Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Апрель 2020, 19:10

Өйҙә лә, күңелдә лә бушлыҡ...

Сәриәм миңә бөтөнләй ҡул һелтәне, хатта бер көнө бөтә әйберен алып сығып китте. Аҙаҡ ишетеүемсә, тол ҡалған тәүге мәхәббәте менән бергәләр икән...

Мин һуғыштан һуң тыуған бала. Башҡа күп кенә тиҫтерҙәремдән айырмалы рәүештә мин бәхетле булдым. Ни өсөнмө? Сөнки атайым иҫән-һау ҡайтты. Яугир атайым ҡайтыу менән башҡалар кеүек ауылдарҙы төҙөкләндереү эшенә йәлеп ителде, колхозда эшләне. Беҙ өс малай үҫтек. Күрше ауылдарға йөрөп уҡырға тура килһә лә, тырышып уҡыныҡ, белем алдыҡ. Тик ниңәлер юғары белем алыу тураһында уйламағанбыҙ ҙа. Өсөбөҙ ҙә эшсе һөнәрҙәре үҙләштереп, аҙаҡ ғаилә ҡороп, төрлө яҡҡа таралыштыҡ.
Әсәйебеҙ ҡаҡса, бәләкәй генә булһа ла, атайыбыҙ мөһаббәт кәүҙәле ине. Беҙ ҙә уның уға оҡшап мыҡты кәүҙәле, оҙон булып ир ҡорона индек. Үҫмер саҡта шул тиклем килештереп урамдан үтеп киткәнмендер инде, оло инәйҙәр миңә ҡарап: "Бына ҡайҙа ул буласаҡ председатель",--тип һоҡланып ҡала ине.
Мин колхоз рәйесе булманым. Ә токарь һөнәрен алып, районыбыҙға яҡын ҡалалағы заводҡа эшкә төштөм. Әллә мөһаббәт кәүҙәмә ғашиҡ булдылар, әллә гармунда уйнауымды үҙ иттеләр - иғтибар итеүсе ҡыҙҙар күп ине. Ә минең күңел баҫалҡы ғына Сәриәгә ятты. Өйләнештек, туй үткәрҙек. Тәүҙә ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Бәхетебеҙҙән беҙ күктең етенсе ҡатында инек. Тик шатлығыбыҙ оҙаҡҡа һуҙылманы, бәләкәсебеҙ вафат булды. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, эш менән ярһыу күңелде баҫып, ауыр ҡайғыны үткәреп ебәрҙек. Унан өс улға атай һәм әсәй булдыҡ. Бер ғаиләнән дә айырылып тормағанбыҙҙыр, һәүетемсә йәшәнек, эшләнек. Тик...Мин шайтан ҡотҡоһона бирелдем... Эштән һуң дуҫтар менән эсеү, һуңлап өйгә ҡайтыуҙар, иреш-талаш, ғауға көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Етмәһә эштә ике бармағымды станокта өҙҙөрҙөм. Пенсияға ла күп ҡалмаған ине инде... Аҙаҡ заводтың ул-был эшендә йөрөгән булдым да, хаҡлы ялға киттем. Бер улым өйләнде, икенсеһе ҡырға эшкә китте, береһе беҙҙең янда ине. Минең "шайтан" менән көрәшә торғас, улар ҙа ялҡҡандыр, өндәшмәй башланылар. Әммә түҙемлектең дә сиге булалыр, бәләкәй ул да кәләш алып, фатир "снимать" итеп сығып киткәс, Сәриәм миңә бөтөнләй ҡул һелтәне, хатта бер көнө бөтә әйберен алып сығып китте. Аҙаҡ ишетеүемсә, тол ҡалған тәүге мәхәббәте менән бергәләр икән.
Ә мин ҡола яландай өйҙә яңғыҙ... Таныш-тоноштар уны димләне, быны димләне. Кемеһелер баш тартты, кемһелер минең менән ултырып эсергә яратты...Бер нәмә лә килеп сыҡманы...
Улдарыма: "Берегеҙ булһа ла ҡайтығыҙ, бергә торайыҡ",- тип әйтеп ҡараным. Тыңламанылар. Үҙәктәренә шул тиклем үткәнмендер инде. Бәлки, килендәр бергә торорға теләмәйҙер... Улдар үҙҙәре лә бик һирәк килә. Әммә мин уларҙы ғәйепләй алмайым. Уларға мин кәрәк булғанда ҡайҙа булдым икән? Шешә ҡосаҡлап йөрөгәнмендер, эсеп ҡайтҡанмындыр, төн йоҡларын бүлеп шаулағанмындыр... Ә әле олоғайҙым, һаулығым да ҡаҡшаны... Йәш саҡта барыһын да ғашиҡ иттергән мөһаббәт кәүҙәле Хаммат күптән юҡ инде...
Балалар кәңәше менән социаль үҙәктән ярҙам һораным. Миңә социаль хеҙмәткәр килә. Ул-был йорт эштәрен эшләп китә. Ә был мине бәхетле итәме? Юҡ, әлбиттә. Ҡартайғас бергә ултырып сәй эсер өсөн генә булһа ла иптәш кәрәк икән ул... Нишләп кенә үҙ бәхетемде үҙем емерҙем икән? Шул "шайтан һыуы" ҡотҡоһона бирелмәһәм, бөгөн мин бәхетле ир, бәхетле атай, бәхетле ҡартатай булып матур йәшәп ятҡан булыр инем...Шул тиклем ҡыйын, күңел бушлығын бер нәмә менән дә баҫып булмай.
Шуға йәштәргә кәңәшем шул: һайлап алған йәрегеҙҙең, ҡорған ғаиләгеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Үҙегеҙ ултырған ботаҡты үҙегеҙ һындырмағыҙ!
Сәләм менән - Хаммат олатайығыҙ.
Фото интернеттан.
Читайте нас: