Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Ғинуар 2020, 12:00

Ысыны ла,ялғаны ла - харам

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Араҡының таҙаһы-бысрағы, ысыны-ялғаны юҡ. Барыһы ла — харам! Харам менән эш иткән кеше гонаһлы.

Кеҫәһенә ингән тин-һумдар хәрәмме, хәләлме ҡарап тормай, матди байлыҡ артынан ҡыуған Әҙәм аҡса артынан сабыуын ғына белә. Уҙған йыл аҙағында ғына ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы яңы көрәш ысулы индергәйнеләр. Әлегә һөҙөмтә күренмәй шикелле. Ә иҫеректәр йөрөй, ҡайҙан алалар, нимә эсәләр--белгән юҡ. Шик төштө барыбер, йәшертен араҡы һатҡандар исемлеге "һаҡ" ҡолаҡтарға ятмаҫлыҡ ҡына таралғаны һиҙелә. Шуныһы аптырата: законлы юл менән “Башспирт” магазины асыласағы ла ишетелеп ҡуйҙы беҙҙең яҡтарҙа. Ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һүҙҙәр, ҡултамға йыйып ҡаршы сығырға теләүселәр бар, шулай ҙа күпселек шым ҡалыуҙы хуп күрә. Кәрәкме ул халыҡҡа? Ҡай берәүҙәр бурысҡа алһа ала, шуны эсә бит.
Бер осонан--бал, икенсе осонан ҡан тамған ҡурай кеүек беҙҙең тормош.
Ауылыбыҙ мәсете имамының һүҙҙәре лә уйға һалмалы: "Араҡының таҙаһы-бысрағы, ысыны-ялғаны юҡ. Барыһы ла — харам! Харам менән эш иткән кеше гонаһлы. Һис шикһеҙ ҡасандыр барлыҡ ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ!"
Тормош – тартыш. Был тартышта айыҡлыҡ арҡаны яғына тотоноусылар күберәк булыр тип ышанам.
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: