Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Ғинуар 2020, 12:05

УЯУЛЫҠТЫ ЮҒАЛТМАЙЫҠ!

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАҠалай итһә итә, халыҡ Яңы йыл байрамын хәленән килгәненән арттырып ҡаршылай. Байрам табынына "яҙҙырып" (бурысҡа) булһа ла ризыҡ алып, өҫтәл әҙерләп, бүләген алып, кешенән кәм-хур булмайым тип фейерверк аттырып, күтәренке кәйеф көйләп маташа. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡалай итһә итә, халыҡ Яңы йыл байрамын хәленән килгәненән арттырып ҡаршылай. Байрам табынына "яҙҙырып" (бурысҡа) булһа ла ризыҡ алып, өҫтәл әҙерләп, бүләген алып, кешенән кәм-хур булмайым тип фейерверк аттырып, күтәренке кәйеф көйләп маташа.
Байрам хаҡына ауыл халҡы малын да тотоноп ташлай ул. Быйыл мал аҙығы мул түгел, шуға ла халыҡ малын йәлләп тормай, алыусыһы барҙа һата һала. Бер ышаныу бар бит: йылды нисек ҡаршы алһаң--йылың да шулай үтә. Әллә шуғамы йыл аҙағында халыҡ бурысын ҡапларға ынтыла, өҫтәлен дә мул ябырға тырыша. Әлбиттә, былар аҡса талап итә. Ошоно һиҙгәндәй, декабрь аҙағында беҙҙең атрафта мал йыйыусылар йөрөнө. Беҙ ҙә бер орғасыны әҙерләп ҡуйғайныҡ… Шул мәлдә интернет киңлектәрендә шаңҡытҡыс бер хәбәр таралды. Юҡ, авария, үлем хәбәре түгел! Ялған аҡсаға мал йыйыусылар йөрөй икән. Хатта машинаның маркаһы ла, ҡайһа төбәктә теркәлеүен күрһәткән номеры ла аныҡ яҙылған.
Бына нисек мутлашалар? Ябай халыҡты алдайҙар…Улар бит йә иртә таңдан, йә киске эңер төшкәс йөрөп мал йыя. Аҡсаны ла тышта машина фары яҡтыһында ҡулға бирәләр. Ҡайҙан ғына беләһең инде ялғанмы ул, ысынмы?
Хоҙай араланымы, беҙгә килеп етә алманылар. Шулай ҙа малын тапшырып өлгөргәндәр, отолғандар өсөн әсенеп ҡуйҙыҡ.
Эйе, күп тә үтмәй мутлашыусыларҙың тотолдо. Шула йҙа тынысланырға ярамай. Уяулыҡ кәрәк!
Миңзәлә Сирғәлина.