АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Март 2020, 14:25

БҮЛӘГЕ МӨҺИМ ТҮГЕЛ!

Ә атай 8 март иртә менән мал асырға, уларға бесән һалырға сығып китә лә кәбән араһынан кипкән сәскәләрҙән гөлләмә эшләп килеп инә: --Әсәһе, мә, яландан сәскәләр йыйып алып ҡайттым,--ти әсәйемә.

8 март байрамын мәктәптә уҡыған саҡта шау-гөр килеп ҡаршы ала инек. Хеҙмәт дәресендә әсәйҙәргә бүләк эшләйбеҙ, шуны ҙур бүләктәй итеп алып ҡайтып бирәбеҙ, әсәйебеҙ ҙә ҡыуанған була. Әле үҙем әсәй булғас ҡына балаңдың ихлас эшләгән ҡул эше ҙур бүләк икәнен аңланым. Бәләкәсеңдең һәр бер һөйөнөсөнә, уңышына атҡа менгәндәй шатланаһың икән дә баһа!
Ә атай 8 март иртә менән мал асырға, уларға бесән һалырға сығып китә лә кәбән араһынан кипкән сәскәләрҙән гөлләмә эшләп килеп инә:
--Әсәһе, мә, яландан сәскәләр йыйып алып ҡайттым,--ти әсәйемә. Ә әсәйемдең көләс йөҙө тағы ла нурланып китә. Бына һиңә! Бесән араһынан йыйылған сәскәгә лә һөйөнөргә буламы ни?! Була икән шул... Быныһын да йәшәй-йәшәй аңланым. Иң мөһиме--һине ҡәҙерләгән, иғтибарға алған кешенең булыуы икән!
Ҡул аҫтында ҡапыл бүләге булмаһа атай йыш ҡына "Туҡта, теге саҡ ҡунаҡтан кәнфит "урлап" алып, костюм кеҫәһенә һалғайным бит әле, шуны ҡыҙыма бирәйем әле",--тип миңә лә бүләк эшләп ебәрә инее.
Ул саҡта аңламағанмындыр. Хәҙер яҡшы аңлайым. Бүләк мөһим түгел!!! Иң мөһиме һине уйлаған, яратҡан, ихтирам иткән, бүләк бирерҙәй кешең (атайың, әсәйең, һөйгәнең, туғаның, әхирәтең, балаң, күршең һ.б) булһын!!! Был үҙе бер ҙур бәхет!
Ошо бәхетте барығыҙға ла теләйем!!!