АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
4 Март 2020, 12:05

Шөкөр итеү

--Бөгөнгө?! Бөгөн ҡар баҫты донъяны, йөрөрлөк түгел. Унан ҡалһа буран, епшек ҡар өҫкә йәбешеп аптырата.--Аллаға шөкөр!--Бөтөнләй аптыраттың, ҡарсыҡ, көрткә, буранға, ел тәнде үтә һуҡҡанға ҡыуанаһыңмы? Странно, однако!

Эш барышында ишек ауыҙында Хәҙисә апай күренде. Үтә лә насар күрә ул, инде лә төртәләнеп, ҡулдары менән һәрмәп, ултырғысты тапҡас, шунда һаҡты, һәм доға ҡылғандан һуң битен һыпырҙы:
--Нисек йәшәп ятаһығыҙ?
--Һеҙҙең фатихала, апай, бөгөн гәзит сыҡҡан көн.
--Алайһа, борсомайым. Инеүен ингәс бер аҙ ултырып сығайым, булмаһа.
--Рәхим итә күр! Ә мин һеҙҙең рөхсәттән эш менән шөғөлләнәйем.
Апаруҡ ваҡыт шымтайыштыҡ. Полоса уҡыйым, ә ҡунағым күрәғара күҙҙәрен стенаға төбәп тынып ҡалған.
Урта йәштәрҙәге тыңҡыш кәүҙәле ир кабинетҡа баш тыҡты:
--Где у Вас принимают объявление?
--Первый этаж. Налево. Открытая дверь.
--Спасибо.
Беҙҙең аралашыуҙы ишеткән Хәҙисә апай ҙа теремекләнә төштө:
--Имен генә йөрөйһөңмө, улым?
Ҡарсыҡтың ябайлығын, бер ҡатлылығын йүләрлеккә иҫәпләгән ир йөҙөн һауалы сөйҙө:
--Ничего хорошего! Аҙна башы гел шулай хәйерһеҙ килә инде ул!
--Аҙна башы, тиһең, ул ниндәй көн инде?
--Ну, вторник, һеҙҙеңсә шишәмбе була. Ә һинең өсөн, бабка, иң шәбе йомалыр?
--Ул изге көн, мәгәр, яңылыштығыҙ.
--Нисек инде улай, моғайын да биш намаҙыңды ҡалдырмайһыңдыр, диндәһеңдер?
--Эйе. Шулай ҙа минең өсөн иң һәйбәте бөгөнгө көн, әлеге мәл.
--Бөгөнгө?! Бөгөн ҡар баҫты донъяны, йөрөрлөк түгел. Унан ҡалһа буран, епшек ҡар өҫкә йәбешеп аптырата.
--Аллаға шөкөр!
--Бөтөнләй аптыраттың, ҡарсыҡ, көрткә, буранға, ел тәнде үтә һуҡҡанға ҡыуанаһыңмы? Странно, однако!
--Сәләмәт аяҡтарың көрткә бата, ҡар яуғанын күҙҙәрең күрә, буран олоғанын ҡолаҡтарын ишетә. Шуларына шөкөр ит!
Читайте нас: