Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Июль 2020, 12:55

ИКМӘКТӘН ОЛО БУЛЫУ БӘЛӘҺЕ...

Икмәк ҡәҙере бөткән, йәғни уны ашауҙан баш тартҡан, уға иғтибарҙы кәметкән ергә афәт һәм сир килә. Бына шул ваҡыттар килеп етте, күрәһең...

Икмәк ҡәҙере бөткән, йәғни уны ашауҙан баш тартҡан, уға иғтибарҙы кәметкән ергә афәт һәм сир килә. Бына шул ваҡыттар килеп етте, күрәһең.
Быуаттар төпкөлөнә бағайыҡ. Ҡасандыр, әҙәмде нәҡ икмәк кеше итте. Әҙәм балаларының ҡиәфәте үҙгәрҙе. Йомшаҡ ризыҡ йөҙ һыҙаттарын йомшартты, яңаҡтар бәләкәйләнде, кеше йөҙө "кешесәрәккә" әйләнде, йөрәктәр йомшарҙы. Һәр ваҡыт үлтерергә, һунарға йөрөргә кәрәкмәне, сөнки ер эшкәртеп тә ризыҡ таба алды кеше. Икмәкле булыу уйланырға, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт һәм форсат бирҙе. Мәҙәниәт тыуҙы. Икмәк булһа - йыр ҙа була, тигән һүҙҙәрҙе иҫләйбеҙ бит әле. Иген келәттәре кешелек донъяһына оло мөмкинлек - буш ваҡыт бирҙе. Ышаныс, өмөт уятты...
Икмәк - йәшәйештең иң оло байлыҡтарының береһе.
Баҡый замандан икмәк өйҙөң түрендә ятты - ул етеш тормош, туҡлыҡ билдәһе. Хеҙмәт итеү һәм үҙ икмәгеңде үҫтереү - ул ойошҡанлыҡ, ул берҙәмлек. Өйөңдә икмәк бар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы бар.
Оҙон һәм, бигерәк тә, хәүефле юлға сыҡҡан кеше икмәк һынығын өйөндә ҡалдыра - был уның имен-аман йөрөүенә булышлыҡ итә, тигән ырым бар.
Икмәкте төшөңдә күрһәң, гел генә яҡшылыҡ булырын көтәһең.
Икмәктән туйып һикергән ергә бәхетһеҙлек килә, тиҙәр. Хәҙер икмәкте табын түренә ҡуймаусылар бар. "Икмәк ашамайым",--тип маҡтаныусылар осрай. Алыпһатар эшҡыуарҙар сифатһыҙ икмәк һатыуҙан тартынмай - кәрәкме, кәрәкмәйме, төрлө ашарға яраҡһыҙ "химияһын" ҡуша. Килем алабыҙ, тип алдашыуға бара, икмәк һалыу ҡағиҙәләрен боҙа. Икмәктән туйыусылар һуҡрана: икмәк элеккесә тәмле түгел, икмәк ашап һимерәм, икмәк зарарлы...
Сәләмәтлегебеҙҙе һәм етеш тормошобоҙҙо һаҡлау өсөн икмәккә булған ихтирамды яңынан ҡайтарыу зарур. Магазин икмәге оҡшамай икән - үҙебеҙ икмәк һалайыҡ.
"Икмәктән оло булырға ярамай, икмәктең бер валсығын да иҙәнгә төшөрөргә ярамай - Аллаһы Тәғәлә башыңа һуғыр", - тип өйрәтте бит беҙҙе атай - әсәйҙәребеҙ. Шул һүҙҙәрҙе онотоп ебәрҙекме?!
Икмәк ҡәҙерен беләйек, икмәкте ололайыҡ - ауыр ваҡыттарҙы үткәреп, яңынан бәрәкәт һәм етеш тормош булдыра алырбыҙ.
"Хазина" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: