Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Ноябрь 2020, 14:00

Серле хаттар...

11 ноябрь - Ҡағыҙ хаттар яҙыу көнө. Йәш быуын уны аңлап та етмәй инде ул. Ә беҙ ҡағыҙ хат яҙыу дәүеренә эләктек...Әсәйем почтальонка булды. Бөтә гәзит-журналдар ғына түгел, хаттар, открыткалар беҙҙең өй аша үтте. Иҙәнебеҙҙә тулып ятҡан ошо "ҡағыҙҙар" эргәһендә уралырға яраттым. Үҙебеҙ алдырмаған гәзит-журналдарҙы уҡып ҡалырға ашыҡһам, открыткаларҙың һүрәтен төшөрөп алып ҡалырға тырыштым. Ә инде хаттар сер. Кемгә, ҡайҙан, кемдән килгән икәнен тикшереп ултыра инем. "От кого" тигән еренә "секрет" тип яҙылһа, бигерәк белге килә торғайны. Әммә, белеп булмай. Шул серле ҡағыҙҙарҙы һәр кем ашҡынып көткәндер инде. Әсәйемә гәзит таратышҡанда быға шаһит булам. Осраған кеше иң беренсе: "Хат бармы?" тигән һорау бирә. Ыңғай яуап ишетһәләр, талпынып осорҙай булалар... Кешене шатландырыу үҙе ни тора! Эххххх....Үтте ул замандар....Кешеләр хат яҙышыу түгел, телефон төймәһенә баҫып ҡына һөйләшергә лә, хәл белешергә лә йыбана хәҙер...Берәй йомошо төшмәһә әгәр....Яңы йыл етһә....Уууу, открыткаларҙың күплеге, төрлөлөгө....Улар күбәйгән һайын, байрам көйефе нығыраҡ арта торғайны. Хәҙер ҙә Яңы йыл байрамы етә башлаһа, шул открытклар иҫкә килеп төшә. Уларҙан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә һымаҡ. Шулай булмай, һәр кем унда күңеленән сыҡҡан изге хистәрен, йылы теләктәрен яҙа бит...Эххх....

11 ноябрь - Ҡағыҙ хаттар яҙыу көнө. Йәш быуын уны аңлап та етмәй инде ул. Ә беҙ ҡағыҙ хат яҙыу дәүеренә эләктек...
Әсәйем почтальонка булды. Бөтә гәзит-журналдар ғына түгел, хаттар, открыткалар беҙҙең өй аша үтте. Иҙәнебеҙҙә тулып ятҡан ошо "ҡағыҙҙар" эргәһендә уралырға яраттым. Үҙебеҙ алдырмаған гәзит-журналдарҙы уҡып ҡалырға ашыҡһам, открыткаларҙың һүрәтен төшөрөп алып ҡалырға тырыштым. Ә инде хаттар сер. Кемгә, ҡайҙан, кемдән килгән икәнен тикшереп ултыра инем. "От кого" тигән еренә "секрет" тип яҙылһа, бигерәк белге килә торғайны. Әммә, белеп булмай. Шул серле ҡағыҙҙарҙы һәр кем ашҡынып көткәндер инде. Әсәйемә гәзит таратышҡанда быға шаһит булам. Осраған кеше иң беренсе: "Хат бармы?" тигән һорау бирә. Ыңғай яуап ишетһәләр, талпынып осорҙай булалар... Кешене шатландырыу үҙе ни тора! Эххххх....Үтте ул замандар....Кешеләр хат яҙышыу түгел, телефон төймәһенә баҫып ҡына һөйләшергә лә, хәл белешергә лә йыбана хәҙер...Берәй йомошо төшмәһә әгәр....
Яңы йыл етһә....Уууу, открыткаларҙың күплеге, төрлөлөгө....Улар күбәйгән һайын, байрам көйефе нығыраҡ арта торғайны. Хәҙер ҙә Яңы йыл байрамы етә башлаһа, шул открытклар иҫкә килеп төшә. Уларҙан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә һымаҡ. Шулай булмай, һәр кем унда күңеленән сыҡҡан изге хистәрен, йылы теләктәрен яҙа бит...
Эххх....