Кемгәлер ауыр һүҙ әйтер алдынан, телһеҙҙәрҙе иҫеңә төшөр... Ашаған ризығыңа ҡәнәғәт булмай, тәмһеҙ тип әйтер алдынан, ашарҙарына булмағанды уйла... Ҡатыныңа йә иреңә зарланыр алдынан, йәрен үлемдән ҡотҡарыуын һорап Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанды күр... Тормош ауыр тимә, йәшәргә теләп тә иртә киткәндәрҙе хәтергә ал... Балаларыңа һуҡраныр алдынан, бала хаҡында хыялланғандарҙы белһәңсе.... Өйөңдәге болаға ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, таҙалап өлгөрмәүеңә зарланғанда өйһөҙҙәрҙе күҙ алдына килтер... Арыным, эш ялҡытты тимә, эшһеҙҙәр күплеген онотма... Кемгәлер бармаҡ төртөп күрһәтергә, уны ғәйепләп һөйләргә ашыҡма, иҫеңдә тот: гонаһһыҙ бәндәләр булмай ул...
Башыңа ауыр уйҙар төшһә лә йылмай, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле бул! Тормош - ул бүләк! Йәшә, ҡәнәғәт бул!