҙең көстө арттыра һуң? Ашарға яраҡһыҙ ризыҡты ашамау беҙҙең көстө арттыра тигән яуап килеп сыға. Иң беренсе эсебеҙҙә шул ризыҡтар арҡаһында йыйылған шлактарҙан таҙартыу – ул эске сәләмәтлеккә юл аса. Тәм-том, сифатһыҙ ризыҡ ҡулланмаҫҡа! Яһалма тәмләткестәрҙе, синтетик сөпрәнән бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын, фасфудтарҙы күп ҡулланыу, уларҙы самаһыҙ ашау, эш урындарында ваҡыт етмәү сәбәпле арлы – бирле ҡапҡылау, ултыраҡ эш режимдары беҙҙе эстән көсһөҙләндерҙе, сереүгә еткерҙе һәм вирустарға уңай шарттар тыуҙырҙы. Һығымта яһайбыҙ. Тимәк, сифатлы ризыҡ ҡына ашай башлайбыҙ. Тапҡан аҡсабыҙҙы сәләмәтлеккә генә инвестициялайбыҙ. Русса әйткәндә, “Без ГМО, без ЕЕ-шек, без красителей, беҙ искусственных сладостей” аҙыҡ алабыҙ.
3. Урында ҡатып, хәрәкәтһеҙ ҡалып эшләй торған эштәр күбәйҙе. Бөтөн эш компьютерға һәм башҡа заманса технология аппараттарына бәйле. Ҡатҡан баштар, елкәләр, билдәр, умыртҡа һөйәктәре заманы тиһәк бер ҙә яңлыш булмаҫ. Нисек иттереп тәнебеҙҙә лимфалар, капиллярҙар, сосудтар яҡшы итеп эшләрлек, эсәктәребеҙ ашағаныбыҙҙы эшкәртерлек, ағзаларҙа торғонлоҡ булдырмаҫлыҡ хәләттә йәшәүҙе тәьмин итергә тип уйланыу мөһим. Бының өсөн яйы сыҡҡан һайын физик күнекмә эшләргә, хәрәкәтләнергә. Саф һауалы тәбиғәттә йөрөү, физик эштәр менән шөғөлләнеү, спорт менән шөғөлләнеү, физик эш булмаһа көндәлек күнегеүҙәр яһау, бассейнға йөрөү, уйындар уйнау һәм башҡа тәнебеҙҙә торғонлоҡто булдырмай торған физик хәрәкәтләнеүҙәр мөһим.
4. Паразиттарға, зыянлы бактерияларға, вирустарға ҡаршы систематик рәүештә көндә көрәш алып барыу. Ошо паразиттар менән Зәүхиә аптыратты инде тейерһегеҙ. Ә ШУЛАЙ ҘА ЯҘАМ!!! КӨНДӘ УЛАРҒА ҠАРШЫ КӨРӘШЕҮ, УЛАРҒА ТӘНДӘ ҮРСЕРГӘ БИРМӘҮ – УЛ ИҪӘНЛЕКТЕҢ НИГЕҘЕ. Был турала күп яҙҙым. “Профилактика – залог здоровья” тигән ҡулдан рәсемдәр менән яһалған плакаттар элек һәр бер поликлиникала һәм фельдшер пункттарында эленеп тора ине. Бөгөн бик актуаль был плакат. “Противопаразитарная профилактика” тигән нәмә услап дарыуҙы эсеүҙе аңлатмай. Һарымһаҡ, эркет, әсегәнерәк ҡымыҙ, һуған, ҡәнәфер, әрем һәм башҡалар. Теләгән таба--ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға.
5. Шулай уҡ эс ҡатыуҙы булдырмау, күберәк бешмәгән, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә салаттары ашау, төрлө орлоҡтарҙы, бөтөн ярмалар ҡулланыу, үҫемлек майҙары... Һанап бөткөһөҙ. Ҡыҫҡаһы – эҙләйбеҙ. Хатта ауылда тәрбиәләнгән мал ите, тауыҡ күкәйе, ауыл һөтө - ҡаймағы, майы – былар шулай уҡ сәләмәтлеккә нигеҙ һала торған ризыҡтар.
Яҙғанымды йомғаҡлап нимә әйтергә була? Упҡын ситенә үк килеп етмәнек әле, тип үҙебеҙҙе-үҙебеҙ йыуатып ҡул ҡаушырып ултырыу - нәтижә бирмәҫ. Офоҡҡа күҙ һалыу һәм упҡынға күпме ҡалды икән тип уйлау кәрәк.
Аллаһы Тәғәлә хаҡ юл күрһәтһен. Имен-һау булайыҡ!
Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкова.