Бөтә яңылыҡтар
Фекер
23 Октябрь 2019, 11:34

Ниңә балалар башҡортса шиғыр ҙа белмәй?

Балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе маҡтап гәзит биттәрендә күпме мәҡәлә баҫыла?! Тик улар тәрбиәләгән балалар, уҡытҡан уҡыусылар шиғырҙы яттан һөйләй алмай. Бына ошондай ерҙә яңғыраһын ине улар тарафынан әҙерләнгән шиғырҙар! Ни эшләп Башҡортостанда йәшәп тә беҙҙең балалар башҡорт телен белмәй? Тәрбиә балалар баҡсаһында, мәктәптә генә түгел, өйҙә лә, хатта урамда ла барырға тейеш.

Ниңә балалар башҡортса шиғыр ҙа белмәй?
Күптән ҡулыма ҡәләм алғаным юҡ ине. Һуңғы осорҙа мине генә түгел, күптәрҙе хафаға һалған күренеш ошо хатымды яҙырға мәжбүр итте.
Республиканы, хатта Рәсәйҙе тиһәм дә хата булмаҫ, шаулатҡан Республика көнө уҙҙы. Үҙәк майҙанда байрамға арналған концерт буласағы, Өфө артистары килеүе хаҡында иғланды ишетеп, беҙ, өлкән быуын кешеләре, шунда ашыҡтыҡ. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп кенә йыйылған. Үҙебеҙҙең Сибай артистары сығышынан һуң, сират Өфөләргә лә етте. Сәғиҙулла Байегет менән Зилиә Бәхтиева күренгәс, халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Сәғиҙулла йырлап та, бейеп тә, көлдөрөп тә халыҡ күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Тамашаға балаларҙы ла йәлеп итеп, конкурс та иғлан итте.
--Кем йырлай, йә шиғыр һөйләй—шуларға күстәнәс тапшырам,--тигәйне. Тәүҙә ҡаушап ҡалһалар ҙа, балаларҙы ҡыҙыҡһыныуҙары еңде. Сәхнәгә берәм-һәрәм күтәрелә башланылар. Шулай итеп, мәктәп программаһынан алынған, йәки башҡа берәр куплетлыҡ шиғырҙар тик рус телендә саҡ-саҡ итеп булһа ла һөйләнелде. Барыһы 30-лаған бала үҙ һөнәрен күрһәтеп бүләк отто.
Күңелде иң ныҡ борсоғаны шул: уҡыусылар йүнләп 3-4 куплетлыҡ та шиғыр белмәй, ә Башҡортостан, ҡурай, ил, тел тураһында яҙылған шиғырҙы һөйләүсе бөтөнләй булманы.
Балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе маҡтап гәзит биттәрендә күпме мәҡәлә баҫыла?! Тик улар тәрбиәләгән балалар, уҡытҡан уҡыусылар шиғырҙы яттан һөйләй алмай. Бына ошондай ерҙә яңғыраһын ине улар тарафынан әҙерләнгән шиғырҙар! Ни эшләп Башҡортостанда йәшәп тә беҙҙең балалар башҡорт телен белмәй? Тәрбиә балалар баҡсаһында, мәктәптә генә түгел, өйҙә лә, хатта урамда ла барырға тейеш.
Беҙҙең Сибай һәр яҡлап яҡшы үҫешә. Ләкин, ошондайыраҡ хәлдәргә иғтибар юҡ кимәлендә. Театрыбыҙҙың бер актрисаһы, йәш ҡыҙыҡай, ике тапҡыр сығып, икеһендә лә русса йыр башҡарҙы. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл, ни өсөн уның һүҙҙәренә яҙылған бер йыр булһа ла йырламаҫҡа?
Ошондай сараларҙы ойоштороусыларға барыһын да уйлап эш итергә кәңәш бирер инем. Юғиһә, таяҡҡа таянып, матур концерт ҡарайым тип киләһең дә, күңелде әрнетеп ҡайтаһың. Сибайҙарҙың Өфөлә үткән “Башҡортостандың тарих биттәре”концерт-марафонын күреү бәхете лә тейҙе. “Үҙебеҙҙекеләр килә,”--тип балаларҙы өгөтлөп алып барғайным. Бик ныҡ оҡшаны. Тик унда ла бер генә башҡорт халыҡ йыры “Урал”дың яңғырауы күңелде ҡырҙы.
М.Сөләймәнова.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: