Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Февраль 2020, 16:05

ЗАР

Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй... Ҡатын күҙ алдында бөтөрөнә, бирешә башланы.

Бер йәш ҡатын йырға-моңға, нәфис һүҙгә маһир, кәрәк икән бейеп тә китә, ҡумыҙын да сиртә. Шуға төп эшенән тыш корпаративтар, туйҙар, мәжлестәр алып бара. Улары ла бөгөнгө ҡиммәтселек шарттарында иш янына ҡуш. Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, теге, көтмәгәндә, етди сирләп киткән икән, дауаланыуға ҡиммәтле дарыуҙар яҙғандар, әллә ни саҡлы ҡатмарлы процедуралар билдәләгәндәр. Ҡатын күҙ алдында бөтөрөнә, бирешә башланы. Осрағанда яйын тап килтереп, ипле, урынлы ғына итеп иҫкәрмәмде әйттем:
--Сәләмәтләнгәс өлгөрөрһөң, әлегә мәжлестәр үткәрмәй торһаңсы?..
--Ҡайһылай ғына итмәк, ағай, дарыуҙарға аҡса еткерә алмайым бит! Тағы ситтә улыбыҙ уҡып йөрөй…
Ҡалала билдәле кешенең юбилейына саҡырҙылар. Алыҫтан, арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Бына бер заман алып барыусы сифатында алдыбыҙға теге ҡатын сығып баҫты: һыланған-һыйпанған, матур итеп кейенгән, йөҙө айҙай балҡый. Кис буйы ул беҙҙең күңелде асты, йырланы, бейеп тә китте, матур шиғырҙар ҙа һөйләне. Янымда ултырған бер ҡунаҡ табын аҙағында алып барыусының эшенән үтә ҡәнәғәт ҡалып былай тине:
--Ҡайһылай ҙа һөйкөмлө бынау һеңлекәш. Үҙе йәш, үҙе сәләмәт. Миңә лә уның һымаҡ булырға ине: ә мине радикулит йонсота, өҫтәүенә геморрой...