АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Октябрь 2020, 14:55

Туҡтатығыҙ ҡунаҡ йыйыуҙы!

Тыуған көндө үткәрмәй торорға мөмкин, аяттарҙы ла... Ғүмер булһа, Алла бирһә, сир сигенгәс, икенсе йылы осрашырһығыҙ, табын ҡорорһоғоҙ. Тик мәле әле түгел! Уйланығыҙ!

Эйе, башта мин быға ышанмай инем...Яҙғыһын...Ниндәйҙер сәйәси уйын тип кенә ҡараным. Ысынлап та, ул саҡта беҙҙең эргә-тирәлә генә түгел, республикала үлеүсе, сирләүсе ишетелмәгән һымаҡ ине...Күрәһең, был алама сир беҙгә йәй аҙаҡтарында килеп етте. Шул мәлдән таныштарҙың ауырығанын, донъя менән хушлашҡанын ишетә башланым. Шомлана төштөм....
Бер-бер артлы билдәле кешеләр китә. Ә билдәһеҙҙәре күпме? Әле ауылдаштарымдың, күрше ауылдан кешеләрҙең үлгән тигән хәбәре ишетелә. Уларҙың бит барыһы ла пенсия йәшендәге ололар түгел (юғиһә, өлкәндәргә генә йоға тигән хаталы фекер йөрөй). Йәштәре лә бар...
Социаль селтәрҙә яңылыҡтар теҙмәһен ҡарайым да аптырауға ҡалам: туғанымдың юбилейында, туйында һ.б. тигән яҙма ҡуялар...
Эйе, үлгән артынан үлеп булмай. Әммә тыуған көндө үткәрмәй торорға мөмкин, аяттарҙы ла... Ғүмер булһа, Алла бирһә, сир сигенгәс, икенсе йылы осрашырһығыҙ, табын ҡорорһоғоҙ. Тик мәле әле түгел! Уйланығыҙ!
Зинһар, тыйылып тороғоҙ! Бөгөн дауаханаларҙа хәл бик насар. Табиптар етмәй, эшләгәндәре арыған, “Тиҙ ярҙам”ды саҡыртыуы бик ауыр, хатта мөмкин дә түгел тиерлек...
Һинең иммунитетың, бәлки, яҡшылыр... Туғаныңды уйла, күршеңде уйла... Бик мәкерле сир. Зинһар, һаҡланайыҡ!
Резеда Усманова.