Бөтә яңылыҡтар
Фекер
28 Февраль 2020, 00:30

Уйланырға урын бар

Ике йыл элек крокодил табылған ерҙә эт нишләп ултыра икән?

Сибайҙан Баймаҡ районының Моҡас ауылына йыш йөрөйбөҙ. Ауылыма етмәҫ борон халыҡ телендә күл тигән ер бар. Бынан ике йыл элек тап шунда ҡатҡан крокодил табылып бөтә республиканы, хатта Рәсәйҙе шаулатҡайны. Быйыл шул тәңгәлдә бер эт ултыра. Нисә тапҡыр барып, нисә тапҡыр ҡайттыҡ, эт һаман шул тирәлә өйрөлгәс, туҡтап ҡараһам, көсөгө үлеп ята икән. Меҫкен, шуна ташлап китә алмай аҙаплана. Үҙенең эсе эсенә йәбешкән, ас, бахыр. Бөгөн бер буханка икмәк ырғыттым.
Эттең хужаһына тоғро хайуан булыуын беләбеҙ. Көсөгөн дә ташлап китә алмауы күп кенә “кәкүк” әсәләргә үрнәк булырлыҡ. Эттең эте үлгән балаһын ҡалдырып китә алмай аҙаплана, ә сатлама һыуыҡта балаһын урамда “онотҡан”, сабыйы тыуғас та сүп-сар һауытына ырғытып китеүсе әсәйҙәр барлығын ишетеп торабыҙ. Ғибрәт бит...Уйланырға урын бар.