Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Сентябрь 2020, 14:10

ТАМАШАЛАРЫ КИНОҒА ТОРОРЛОҠ

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Эйәрле ат беҙ менгәндәр” тамашаһын “Ҡурай” каналынан ҡараныҡ. Тамашасы йыя алмаған сикләнгән ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, яңы программа сығарып, халыҡҡа күрһәтеү юлын тапҡан бит әле сибайҙар.Бөйөк Еңеүҙең һәм Башҡорт квалерия дивизияһының 75 йыллыҡ данлы юбилейына һәм халҡыбыҙ батыры Миңлеғәле Шайморатовтың Герой йондоҙон алыуына арналған берҙән-бер ошо кимәлдәге мәҙәни сара булды был программа. Кино кеүек итеп ҡараныҡ.

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Эйәрле ат беҙ менгәндәр” тамашаһын “Ҡурай” каналынан ҡараныҡ. Тамашасы йыя алмаған сикләнгән ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, яңы программа сығарып, халыҡҡа күрһәтеү юлын тапҡан бит әле сибайҙар.
Бөйөк Еңеүҙең һәм Башҡорт квалерия дивизияһының 75 йыллыҡ данлы юбилейына һәм халҡыбыҙ батыры Миңлеғәле Шайморатовтың Герой йондоҙон алыуына арналған берҙән-бер ошо кимәлдәге мәҙәни сара булды был программа. Кино кеүек итеп ҡараныҡ. Сюжетлы, кульминациялы, лирик сигенеүҙәр һәм музыкаль биҙәлештәргә бай булған нәфис фильм булды. Быға аптырарға ла түгел, тамашаның сценарий авторы билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова һәм уның тәҡдимендәге музыкаль драма бер тамашасыны ла битараф итеп ҡалдырмай. Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы, күп кенә программаларҙы сәхнәләштереүсе Миңзәлә Ҡотошова ҡуйған. Музыкль драмала яңғыраған йырҙарҙың композиторы – Башҡортотандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле композитор һәм йырсы Рәмил Туйсин. Хореографы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, тиҫтәләгән бейеүҙәр авторы Фәнил Әсәҙуллин.
Программала Еңеүгә арналған яңы йырҙар яңғыраны. Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы Еңеү йырҙарына ла ярты быуаттан ашыу йәштәр инде, был өлкәлә ижад итеүселәр булмай торҙо. Һәм, бына, Сибай концерт-театр берекмәһе ошо концертында Башҡорт атлы ғәскәренә һәм Бөйөк Еңеүгә бағышланған бер түгел дүрт яңы йыр сығарҙы. Әйткәндәй, был йырҙар “Юлдаш” радиоһының хит-парадында ла беренселекте яуланы. Халыҡ тарафынан яратылып, радиола йыш яңғырап, Еңеү байрамы миҙгелен биҙәп торҙо.
Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади эшмәкәрлеген аңғармай булмай. Был коллектив илдәге һәм республикалағы иң мөһим, халыҡҡа кәрәкле булған ваҡиғаларҙы яҡтыртып бара. Уларҙың программалары һәр ваҡыт актуаль һәм көнүҙәк булып сыға. Әлеге “Эйәрле ат беҙ менгәндәр” программаһы ла Бөйөк Еңеүҙә Башҡорт кавалерия дивизияһының өлөшө ҙур булыуын, Башҡортостан Республикаһының был изге яуҙа ир-егете һәм ҡатын-ҡыҙы ғына түгел, ә аттарына тиклем оло яу юлы үтеүен, батырлыҡтар ҡылыуын һәм герой исемдәрен лайыҡ булыуын күрһәтә. Һәм бөтөн шул яугир аттарҙың рухы барыбыҙға ла билдәле булған герой-ат Керчь сүрәтендә килеп баҫа.
Берекмәлә филармония һәм “Сулпан” балалар тетарының берләшеүе коллективтың ижади эшмәкәрлеген күтәреп ебәрҙе. Театрлаштырылған тамашаларҙың юғары художестволыҡта килеп сығыуының сәбәбе бында йырсы-бейеүселәр менән берлектә һәләтле драма артистарының да уйнауынандыр. Һәр кем үҙ һөнәрен белгән һәм ихлас башҡарған ойошмала концерт программалары ла халыҡсан, бай йөкмәткеле һәм тамашасы күңелен арбарлыҡ кимәлдә килеп сыға.
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Эйәрле ат беҙ менгәндәр” тип исемләнгән театрлаштарылған тамашаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен хуплайбыҙ һәм коллективҡа юғары уңыштар теләйбеҙ.
Сәрүәр Сурина, драматург, фольклор белгесе.