Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Октябрь 2019, 15:23

Бер һум

1 һум аҡса өсөн эсегеҙ бошҡаны бармы? Етмәһә, һеҙҙеке булмаған 1 һум аҡса өсөн...

1 һум аҡса өсөн эсегеҙ бошҡаны бармы? Етмәһә, һеҙҙеке булмаған 1 һум аҡса өсөн... Минеке бошто, инде ул ваҡиғаның шаһиты булғанға аҙна-ун көн ваҡыт үтте, ә һаман уйландыра. Һеҙҙең менән бүлешһәм, бәлки онотолор ҙа.
Шулай бер йомош менән сығырға тура килде лә, автобус менән ҡаланың икенсе тарафына һыпыртып ултырам. Миңә, онотҡанда бер генә йәмәғәт транспортында йөрөгән кешегә барыһы ла ҡыҙыҡ, алан-йолан ҡаранам, джунглинан цивилизацияға сыҡҡандай китеп барам шунда. Ана шул мәлдә күҙгә, аҙаҡ йөрәккә эләкте лә ҡуйҙы шул баяғы хәл. Бер апай ишектән ингәс тә кондукторға 50 һум тотторҙо ла, тегеһе билет сығарып, сдачаһын һанағансы, артынан ингән халыҡ ағымы менән төпкәрәк "йөҙөп" китте. Кондуктор иһә, кемегеҙ илле һум биргәйне, тип ҡысҡырып һораны ла, икенсе бер апай аша теге апайға билетын һәм тинлектәрен ебәрҙе. Тап шул мәлдә йәпле генә итеп усына төшөп ятты ла ҡуйҙы 1 һум сдачаны "передавать" итеүсенең. Ҡаршымда ғына торғас, уның кисерештәрен үҙем аша үткәргәндәй булдым. Тәүҙә икеләнде, хужаһына бирергә лә уҡталды, шунан, әй, ярар, бер һум аҡсамы инде, унан артмаҫ та, кәмемәҫ тә, тигәндәй ипләп кенә кеҫәһенә төшөрҙө. Ә теге бер һумһыҙ ҡалған апай бер ни ҙә һиҙмәне лә, икенсе туҡталышта төшөп ҡалды. Мин, шул бер һумға эйәреп, үҙемдең бер һум эҙләгән саҡтарыма әйләнеп ураным.
...Иптәшем генә эшләй, мин декрет ялында, алған ғына эш хаҡын кредит ҡаплауға тотонабыҙ ҙа, бер ултырып билмән ашайбыҙ ҙа, тағы эш хаҡын көтәбеҙ. Ана шундай көрсөк көндәрҙең береһендә улыма мәктәпкә ашауға түләргә бер һум ғына аҡса тултыра алмайым. Бер генә һум! Аптырап, иҙән ярыҡтарын ҡараштырып йөрөгәнем хәтерҙә. Ҡайҙандыр табып ебәрҙек. Шулай ул, кемдер уйлағанса, беҙ бер ҙә миллионер балалары түгел, иптәшемдең сослоғо, ҡаратырышлығы арҡаһында шулай сүбәк сәйнәп өйҙә ултырыу дәрәжәһенә килеп еттек, Аллаға шөкөр! Бер һумдың ҡәҙерен белгәнгә генәлер, тим...
Гүзәл Мырҙаева.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: