Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Февраль 2020, 21:10

БЕҘ ҘӘ БИТ УЛАР ИШЕ...

Зәңгәр, һары-алтын төҫтәгеһе килеп сыҡһа, башыбыҙ күккә тейә. Алтын тапҡанбыҙмы ни? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Беҙ бала саҡта күрше ҡыҙыҡай менән һауыт-һаба ярсығы йыя инек. Зәңгәр, һары-алтын төҫтәгеһе килеп сыҡһа, башыбыҙ күккә тейә. Алтын тапҡанбыҙмы ни? Ундай төҫтәге посуда өйҙә лә бик һирәк була торғайны. Күберәк ҡыҙыл биҙәклеләре осрай ине. Күрше ҡыҙ менән юлды ҡап урталай бүлешәбеҙ ҙә ярсыҡ эҙләйбеҙ. Осраған береһен тупраҡ аҫтынан соҡоп алабыҙ. Ямғырҙан һуң шул уҡ юлда тағы ярсыҡтар барлыҡҡа килә нишләптер. Шуға ямғыр тымыу менән йәнә эҙләнеү эшенә тотонабыҙ. Телефон юҡ, һөйләшеү юҡ, әммә ямғыр яуыуҙан туҡтау менән күрше лә, мин дә ҡапҡа янына йүгереп килеп сығабыҙ бит әле. Һулы миңә, уң яғы һиңә тибеҙ ҙә тағы шул юлдан китәбеҙ. Шулай йыя торғас, кәсә, стакан ярсыҡтары күбәйеп китә. "Ҡунаҡҡа" саҡырышабыҙ, кемдеке матурыраҡ, кемдеке күберәк һәм сағыуыраҡ тип маҡтанышабыҙ.
Шулай өй нигеҙенә теҙеп һалған аллы - гөллө ярсыҡтарымды бер көн атайым әрләй - әрләй сүплеккә түкте...
Сервантта ҡәҙерле ҡунаҡтарға тип ҡуйылған посудаларға ла ҡыҙығып ҡарай инек. Әле килеп улар кителгән, һыңар ҡалған. Ошо һәм башҡа сәбәптәр менән "ҡәҙерһеҙ"гә әйләнгән дә көндәлек тормошта тотонола, йә әрһеҙгә ҡулланыу өсөн усаҡлыҡта ултыра. Уларҙың түрҙәге урынын яңылары, сағыуыраҡтары, замансараҡтары биләй хәҙер...
Бына шулай: посудалар ҙа тарих һаҡлай, хәтирәләргә бирелергә мәжбүр итә.
Ябай ғына кәсә, сынаяҡ та матурлығы, яңылығы менән һоҡланыу уята. Йылдар үткәс, күҙ өйрәнгәндәре үҙенә әллә ни йәлеп итмәй башлай, туҙа, кителә, ватыла, ишен юғалта, ҡулланыштан алына...
Кешеләр яҙмышы ла шулайыраҡ...