АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Март 2020, 12:10

АЛЫП БАРЫУСЫ - АРТИСТ ТҮГЕЛ !!!

Артист күрергә теләһәк, беҙ концертҡа барабыҙ. Йәнебеҙ теләгәнен һайлап алабыҙ ҙа, ауыҙҙан бер һүҙ сығармай, ҡулдарҙы тубыҡҡа һалып ҡына тамаша ҡарап ҡайтабыҙ. Ә мәжлес концерт түгел! Уны шоуға әйләндерергә ярамай...

Ғаилә байрамдары - туғандар менән күрешеп-һөйләшеп ултырыу, йәнгә ял алыу, күңел асыу сараһы. Йөрәк түрендә ҡәҙерләп кенә йөрөткән матур һүҙҙәребеҙҙе, яратыуыбыҙҙы шул мәлдәрҙә әйтеп ҡалабыҙ. Беҙ бит былай ҙа тик торғандан бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтмәйбеҙ, хатта рәхмәт тойғоларын да ваҡытында еткерә һалып бармайбыҙ. Асылыбыҙ шундай, тормош шулай, тибеҙ. Һәр хәлдә, даими күрешеп йәшәү түгел, ваҡытһыҙ шылтыратып хәл белешергә лә ҡыймайбыҙ. Кешенең мәшәҡәтле сағылыр, бушамайҙыр, тип борсомаҫҡа тырышабыҙ. Һәр кемдең үҙ тормошо. Эш - өй - аш, ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт... Ә ғүмер һәммәбеҙҙә лә берәү генә. Күрешеп-аралашып йәшәр өсөн башҡа ғүмеребеҙ юҡ... Ғаилә байрамдары ла йыл һайын үткәрелмәй, киләһе осрашыуҙарҙа кем барын, кем юғын бер кем белмәй...

Бына ошондай байрамдарҙы алып барған саҡта мин һәр саҡ артҡы планға күсергә тырышам. Сөнки алып барыусы - артист түгел, алып барыусы ул - ойоштороусы, әйҙәүсе, бер йомғаҡҡа туплаусы ғына. Әйтер һүҙен еткерергә уңайһыҙланып торған ҡунаҡтарҙы ҡеүәтләп ебәреүсе, ниндәйҙер күңел сиктәрен шымартып таратыусы, рәхәтләнеп һөйләшерлек атмосфера тыуҙырыусы! Артист күрергә теләһәк, беҙ концертҡа барабыҙ. Йәнебеҙ теләгәнен һайлап алабыҙ ҙа, ауыҙҙан бер һүҙ сығармай, ҡулдарҙы тубыҡҡа һалып ҡына тамаша ҡарап ҡайтабыҙ. Ә мәжлес концерт түгел! Уны шоуға әйләндерергә ярамай. Юҡһа, һөйләү түгел, ашарға ла ҡыймай, ҡайнар ашын һыуытып ултырғандар бар. Хатта ҡотлауҙы ла артисҡа ҡарап "отчет" итеп һөйләйҙәр. Кейәү менән кәләштең алдан әҙерләгән туй бейеүен күрһәтә алмауы, нәҫелдәре шау таланттан тороп та йырлап-бейеп ҡайтмауы ғаилә мәжлестәре өсөн түгел, әлбиттә...

Ҡунаҡ булышыу тәртибе ҡасан үҙгәргән һуң?! Кем үҙгәрткән?! Ниңә банкеттарға гармун, ҡурай йөрөтөүҙән тартынабыҙ?! Мин һәр саҡ клиенттарға әйтә киләм: баян-гармундарығыҙ, ҡурай-ҡумыҙҙарығыҙ, башҡа төр инструменттарығыҙ бар икән - алып килегеҙ! Кемдәр йырлай, кемдәр бейей, рәхим генә итегеҙ! Был бит һеҙҙең байрам! Гармунлы, ҡурайлы, гитаралы йәшлек йырҙарын башҡарып, үҙебеҙсә күңел асыуға етәме ни!? Беҙ бит бик талантлы халыҡ. Асылыбыҙ ҙа, байрамдарыбыҙ ҙа бүтән. Ситтән ингән шоу-программалар, ят ҡылыҡтар менән йәнебеҙ теләгән байрам кинәнесенән мәхрүм итмәйбеҙме үҙебеҙҙе?! "Тамадаға ҡарап ултырып, ҡоҙаны ла танымай ҡайтҡанмын", тиерлек булмаһын ине. Ғаилә байрамдарында туғандар үҙ-ара йырлашырға, бейешергә, күңел асырға тейеш. Улар бит сәхнәлә сығыш яһап йөрөмәй, ҡунаҡта ғына йырлашмаһа, көн дә бер-береһен тыңлай ҙа алмай...

"Ҡотлау өсөн 3 минут, унан ары - штраф, наказ" тигән талаптар ҡуйыу ҙа ғаилә байрамдарына килешмәй. "Аҡсаңды һал да - булды!" тигән кеүек... Ҡайһы саҡта айҙар-йылдар буйы осрашмаған, йыраҡ-йыраҡтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар була. Туғандары өсөн өҙөлөп, йән атып йыйылған ошо ҡәҙерлекәйҙәрҙе һүҙ һөйләүҙән дә мәхрүм итеү дөрөҫмө?! Мин килешмәйем.
Алып барыусы үҙ урынында, шоумен үҙ урынында булырға тейеш!