АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Октябрь 2019, 11:05

Мәрхүмдең йәне китергә теләмәне

...Шул саҡ бесәй тәҙрәгә ҡарап туҡтамаҫтан мыраулай башланы, бик сәйер тауыш сығарҙы ул. Артыма боролорға ла, энәмде ташларға ла ҡыйманым. Ҡурҡыштан “һау булығыҙ” тип ҡабатлай башланым...

Йәш саҡ—йүләр саҡ. Бер мәл үлгән кешенең йәнен саҡыртыу менән булыша башланыҡ. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәргә тарыныҡ.
Мәктәпте тамамлаған йыл ине. Тимәк, 17 йәш булған. Апайымдарға ҡунаҡҡа килдем. Уларға каникулға тип ике туған һеңлем дә килгән, уға 12 йәш тирәһе булғандыр. Көн кисләп, эңер төшкәс, апай менән еҙнәйем бер нисә айлыҡ сабыйын беҙгә ҡалдырып, ауылға барып килергә булды. Улар юлға сыҡты. Беҙ баланы йоҡлаттыҡ та, йән саҡыртырға булып киттек.
Ҡулыбыҙға энә алдыҡ. Ҡағыҙға әйләнә буйынса хәрефтәр, бер яҡ ситкә--“эйе”, икенсе осҡа “юҡ” тип яҙҙыҡ. Энәнең осон әйләнә уртаһындағы нөктәгә терәнем дә, үҙем ебенән тотоп ултырам. Иң яратҡан шағирым Рәми Ғарипов йәнен саҡыртырға ҡарар иттем. Нимәләр әйткәнмендер—иҫләмәйем, әммә ул килде (йән килеү менән энә ауырая). Һорау биргән һайын, әйләнә буйлап энә йөрөнө. Ҡайһы хәрефтә туҡтаңҡырап тора, шуларҙы ҡушып уҡыйһың һәм яуап алаһың.
Мин арҡамды тәҙрә яғына ҡуйып ултыра инем. Кәрәкле һорауҙарға яуап алып бөткәс, рәхмәт белдерҙем һәм “һау булығыҙ” тинем. Тик энә “юҡ” тигән яҙыуға барҙы ла торҙо. Аптырандым. Был йән китергә теләмәй. Шул саҡ бесәй тәҙрәгә ҡарап туҡтамаҫтан мыраулай башланы, бик сәйер тауыш сығарҙы ул. Артыма боролорға ла, энәмде ташларға ла ҡыйманым. Ҡурҡыштан “һау булығыҙ” тип ҡабатлай башланым. Өлкәнерәк булыу сәбәпле, 12 йәшлек һеңлемде ҡурҡытырға теләмәнем. Үҙемдең ҡул да, аяҡ та ҡалтырай. Шул саҡ тәҙрә төбөнән заколка “шарт” итеп иҙәнгә килеп төштө. Ә бит тәҙрә алды (подоконник) бик киң ине, заколканы үҙем һалғайным, ситкә һалмағанымды ла иҫләйем. Ни ғәләмәт? Кем төшөрҙө? Башымда мең уй. Илар сиккә еттем. Ләкин бирешергә ярамай. Рәми йәненә инәлә башланым, шул саҡ энә әйләнә буйлап китте: “Һ”, “А”, “У”, “Б” , “У”, “Л”, “Ы”, “Ғ”, “Ы”, “Ҙ”. Китте. Энә лә әйләнеүҙән туҡтаны. Уның күҙе аша үткәрелгән епте тотоп ултырған ҡулыма ла еңеллек килде…
Был ваҡиғанан күп йылдар үтте. Унан һуң мин башҡаса бындай мәғәнәһеҙлек менән булышманым. Иҫемә төшһә, әле лә бөтә тәнем зымбырлап китә…
Резеда Усманова.
Читайте нас: