Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Сентябрь 2019, 15:49

Осоусы “тәрилкә” кадрға эләккән…

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе уҡыусы ҡыҙға ата-әсәһе телефон бүләк иткәс, уның шатлығының сиге булмай. Һәр ерҙә фото һәм видео төшөрә. Аҙаҡ фотоларҙы ҡарап ултырғанда сәйер күренешкә тап була.

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе уҡыусы ҡыҙға ата-әсәһе телефон бүләк иткәс, уның шатлығының сиге булмай. Һәр ерҙә фото һәм видео төшөрә. Июль урталарында ҡыҙыҡай йәшәгән йорттарының тупһаһына баҫып төнгө күкте, ишек алдындағы усаҡты фотоға төшөрөп ҡарай. Шул рәүешле, ҡараңғыла телефонының фотокамераһы нисек эшләүен тикшерергә уйлай. Аҙаҡ өйгә инеп, фотоларҙы ҡарап ултырғанда сәйер күренешкә тап була. Ҡараңғы күктә ниндәйҙер яҡты һыҙат күренә, ул осоусы “тәрилкә”не хәтерләтә.
Кемдер ышанмаҫ, уйҙырма, тиер. Әммә икһеҙ-сикһеҙ йыһанда бер генә планетала тереклек булыуы мөмкин түгел…Беҙ йәшәгән Ер шарын өйрәнеүсе күршеләр барлығына һис шигем юҡ.