Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Декабрь 2019, 15:00

Битте йәшерербеҙ ҙә ул…

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАБитлек. Ни өсөн әҙәм битлек аҫтында үҙен ҡыйыу тота икән? Бар зәһәрен сәсергә лә, һөйөүен белдерергә лә тартынмай бит ошо битлектә. Бер кем дә асыштай ҡабул итмәҫ: фейк сәхифәләр бик күп интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә. Олоһон - кесеһен айырмай, оялыуҙы ла белмәй һүгенгән, тоҙло - боросло тупаҫ һүҙҙәр теҙелгән комментарийҙарҙы тик шул битлек аҫтындағылар яҙа...Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

…Яңы йыл бал-маскарадында эй күңелле лә һуң! Шыршы тирәләй төрлө костюмдарҙағы ауылдаштар бейей, күңел аса. Тауыштарынан, атлап китештәренән барыһының да тиерлек кем икәнен шундуҡ сырамытып бөттөк, тик бер Клоун кейемендәге ир-азаматты һис таный алмайбыҙ. Бейеү тиһәң ойотоп бейеп китте, хайран итеп матур йыр ҙа бүләк итте, уйындарҙа ла ихлас үҙе! Ҡайҙа ятҡан һуң был талант?! Уйҙа ауылдың осонан-осона һәр өйҙө тиерлек ҡыҙырып сыҡһаҡ, тик табып булмай ҙа ҡуя ундай кешене.
Тамаша аҙағына етеп, кейемдәргә урын биреп бүләкләү башланғас, беребеҙ ҙә таный алмаған азамат та бүләкләүгә саҡырылды. Уйын шарты шулай: битлекте сисеп тамашасыларға үҙен танытырға тейеш һәр кем. Бая ғына уттай ҡыҙыу баҫып бейегән кешебеҙ шул минутта ебеп төштө, шулай ҙа битлекте асырлыҡ көс тапты.
Ете ятып бер төшкә инмәҫ хәл! Ауылыбыҙҙың бер баҫалҡы ғына егете ине ул. Ошоғаса ауыҙ асып һүҙ ҡушҡанын бер ишетмәгән халыҡ өсөн был оло асыш булды. Был тиклем дә талант йәшеренеп ятыр икән кешелә?! Уңайһыҙланыуынан буҙарынған-ҡыҙарған егет бүләген саҡ төшөрмәй тотоп сәхнә артына инеп тә юғалды шул саҡ...
Битлек. Ни өсөн әҙәм битлек аҫтында үҙен ҡыйыу тота икән? Бар зәһәрен сәсергә лә, һөйөүен белдерергә лә тартынмай бит ошо битлектә. Бер кем дә асыштай ҡабул итмәҫ: фейк сәхифәләр бик күп интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә. Олоһон - кесеһен айырмай, оялыуҙы ла белмәй һүгенгән, тоҙло - боросло тупаҫ һүҙҙәр теҙелгән комментарийҙарҙы тик шул битлек аҫтындағылар яҙа. Шулай уҡ ҡыйыу , тос фекерҙәрҙе уҡып: “Был кем булды әле ул”,--тип сәхифәһен ҡараһаң, фейк ҡына икәнлеген белеп һоҡланыуыңды ситкә этәрәһең. Ҡара янында аҡ та булғандай, һис зыянһыҙҙары ла бар. Тик бөгөн һүҙем "ҡаралар" хаҡында.
