АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Ноябрь 2019, 16:20

Бай әле лә аттан төшмәй…

Сәйер күренештәрБАЙ ӘЛЕ ЛӘ АТТАН ТӨШМӘЙ…—Мәңге шул күк атыңдан төшмә, мәңге күңелеңә тынғылыҡ тапма, үлһәң дә йәнең тыныслыҡ күрмәһен,—тип рәнйей доға ҡылыусы атай кеше...

Элек бер утарҙа бай йәшәгән. Ул әлеге Сыңғыҙ ауылынан (Баймаҡ районы) бер нисә километр алыҫлыҡта ятҡан. Бай бик уҫал, ҡаты бәғерле булған, үҙ эшселәрен йәберләгән, ыҙалатҡан. Бер көн уның ҡатылығына түҙмәй, егет кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Егеттең атаһы улын юғалтыу ғазаптарын бик ауыр кисергән һәм бәддоға ҡылған. Быны ул ҡулының һыртын үҙенә, ә усын бай йәшәгән яҡҡа ҡуйып башҡара (беҙ доға ҡылғанда ғәҙәттә үҙебеҙ усыбыҙға ҡарайбыҙ, ә бында киреһенсә була).
—Мәңге шул күк атыңдан төшмә, мәңге күңелеңә тынғылыҡ тапма, үлһәң дә йәнең тыныслыҡ күрмәһен,—тип рәнйей доға ҡылыусы атай кеше.
Йылдар үтә, бай вафат була…Яйлап был утар ҙа юҡ була. Хәҙер ул урында Шүлкә сабынлығы. Унда Байгүл тигән ер бар икән. Ололар әйтеүенсә, унда күл юҡ, моғайын, дөрөҫ атамаһы Байгил булғандыр. Ә байҙың исеме Байгилде булғандыр, тигән фараз йәшәй.
Бесән эштәрен эңер төшкәнсе эшләп, һуң ғына ҡайтҡан бесәнселәрҙең нәҡ ошо Байгүл яланында йә арбалары ватыла, йә аттары алып ҡаса икән. Техника ла ошо тәңгәлгә етһә боҙола, имеш. Моғайын, тыныслыҡ тапмаған баяғы байҙың йәне туҙыналыр, тиҙәр. Сөнки эңерҙә бында күк атта елеп йөрөгән шәүләне йыш күрәләр…
Читайте нас: