Гәзит-журналдарҙа ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр, татыулыҡ-дуҫлыҡ, матур йәшәгән кешеләр тураһында күп мәҡәлә уҡыйбыҙ. Килендең ҡәйнәне яҡшы итеп тәрбиәләүе, кәңәшләшеүҙәре, һөйләшеүҙәре, бергә йәшәүҙәре һоҡландыра. Ундайҙар бик күп.
Ләкин хәҙерге заман йәштәре, йәғни йәш килендәрҙең күбеһе ҡәйнәне тәрбиәләргә, уның әйткән һүҙҙәрен сабыр ғына тыңлап эшләргә, бергә йәшәргә теләмәй. Шуныһы бик үкенесле. Элек бит хатта ҡайнағалар, ҡәйнештәр менән бергә бер өйҙә ғүмер иткәндәр. Түҙгәндәр, татыу булғандар. Сөнки ҡайны-ҡәйнә кешене ата-әсәй урынына күреү, хөрмәт итеү, уларҙан ҡурҡыу, оялыу бар ине. Бала-саға өйҙә өләсәйҙәр менән ҡараулы, ҡурсаулы булды. Бөгөнгө йәштәргә әйтә башлаһаң, ҡаршы яуап бирәләр.
“Һеҙ совет осоронда иҫкесә йәшәгәнһегеҙ, хәҙер икенсе заман”,—тип кенә ебәрә улар.
2007 йылда иң бәләкәй ҡустыбыҙ өйләнде. Өйләнде тип әйтерлеге лә юҡ инде. Хәҙергесә әйткәндә, таныштырыу кисәһе үткәреп, ике яҡта ултырҙыҡ та, шуның менән бөттө. ЗАГС-ҡа барманылар, килен кеше иренең фамилияһын алыуҙы кәрәк тип тапманы. Ата-әсәйҙең өйөнә, нигеҙенә килен булып төшөп, яҫтыҡҡа баҫып инмәне. Ҡустыбыҙ уны хатта өйгә пропискаға ла ҡуйманы.
Ярай, улар йәшәргә булғас, ризалаштыҡ. Бына шунда башланды ла инде. Ата-әсәй менән бергә йәшәргә теләмәй, ҡустыбыҙ менән киленебеҙ ай ҙа үтмәҫтән, йәһәтләп икенсе ауылдан өй табып, айырым сығып китте. Атайым менән әсәйем үҙҙәренсә йәшәне. Һәр кем башҡа торғас, һүҙгә килешмәнек. 2009 йылда атайыбыҙ мәрхүм булды, әсәй яңғыҙ ҡалды. Шунда ла ҡустым менән килен уның янына ҡайтырға теләмәне. Ҡәйнәне ҡарамайым, бергә йәшәмәйем тигән. Әсәй уларға барһа, битәрләп ҡайтаралар ине. Ишетеп, белеп торһаҡ та, өндәшмәнек. Хәҙер үҙ-ара ҡатнашмайбыҙ, саҡырышмайбыҙ, хатта телефондан да һөйләшмәйбеҙ. Шулай, әсәй сабыр ғына дүрт йыл яңғыҙ ғүмер итте.
Атай мәрхүм тере сағында әсәйгә: “Өйҙө бер кемгә лә яҙмайым, әбей, өй һинеке. Сыҡмайһың, үлгәнсе ошонда йәшәйһең,”—тип әйтеп ултыра торған ине.
Әммә апайым өйҙө, беҙгә лә әйтмәйенсә, кәңәшләшмәйенсә, үҙ белдеге менән Баймаҡҡа барып, ҡустыбыҙ исеменә яҙҙырған да ҡуйған. Был хаҡта 2013 йылға тиклем бөтөнләй белмәнек. Ул өй биш бала өлөшөнә бүленергә тейеш ине.
Барлыҡ шул көйәләнеүҙәр, әрнеүҙәр, ғәрләнеүҙәр, иңрәү ҡатыш илауҙар бер йөрәккә йыйылып килгәндер инде, әсәй ҡаты ауырып китте. Өфөлә ятып, операция үткәреп ҡайтты. Әсәйҙең сиргә һабышыуын һылтап, апайыбыҙ ҡустының ғаиләһен кире тыуған нигеҙгә күсерткән. Йәнәһе, улар янында әсәйебеҙ ҡараулы була. Йәй айында, әсәй дауаханала булған ваҡытты файҙаланып, уның әйберҙәрен аласыҡҡа сығарып ташлағандар ҙа, үҙ нәмәләрен урынлаштырып: “Хәҙер был беҙҙең өйөбөҙ”,—тип йәшәп алып киттеләр. Әсәй дауаланып сыҡҡас, уны бабайы менән үҙҙәре төҙөп ингән өйгә лә индермәй, шул аласыҡҡа ҡыуып сығарҙылар. Әсәй, бахырҡай, аңлай ҙа, ҡаршы бер һүҙ әйтә лә алманы. Килен кеше йылы ашын, сәйен эсереп, тәрбиәләп, эргәһендә йүгереп йөрөргә тейеш ине
лә бит, юҡ шул! Әсәйебеҙ үҙ көнөн үҙе күрҙе, ашарына ла үҙе бешерҙе. Уға бер ниндәй ҙә иғтибар ҙа, ихтирам да бул-маны, йылы һүҙ ҙә әйтмәнеләр.
Бер ваҡыт ҡустыбыҙҙың өйҙө һатып сығып китергә теләгәнен белеп ҡалдыҡ. Ҡулында документы булғас, атай нигеҙе булып торған төп йортобоҙҙо үҙенеке генә тип уйланы. Ҡустыбыҙ—типһә, тимер өҙөрлөк ир. Бер ҙә үҙе өй төҙөп инергә уйламаны. Мин бер көн менән генә йәшәйем, миңә бер ни кәрәкмәй тигән фәлсәфә менән ғүмер итте. Бала табып, тәрбиәләп үҫтереү тураһында ла уйлап та бирмәнеләр.
Бер мәл матур итеп һөйләшер, аңлашыр өсөн бергәләшеп ҡайттыҡ, йыйылдыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйләшеү килеп сыҡманы. Бары тик бер-беребеҙгә яман һүҙҙәр әйтешеп, талаштыҡ та, уртаҡ фекергә килә алмайынса, таралыштыҡ. Башта төрлө уйҙар ҡайнай, яуаптарын ғына табып булмай. Нимә был, беҙгә яҙылған ҡәһәрме, язамы? Был өс көнлөк донъяла, алдаҡсы тормошта мәңгелек йәшәрҙәй булып шашып китәләр. Үлһәң, барыһы ла ята ла ҡала. Шул бирелгән әҙ генә ғүмеребеҙҙә матур итеп, татыу ғына ирешмәй, талашмай йәшәргә булалыр бит?! Ҡустым менән килен әсәйебеҙ менән матур ғына йәшәһә, уны ҡыуып сығармаһа, хәлдәренән килгәнсә тәрбиәләһә, беҙ бер ниндәй ҙә ҡаршы һүҙ әйтмәҫ инек. Тыуған йортобоҙ иреш-талашһыҙ ҙа үҙҙәренә тороп ҡалыр ине бит.
Их, терһәк яҡын да бит, тешләп кенә булмай шул. Элекке кеүек дуҫлыҡ, татыулыҡты ҡайтарып алыр саралар юҡ.
Был донъяға беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ. Әсәйебеҙ ҙә дүрт йыл элек мәңгелек донъяға күсте. Ҡустыбыҙ шуны ғына көткәндәй, башҡа туғандарының ризалығын да алмай, тыуған йортобоҙҙо һатып икенсе яҡҡа күсеп сыҡты ла китте. Шулай итеп, ата-әсәйебеҙҙең бергә илле йыл буйы йыйған мал-мөлкәте ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Ҡустыбыҙға атай нигеҙен һаҡларға, һыуытмаҫҡа ине лә бит. Әммә хәҙер ҡайтып йөрөр йортобоҙ сит кешеләр ҡулында. Ата-әсәйебеҙ тере саҡта яндарына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда тыуған өйөбөҙ ҡот уйнатып балҡып ултыра ине. Әле килеп беҙҙең өсөн сит ергә әйләнде. Шуға күңелдәр етемһерәп ҡалды, йөрәк әрней. Туғанлыҡ ептәре лә шартлап өҙөлдө. Ҡустыбыҙ хәҙер беҙҙе, апаларын, бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй. Ни ғәләмәттер был? Әллә ахырызамандың яҡынлашыуы шулмы икән? Туғандарҙы һанға һуҡмау—Ҡиәмәт көнө етеп килеү билдәләренең береһе бит.