Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Март 2020, 20:00

Татыулыҡ сере үҙебеҙҙә түгелме?

“Ҡәнәфер сәскәһенең сере нимәлә ул,” -тигән һорауға аҡыл эйәһе бик ҡыҙыҡ яуап бирә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Бер ҡатын: “Тормош иптәшем минән туйҙы инде әллә, көнөбөҙ юҡ-барға талашыу менән уҙа. Бер-беребеҙҙе шул тиклем яратышып өйләнештек, ғаиләбеҙҙе һаҡлағым килә,” - тип аҡыл эйәһенә мөрәжәғәт иткән.
Аҡыл эйәһе оҙаҡ ҡына был йәш ҡатынға текләп ултырған да:
-Ҡайтышлай кипкән ҡәнәфер сәскәһе һатып ал. Тормош иптәшең асыуланып өндәшһә, шул сәскәне теш араһына ҡыҫтыр ҙа, иптәшеңә йылмайып ҡына күҙ һал,-тигән.
Ҡатын шулай эшләгән. Мөләйем йылмайыуҙы, күптән күрмәгән йылы ҡарашты тойоп теге ир аптырап, ҡатынын ҡосоп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Тормош иптәшенең бындай ҡылығына аптыраған ҡатын тағы ла аҡыл эйәһенә йүгереп килгән. “Ҡәнәфер сәскәһенең сере нимәлә ул,” -тигән һорауға аҡыл эйәһе: “Сер сәскәлә түгел, үҙегеҙҙә. Өйөгөҙҙә ыҙғыш-талаш булмаһын тиһәгеҙ, тормош иптәшегеҙҙең һүҙҙәренә, фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Ә инде тауышҡа тауыш менән яуап бирһәгеҙ, әлбиттә, ыҙғыш янда ғына. Был юлы теш араһында ҡәнәфер сәскәһе булғас, һеҙ яуап ҡайтара алманығыҙ, шуға күрә өйөгөҙҙә ыҙғыш сыҡманы,”- тип яуап биргән.
Бөгөн бер-беребеҙҙән туйҙыҡ, айырылыр сиккә етеп барабыҙ, тип әйтеүселәр йышайып китте. Был осраҡта, бер-береңде тыңлау, килеп сыҡҡан хәлде уртаға һалып кәңәшләшеп, хәл итеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Уйлап ҡараһаң, тормош мәшәҡәттәренән арып киткән саҡтарҙа , бер-береңде ғәйепләп, бар булған проблемаларҙы үҙ яртыңдың елкәһенә һалып сығып китеү –иң еңел ҡылыҡ. Әммә сатнаған һауыт, кире ялғанмай, - тигән кеүек тарҡалған ғаиләне лә, һыуынған хистәрҙе лә кире ҡайтарыуы ауыр.
Ғаилә башлығы ир, тиһәләр ҙә ғаилә тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ. Шуға күрә, хөрмәтле, ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ, ғаилә күрке булып йәшәй беләйек. Һуңғы арала интернет селтәре аша төрлө психологтарҙың кәңәштәрен уҡып, ғаилә тормошона ҙур, алһыу күҙлек аша ҡарай башлағандар ҙа әҙ түгел арабыҙҙа. Ә бит татыулыҡ сере ябай ғына. Ғаилә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, төрлө түләүле треннигтарға, сихырсыларға аҡса бөтөрөп, үҙебеҙҙең башыбыҙҙы ҡатырып әллә ниҙәр уйлап йөрөгәнсе, был аҡыл әйәһе әйткәндәй, яҡындарыбыҙҙы тыңлап, беҙҙән нимә талап иткәндәрен асыҡлауҙы-төп бурысыбыҙ итеп алһаҡ, зирәк ҡатын булабыҙ түгелме? Ғаилә усағын һүндермәй, һөйөп-һөйөлөп йәшәйек!
Читайте нас: