Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Август 2020, 20:15

ҠУЛДАҒЫ ТАШ

- Аҡһаҡал, әйт әле, ниңә ҡайһы бер кешеләр һәр төрлө мәшәҡәт-проблеманы, ҡайғы-хәсрәтте еңел кисерә, ә ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ ваҡыт ыҙалана? - тип һораған йәш егет.Аҡһаҡал бер аҙ уйланып торғас, бер нисә ҙур булмаған ташты алған да уны бер нисә кешегә биреп, ҡулдарын һонған килеш шул таштарҙы тотоп торорға ҡушҡан.Һорау биреүсе егет тәүгеләрҙән булып, ҡулы талыу сәбәпле, тәжрибәне туҡтатҡан.Аҡһаҡал: "Хәҙер аңланығыҙмы? Ҡулыбыҙҙы һоноп торғанда ташты, уның ауырлығын да һиҙмәйбеҙ, ә бына ҡулыбыҙ тала. Оҙаҡ торған һайын ҡыйыныраҡ. Ҡул ойой, һыҙлай. Бынан мускулдарға зыян килеп, кешегә фалиж һуғыуы ла ихтимал. Табиптарҙың ярҙамы кәрәк булыуы бик мөмкин. Былар булмаһын тиһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?"Аҡһаҡалдың һорауына бер-бер артлы яуап бирә башлағандар:- Ҡулды төшөрөргә!-Ташты ташларға!- Ҡулға терәү табырға!Шул саҡ аҡһаҡал былай тигән:

- Аҡһаҡал, әйт әле, ниңә ҡайһы бер кешеләр һәр төрлө мәшәҡәт-проблеманы, ҡайғы-хәсрәтте еңел кисерә, ә ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ ваҡыт ыҙалана? - тип һораған йәш егет.
Аҡһаҡал бер аҙ уйланып торғас, бер нисә ҙур булмаған ташты алған да уны бер нисә кешегә биреп, ҡулдарын һонған килеш шул таштарҙы тотоп торорға ҡушҡан.
Һорау биреүсе егет тәүгеләрҙән булып, ҡулы талыу сәбәпле, тәжрибәне туҡтатҡан.
Аҡһаҡал: "Хәҙер аңланығыҙмы? Ҡулыбыҙҙы һоноп торғанда ташты, уның ауырлығын да һиҙмәйбеҙ, ә бына ҡулыбыҙ тала. Оҙаҡ торған һайын ҡыйыныраҡ. Ҡул ойой, һыҙлай. Бынан мускулдарға зыян килеп, кешегә фалиж һуғыуы ла ихтимал. Табиптарҙың ярҙамы кәрәк булыуы бик мөмкин. Былар булмаһын тиһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?"
Аҡһаҡалдың һорауына бер-бер артлы яуап бирә башлағандар:
- Ҡулды төшөрөргә!
-Ташты ташларға!
- Ҡулға терәү табырға!
Шул саҡ аҡһаҡал былай тигән:
- Бына бит, яуапты үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ! Ҡайһы бер кешеләр мәшәҡәт-проблемаларын ситкә ҡуйып, икенсе эш менән мәшғүл була. Ә бәғзеләр көнө-төнө шул хәсрәтен генә уйлап ауыр уйҙарға бирелә, проблемалары тамам уларҙы "йота", ундай кешенең йәнен "фалиж һуға". Шуға проблеманы йә хәл итергә кәрәк, хәл итеп булмай икән ситкә ҡуйыу дөрөҫ булыр.
Ошо урында шул әйтем иҫкә төшә: Прблеманы хәл итә алаһың икән - ҡайғырма! Хәл итә алмайһың икән - уны көндәр буйы уйлауҙан ни файҙа?