АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Апрель 2020, 13:45

ЯНҒЫН

Мин япа-яңғыҙым, һаҡлау, яҡлау өмөт итеп кемгә мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа барып һуғылырға?! Ҡулыма Ҡөрьәнде алдым да, нимә булһа ла булыр тип, түргә барып ултырҙым. Өйөбөҙ янғын сыҡҡан ергә терәлеп тиерлек торһа ла имен ҡалдым, бәлә ситләп үтте. Әллә ысын, әллә буш, шул ҡазанан файҙа күреп ҡалырға теләүселәр ҙә табылған тип һөйләнеләр аҙаҡ, кемдер йоҙаҡһыҙ келәттәрҙе асып инеп, буяҡтар сәлдереп, иҙәнен буяп маташҡан. Ғибрәт!

1975 йылда, ҡоролоҡ йылында, беҙҙең ауылдағы Үҙәк бүлексәнең мал һарайҙары тотошлайы менән янып киткән. Был хаҡта һуңынан ғына, әсәйем яҙған хат аша белдем.
—Мәхшәр булды беҙҙә,—тип хәбәр иткән әсәйем.—Йәйге селләлә, көпә-көндөҙ, көтмәгәндә-уйламағанда фермаға ут ҡапты бит. Һуңынан асыҡлауҙарынса, ремонт мәлендә, яңылыш төшкән осҡондан сыҡҡан янғын. Билдәле, уттың ял-ҡойроғо юҡ, шуға уны тотоп алырмын тимә, күҙ менән ҡаш араһында, шырпы бөртөгөләй кипкән ҡаралты гөлт итте лә ҡалды. Янғын һүндереү машинаһы беҙҙә, төпкөлдә, бармы инде ул? Һәр кем үҙ хужалығын нисек тә һаҡлап ҡалыу маҡсатында өйө яғына ҡарай йүгерә башланы, силәктәргә һыу тултырып кемеһе ҡыйығына үрмәләй, кемеһе һарай башына менә. Шулай булмай тағы, ферма шиферҙан ябылған ине, ә ул йәҙрәләй шартлап йөҙәрсә аҙымдарға оса, һибелә, өҫкә утлы ямғырҙай яуа. Мин япа-яңғыҙым, һаҡлау, яҡлау өмөт итеп кемгә мөрәжәғәт итергә, ҡайҙа барып һуғылырға?! Ҡулыма Ҡөрьәнде алдым да, нимә булһа ла булыр тип, түргә барып ултырҙым. Өйөбөҙ янғын сыҡҡан ергә терәлеп тиерлек торһа ла имен ҡалдым, бәлә ситләп үтте. Әллә ысын, әллә буш, шул ҡазанан файҙа күреп ҡалырға теләүселәр ҙә табылған тип һөйләнеләр аҙаҡ, кемдер йоҙаҡһыҙ келәттәрҙе асып инеп, буяҡтар сәлдереп, иҙәнен буяп маташҡан. Ғибрәт! Хәйер, ошо тәңгәлдә ҡайҙа алдыҡ, ҡайҙа дөрөҫлөк икәнен айырырмын тимә! Ҡара һүҙ, ғәйбәт, ялған, ғәҙәттә тиҙ таралыусан. Ана шул, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән шаштырыу, арттырыу, фәстереү ағыулай халыҡты, һәләк итә...
Әҙәм балаһының булмышы шулай ҡоролған, ҡырҡыу мәлдә бер нигә ҡарамай ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырыша. Һис кемде ғәйепләп булмай, был тәбиғи хәл, тере йәнгә тыумыштан һалынған һаҡланыу инстинкты. Бында икенсе күренеш аптырауға һала: ошо әҙәм башына төшкән сурҙан кемдер аҡса эшләп, файҙа күреп ҡалырға тырыша. Был инде бер ниндәй ҡалыпҡа һыйырлыҡ ҡылыҡ түгел!
Янғында кеше үҙ донъяһына ҡаса, бикләнә, ошоға саҡлы булған бәйләнештәр өҙөлә, бер-береңә күрһәтелер хәстәр онотола. Ярҙам итмәгән хәлдә лә эргәңдә кемдеңдер булыуы күңелгә тыныслыҡ, ышаныс бирә, ә бына япа-яңғыҙың тороп ҡалыу—ҡурҡыныс.
Медицина хеҙмәткәре булараҡ (элекке медицина хеҙмәткәре булмай), әлеге ҡаңғырыҡта аҡ халатлы коллегаларымды ҡыҙғанам, улар ҙа бит әҙәм балаһы, уларҙың да ғаиләһе бар, әйтеп үткәнемсә, тере йәнгә хас тойғо кисереп улар ҙа ҡурҡа... Әммә бәғзеләр аҙыҡ-түлек магазинына, дарыуханаға, урамға сығып әйләнергә ҡурҡып ултырғанда көн һайын эшкә барырға, әйтер инем ауырыуҙың үҙәгенә барырға, һәм үҙҙәренә ҡушылғанды еренә еткереп башҡарырға, биргән Гиппократ антына аҙағынаса тоғро ҡалырға бурыслылар. Аҡ халатлыларҙың (исемлеккә барлыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы йыйыштырыусыларҙы, санитарҙарҙы, ашнаҡсыларҙы, хеҙмәтләндереүсе башҡа персоналды ла индерәм) фиҙакәрлеге, ҡаһарманлығы алдында башымды эйәм!
Бөгөн киң мәғлүмәт саралары ике төрлө ауырлыҡ кисерә— “мәғлүмәт аслығы” һәм “мәғлүмәт менән ағыуланыу”. Аслыҡҡа килгәндә—мәҙәни, күңел асыу саралары, кисәләр үтмәй, уҡыу йорттары ябылған, етештереү күп урындарҙа туҡтатылған, бөтә урында карантин. Нимә хаҡында яҙырға? Хәбәрселәргә ыңғай күренештәрҙе, матур кешеләр хаҡында яҙырға тырышығыҙ, әлеге булып ятҡан хәлде ҡат-ҡат тикшергәндән аҙаҡ, ете ҡат үлсәгәндән һуң ғына ғәҙелдең ғәҙелен яҙығыҙ тим, сөнки йәмғиәттең имеш-мимештәрҙән, шаштырыуҙарҙан, хатта әйтер инем алдыҡтан ағыуланыуы бар, тотош мирҙың паникаға, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал!
Ғаиләм, яҡындарым өсөн борсолам, уларҙы был ҡара афәт урап үтһен инде, тип Хоҙайҙан ялбарам.
Бынан бик күп йылдар элек, ошондай гөлтләп тоҡанған салт аяҙ яҙ мәлендә, Һаҡмар буйына сыҡтым, Олотауға күтәрелдем. Күрәм—тубылғы төбөндә барҡылдаҡ йомортҡаларын баҫа. Йоҙроҡтай ғына сыбар ҡош мине күрҙе, әммә ҡурҡып османы. Сүктем, ус аяһылай ғына, әммә оло йөрәкле батыр ҡоштоң башынан, һыртынан һыйпаным, ә ул ҡымшанманы, нисек бар шул килеш ятып ҡалды. Мин әле, бына-бына себештәргә әүерелер йомортҡаларын ҡурсып ояһына һылашҡан барҡылдаҡ хәлендәмен.
Ошо көндәрҙә өс нимә менән шөғөлләнәм: яҙмышымды яҙам, классик музыка тыңлайым һәм Ҡөрьән уҡыйым. Күп ерҙәрен аңламайым да, төшөнмәйем дә, әммә уҡыйым, һулар һауа кәрәк булғандай бирелеп китеп уҡыйым. Мәрйәм сүрәһенең утыҙ туғыҙынсы аятында былай тиелә: “Хәсрәт көнө менән уларҙы киҫәт. Эш хәл ителгән, ә улар (һаман) ғафил, иманһыҙ!” Был юлдарҙы аңлау өсөн тәрән аҡыл, һиҙгер зиһен кәрәкмәй!
Тотош йәмғиәттә янғын ҡотора, күңелдә хәүеф, күкрәп килгән яҙға ҡарап ҡыуаныу, елкенеү тойғоһо юҡ. Әсәйем теге саҡ ҡулына Ҡөрьән алып янғындан һаҡланып ҡалған бит, минең дә ҡулымда изге китап, бәлки ул беҙҙе аяр, ҡурсыр, ҡотҡарыр. Көнбайышҡа, байып барған ҡояшҡа ҡарап торам. Белегеҙ, иртәгә тағы ла таң атасаҡ, көнсығыш алтын нурҙарға күмеләсәк, әйҙәгеҙ, мотлаҡ шулай булырына ышанайыҡ, өмөт итәйек, йәмәғәт!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.