Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Август 2020, 17:05

"Ыңғай хистәр кисерҙем"

Ҡыҙҙырылған бойҙай (ҡурмас) ашаным. Башҡортса попкрон. Унда шулай уҡ өй ҡаймағы, көрпә икмәге, һитәле бал, маринадланған ҡаҙаяҡ, ул тик Йылайыр районында ғына эшләнә һәм ул Японияла ҙур популярлыҡ яулай...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үҙенең Фейсбуктағы битендә "Урал аръяғы-2020" II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үткән "Ҡаҙ һәм бал" гастрономия фестивалендә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Дуҫтар, һеҙгә һүҙ бирәм, был тиклем ыңғай хистәрҙе күптән һуңғы осорҙа кисергәнем юҡ ине. Беренсенән, был бик матур. Хозур биләмәлә, йылға буйында тирмәләр теҙелгән, унда төбәктең иң яҡшы фермерҙары етештергән ризыҡтарынан күргәҙмәләр урын алған. Әлбиттә, гастрономия фестиваленең төп "короле" данлыҡлы ҡаҙ булды. Төрлөсә. Ҡаҙҙың ҡаҡланған, киптерелгән, бешерелгәндәре. Ҡаҙ паштеты--французтарҙың фуа-граһынан һис тә ҡалышмай. Уны беҙҙең фермерҙар шәрбәтле һут һәм бешерелгән һуған менән ашарға тәҡдим итә Шулай уҡ башҡорт халҡының яратҡан милли эсемлеге ҡымыҙ бешеүҙә ҡатнаштым. Кемдер белмәйҙер әле, уның киптерелгәнен дә. Ҡыҙҙырылған бойҙай (ҡурмас) ашаным. Башҡортса попкрон. Унда шулай уҡ өй ҡаймағы, көрпә икмәге, һитәле бал, маринадланған ҡаҙаяҡ, ул тик Йылайыр районында ғына эшләнә һәм ул Японияла ҙур популярлыҡ яулай. Һәм күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, ошо байрамға йәнә милли башҡорт колориты һалынған. Милли инструментатрҙа төрлө уйын һәм бейеүҙәр, бейә һауыу, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре... Һеҙ беҙҙең республика менән тулыһынса хайран ҡалаһығыҙ, әгәр ҙә ошо фестивалдә ҡатнашһағыҙ. "Ҡаҙ һәм бал" фестивале хәҙер йыл һайын үтәсәк. Үҙебеҙҙең брендты бар ил һәм донъяға танытасаҡбыҙ"

Фото:Андрей Назаровтың шәхси сәхиәфәһенән.