Кисә ҡала урамы буйлап китеп барһам, телефоным шылтыраны. Уны ҡулыма алыу менән “Атайым” тигән яҙыу һағайтты. Бынан 15 йыл элек мәрхүм булған атайым теге донъянан хәлемде белергә уйлай микән?!! Телефон боҙолоп, теләһә ниндәй яҙыу күрһәтеп ҡаңғырта тиһәң, уны яңыртҡаныма аҙна ла ваҡыт үтмәне, сим-картаны алыштырғаным юҡ. Трубканы алғансы башымдан ниндәй генә уйҙар үтмәне! Онотолған тауышты ишетеүҙән ҡурҡһам да, дисплейҙы ыңғай һыйпаным:
--Алло! Нишләп оҙаҡ алмайһың ул!? Һәр ваҡыттағыса телефоның үҙең менән булмағандыр инде! Зарядка йыйып тора, кабинетта ятып ҡалды, тиһең инде. Телефон вообще-то мобильный!—тип ирем тиргәргә тотондо.
Шунда ғына аңлап ҡалдым: үҙемә яңы телефон алғас,иҫкеһен ҡыҙыма бирҙем. Күсереп ҡуйған симкаларҙа бөтә контакттар ҙа һаҡланмағас, блютуз аша тиҙ генә телефон һандарын күсереп алдым. Ә ҡыҙым шул арала үҙ симкаһына атаһының номерын яҙып та өлгөргән булған инде. Шуға ла атайым шылтыратҡан икән!!!