Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Март 2020, 13:15

ЮҒАЛТЫУ...

Бер йыл олатай оҙаҡ ҡына күренмәне. Күпмелер ваҡыттан килде ул. Бөтөнләй үҙгәргән: кәүҙәһе кесерәйеп сүгеп киткәндәй, һырҙары ла артҡандай, күҙҙәре лә моңһоу, элекке кеүек аралашыусан да түгел. “Инәйегеҙҙе юғалттым”,--тине күҙенә йәш алып...

Редакциябыҙға күрмәлекле генә, оҙон буйлы, һылыу бер олатай килә торғайны. Бер килгәнендә үҙе һәм балалары исеменән әбейенә ҡотлау бирә, икенсе килгәнендә әбейе һәм балалары исеменән үҙенә ҡотлау бирә… Ошо хәл бер нисә йыл ҡабатланды… Ғәжәпләнеп, аптырап ҡарай инем мин уға. Тәү ҡарамаҡҡа, аҡыллы, зинһенле генә бабай ҙа һуң! Ниңә улайтып үҙ-үҙенә ҡотлау биреп йөрөй икән? Балалары ҡырҙамы икән әллә? Әллә йүнһеҙерәкме икән? Һорауы уңайһыҙ бит инде. Улай һәр ҡотлау биргән кешегә ҡыҫылып, төпсөнөп тә ултырып булмай. Әҙәпһеҙлек булыр ине…
Бер йыл олатай оҙаҡ ҡына күренмәне. Күпмелер ваҡыттан килде ул. Бөтөнләй үҙгәргән: кәүҙәһе кесерәйеп сүгеп киткәндәй, һырҙары ла артҡандай, күҙҙәре лә моңһоу, элекке кеүек аралашыусан да түгел. “Инәйегеҙҙе юғалттым”,--тине күҙенә йәш алып. “Иҫкә алайыҡ” тип бирәйем әле”,--тип өҫтәне. Бәләкәй генә текста ҡатынына булған ихтирам, һөйөү ярылып ята ине. Юҡһыныуы, һағыныуы ла көслө, күренеп тора. Тексттың аҙағында: “Ире, балалары”,--тип яҙылған…
Ҡайҙа һуң балалары? Ниңә ҡотламайҙар ҙа, ҡайғы ла уртаҡлашмайҙар? Эйе, йәштәр хәҙер гәзит-журнал уҡымай, унда уларға ни яҙылһа ла - барыбер. Ә оло быуын өсөн матбуғат баҫмаһы шул тиклем ҡәҙерле бит ул! Улар шунда үҙҙәре хаҡында йылы һүҙ күрһә, шул тиклем шатлана, һөйөнә… Был бабай, моғайын, ҡотлау һүҙҙәрен балалары яҙыуын, ҡәҙерле әбейе вафат булғас, ғәзиздәренең, яҡындарының гәзит аша ҡайғыһын уртаҡлашыуҙарын да теләгәндер…
Шулай, әбейенең вафатына 40 көн тулыуға “Иҫкә алайыҡ” тип бирҙе лә: “Ҡыҙҙар, ирҙәрегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ! Улар һеҙҙе ҡәҙерләһен! Һеҙ бер-берегеҙгә кәрәкмәһәгеҙ, башҡа берәүгә лә кәрәк түгелһегеҙ. Ваҡыт үтеү менән минең хаҡлы булыуымды аңларһығыҙ”,--тип хушлашып сығып китте.
Әбейенең үлеүенә бер йыл үткәс, тағы килер ул тип көткәйнек тә, килмәне…Унан һуңғы йылында ла күренмәне… Олатайҙы башҡаса беҙ күрмәнек…