Билгеле, һәр ауыл ҡасабаның үҙ төркөмө бар. Ошо группаларҙа ла ауылдаштары йөҙөн йыртҡан, нахаҡ фашлаған, үҙҙәренсә һүҙ тейҙереп маташҡан фейктар яҙышып ярыша. Халыҡ күбеһенсә шым, өндәшмәй. Күрмәй-ишетмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Миңә теймәй икән, мин дә теймәйем, тигән принцип ята кеүек ул һүҙалыштарҙа. Бар ул ҡыйыу, үҙ һүҙен әйтә белгән берәүҙәр. Тик фейктар шул тиклем күп, бер - береһен яҡлашып, берәүгә бишәү булып ауа.
"Хөкүмәт эшендә эшләгәс, һүҙ тигеҙеп бер нәмә лә яҙа алмайым. Һин өйҙә ултыраһың бит, яҙ әйҙә!"--тип һөсләне мине берәү. Ҡыҙыҡ. Хөкүмәт эшсеһе булғанға ғына фекерен үҙенә йома, ә мин эшһеҙ булғас, уйымды һис ҡурҡыуһыҙ әйтергә тейешмен, тимәк? "Фейк страница эшләтеп алам әле, уҡытҡансы яҙам шунан!"-тип ҡәһәтләнде икенсе берәүһе.
"Фейк" һүҙе инглизсәнән тәржемә иткәндә “алдашыу”, “ялған” мәғәнәһендә. Тимәк, әлеге мәлдә һинең күҙеңә көлөп ҡарап хәбәрен һөйләгән танышың, һин һиҙмәгәндә артыңа ла тибә ала?! Шулай инде. Битлек аҫтында бит кемдең кемлеге беленмәй. Хатта туғаның булыуы ла мөмкин. Асыҡлап булмай. Ә шулай ҙа закон менән барһаң яманлашыуға яза биреп була.
Ни тиһәң дә, был фейк тигәндәре ике йөҙлөләр өсөн шәп нәмә. Иллә мәгәр ябай, һәр һүҙгә ышанып барған халыҡ өсөн үтә лә зыянлы.
Эшен юғалтыуҙан, яман даны таралыуҙан ҡурҡҡандар, һәм, ғөмүмән, йәшенеп аҫтыртын һүҙ ҡуйыртырға яратҡандар ултыра ул фейк битләүҙә. Шулай булмаһа, бары тик яңылыҡ уҡыр өсөн генә ялған сәхифә асамы кеше? Юҡ! Әпкәләйҙәр, ошаҡсылар, ҡойроҡ болғаусылар элек тә булған.
Былай ҙа ялтырауыҡ алдаҡтар менән тулы донъяны тағы ла аптыраулыраҡ итә был фейктар. Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғап ебәрәләр. Йыйылыштарҙан һыу уртлағандай сыға хәҙер халыҡ, нимәгә ул ауыҙ асып барса кеше алдында һүҙ әйтеп яманатлы "бунтарь" исеме алырға? Аҙаҡ фейк сәхифәһенә инә лә яҙа бар теләгәнен. Кем белә уның кем икәнен?
… Бәләкәй саҡта һеңлем менән йәшенмәк уйнап маташабыҙ. Ҡайҙа, нисек йәшенергә кәрәклеген аңлатам, аңламай ҙа ҡуя. Мин ҡарамай торғансы, төпкө өйгә инә лә, диванға тубыҡланып ятып, башын яҫтыҡ аҫтына тығып: "Мине эҙләгеҙ! Мин ю-у-уҡ!"-тип ҡысҡыра. Аптырап эҙләгән булам...
Моғайын фейк сәхифәләге әҙәм дә, яҫтыҡ аҫтына башын тығып, мине күрмәйҙәр тигән һеңлемдәй, үҙен бер кем танымай тип йөрөйҙөр. Дөрөҫ, танымайҙар. Танырлыҡ түгел сөнки. Тик, Атабыҙ Һауа, Инәбеҙ Ер үҙ балаһын әллә нисә сүрәткә инһә лә таный бит барыбер. Нахаҡ ялалар, утҡа май һирпкән һүҙҙәре, ир һәм ҡатын булып донъя һөргән берәүҙәрҙең араһына бол һалғаны өсөн дә Хоҙай алдында яуап тоторға кәрәк булыр. Раббыбыҙ ҡаршыһына битлек кейеп барып булмаҫ.
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: