Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Август 2020, 15:10

ТУҠТАСЫ, КЕШЕ...

Кеше!Туҡтасы әле, кеше!Ниңә шулай ашығаһың?Аҡ-ҡараны күрмәй ҡайҙа сабаһың?Мәңгел эҙләгәнеңде табырғамы, әллә тапҡаныңды юғалтып эҙләйһеңме?Туҡта әле, бер аҙ ғына хәл йый, яҡ-яғыңа ҡаран, уйланып тор!Ни булды был тормошҡа?! Ниңә кешеләр, ал-ял белмәй, көнө-төнө тегендә лә бында ла йүгерешәләр һуң? Береһенең икенсеһендә эше юҡ. Һәр кем үҙ хәстәренә сумған, һәр ҡайһыһы алда барғанды уҙып китергә, йә булмаһа төртөп йығырға, ҡаршыһында осрағанға юл бирмәҫкә, телдән өлгөрә алмаһа, күҙ ҡараштары менән ҡурҡытырға, ҡотон алырға тырышып атлаған һымаҡ...Тайфур Сәғитовтың "Иман" романынан.

Кеше!
Туҡтасы әле, кеше!
Ниңә шулай ашығаһың?
Аҡ-ҡараны күрмәй ҡайҙа сабаһың?
Мәңгел эҙләгәнеңде табырғамы, әллә тапҡаныңды юғалтып эҙләйһеңме?
Туҡта әле, бер аҙ ғына хәл йый, яҡ-яғыңа ҡаран, уйланып тор!
Ни булды был тормошҡа?! Ниңә кешеләр, ал-ял белмәй, көнө-төнө тегендә лә бында ла йүгерешәләр һуң? Береһенең икенсеһендә эше юҡ. Һәр кем үҙ хәстәренә сумған, һәр ҡайһыһы алда барғанды уҙып китергә, йә булмаһа төртөп йығырға, ҡаршыһында осрағанға юл бирмәҫкә, телдән өлгөрә алмаһа, күҙ ҡараштары менән ҡурҡытырға, ҡотон алырға тырышып атлаған һымаҡ...
Тайфур Сәғитовтың "Иман" романынан.
Читайте нас: