Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Ноябрь 2019, 16:59

УЛЫМДЫ ӘРМЕГӘ ЕБӘРМӘЙЕМ...

Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки унда тәртип юҡ, элек тә булмаған, әле лә юҡ. Шуның өсөн йәп-йәш егеттәрҙең ғүмерҙәре ҡыйыла. Ә бит һуғыш осоро түгел. Әле яңыраҡ ҡына Забайкальский крайында хәрби частә 8 кешене атып үлтергән, ике кешене яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа енәйәт эше астылар.

Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки унда тәртип юҡ, элек тә булмаған, әле лә юҡ. Шуның өсөн йәп-йәш егеттәрҙең ғүмерҙәре ҡыйыла. Мин белгәндәрҙән генә әллә нисә кеше әрменән ғәзиз улдарын көтөп ала алманы. Ә бит һуғыш осоро түгел. Бейемемдең кинйә улын 1999 йылда Чечняла үлтерҙеләр. 20 йәшендә һәләк булды, 20 йыл инде һалҡын ер ҡуйынында ята. Шуның өсөн тапҡанмы әсә балаһын?! Кинйәләре үлгәндән һуң бейем дә, ҡайным да ут йотоп йәшәне. Уларҙың өҙгөләнеүҙәрен күреп кенә лә мин башҡа берәүгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен тип теләйем.
Шул уҡ Хәйбуллала йырсы апай Көнһылыуҙың улы Тимур армияла хәбәрһеҙ юғалды. Ул да Чечняла хеҙмәт итеп, ҡайтырға йөрөгәнендә зым-зыя юҡ булған. Ул бит энә түгел, үләнгә төшөп юҡ булырға. Юҡ, һаман да юҡ, бахыр әсәнең генә йөрәге һаман өҙгөләнә, өмөт итә, көтә.
Башҡортостан егете Рөстәм Нәбиев армиянан ике аяҡһыҙ килеш, ярты кеше булып ҡайтты. Бында ла шул тәртипһеҙлек бәләһе. Емерек казармаға, һалдаттарҙы мал һымаҡ күреп, урынлаштырғандар.
Әле яңыраҡ ҡына Забайкальский крайында хәрби частә 8 кешене атып үлтергән, ике кешене яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа енәйәт эше астылар. Шәхси проблемалары арҡаһында нервыһы ҡуҙғып, үҙен тыя алмаған, тип бара часть етәкселеге. Ә Рәмилде белеүселәр уның имен ғаиләлә тәрбиәләнеп, тыныс тәбиғәтле икәнен, ябай нервы ҡуҙғыуы арҡаһында ғына был хәлгә бармаҫ ине, тип раҫлай.
Фажиғә тамырҙарының командир Пьянковҡа барып тоташыуы бик тә мөмкин.
2016 йылда өлкән лейтенант Пьянковтың ҡулы аҫтында взводта хеҙмәт иткән бер һалдат, офицерҙың нисек уларҙы даими рәүештә кәмһетеүен, мәсхәрәләүен һөйләгән.
Взвод командиры төндәр буйы һалдаттарға йоҡларға ирек бирмәй, противогаз менән химзащита кейемен кейҙереп, һаҡ хеҙмәте уставын ятларға, үҙәк үтеү юлында теҙеп ҡуйып, ҡымшанмай сафта торорға мәжбүр иткән, башҡаса ла ыҙалатҡан. Бер һалдаттың һөйләүенсә, тәүге тапҡыр ҡарауылға баҫыр алдынан уны Пьянков дүрт тәүлек дауамында йоҡлатмай, төндәр буйы уставты ятлаттырған, бынан тыш төндәрен бишәр сәғәт буйына ул һалдаттарҙы химзащита кейемен бер кейҙереп, бер систереп йонсотҡан. Тап өлкән лейтенант Пьянковты Рәмил иң тәүгеләрҙән атып үлтергән дә инде. Рәмилдән мыҫҡыл итеүҙәрен уның ҡулынан һәләк булған егет телефонына төшөргән булған. Видеоны тыныс ҡына ҡарап булмай, улай йәберләүҙәрҙән һуң һәр кем үҙен яҡлау йәһәтенән Рәмил яһаған аҙымды яһар. Аллам һаҡлаһын!
Был хәл дә әрмелә тәртип булмауға аныҡ миҫал.
Шунан ниндәй күңел менән ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән улыңды хәрби хеҙмәткә барһын тип әйтәң инде.