АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Сентябрь 2019, 15:44

АҠСА ИДАРА ИТКӘН ЗАМАНА йәки БУШТЫҢ АТАҺЫ ҮЛГӘН

Аҡса—ул намыҫтарҙы һурып алыр һаҙлыҡ. Аҡсаһыҙлыҡ та үҙәктәргә үтә. Аҡса һәр заманда, һәр дәүерҙә лә кәрәк булған. Әммә бөгөнгө көндә аҡса культы барлыҡҡа килгән. Уны “заман афәте” тип атаһаҡ та, хата булмаҫ...

“Бар—яраштыра, юҡ—талаштыра”,—тигән мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Был бигерәк тә,
беҙҙең заманда актуаль. Сөнки бөтә нәмә аҡсаға барып тоташҡан дәүерҙә йәшәйбеҙ. Әллә күпме һалым түләйбеҙ, һыуына ла, йылылығына ла билдәле хаҡ бар, ҡайһы осраҡта хатта бәҙрәфкә лә бушлай барып булмай. Ашҡаҙан да тәмле аш һорай, кеше араһында матур итеп кейенге лә килә. Балаларҙы ла баҡсаға, йә мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Уйынсыҡтары ла аҡса һорай. Шәхесен үҫтерер өсөн кәрәк булған төрлө түңәрәктәре лә бушлай түгел. Хатта туйға барам тиһәң дә, билдәле сумма аҡса һалыуыңды талап итеп кенә саҡыра бәғзеләр. Кеше ҡәҙере лә, ихтирамы ла күп осраҡта кеҫә ҡалынлығы менән иҫәпләнә.
Байлыҡ—бер айлыҡ булыуын белһәк тә, нәмә белмәй аҡса артынан сабабыҙ. Элек кешелеклелек, изгелек кеүек сифаттар ҡиммәткә эйә булһа, хәҙер инде һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Һәр кем үҙе өсөн йәшәй һәм... аҡса өсөн барыһына ла тиерлек әҙер. Интернет селтәрендә көн дә тиерлек аҡса өсөн ҡылынған енәйәттәр хаҡында уҡып торабыҙ. Хатта туғандар ҙа шул ҡағыҙ өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп ташларға әҙер.
Эйе, аҡса—ул намыҫтарҙы һурып алыр һаҙлыҡ. Аҡсаһыҙлыҡ та үҙәктәргә үтә. Аҡса һәр заманда, һәр дәүерҙә лә кәрәк булған. Әммә бөгөнгө көндә аҡса культы барлыҡҡа килгән. Уны “заман афәте” тип атаһаҡ та, хата булмаҫ. Хәҙер бөтәһе лә буштың атаһы үлгән тигән тәғлимәтте бик яҡшы белә. Элеккеләр: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын,”—тип йәшәһә, хәҙерге кеше өсөн йөҙ һум аҡсалы йөҙ дуҫының булыуы яҡшы.
Ҡасандыр ҡырылып ятҡан эшен тиҙ генә өмә үткәреп эшләткән кеше. Өйөңдө аҡларға кәрәкме, әллә бесәнеңде эшләп ҡуяһы бармы, һарыҡтарың ҡырҡылмай йөрөп ятамы, әйтеүең генә көс, таныштар, дуҫтар, туғандар өмәләп эшләп тә биргән. Ул замандарҙа намыҫ, изгелек төшөнсәһе беренсе урында
торғандыр. Кеше бер-береһенә тейеш булған өсөн түгел, ярҙамсыллыҡ тойғоһо кисергәнгә ярҙам иткәндер. Хәҙер инде күптәрҙең бушлай ҡыл да ҡыбырлатҡыһы килмәй. Өмәләргә йөрөү күптәр өсөн бары тик үткәндәрҙә тороп ҡалған яҡты хәтирә генә булып ҡалды. Аҡса түләмәһәң, һирәктәр генә ярҙам йөҙөнән эшеңде эшләшә. Бер яҡтан бер кем дә һиңә бурыслы ла түгел һымаҡ. Икенсе яҡтан, ярҙамсыллыҡ, ихлас-лыҡ тойғоһон юғалта барабыҙ түгелме?
Ир-егеттәребеҙҙең эшләгән эшен хәмер менән үлсәгән ваҡыттары ла булды, әлбиттә. Ялҡау ҙа түгел ине ул ир заттары. Көс түктеләр, эшләнеләр. Әммә эш хаҡын араҡылата алдылар, бер яртыға алдандылар. Хәҙер кемделер сөкәлгә генә алдаштырыу еңел түгел. Хеҙмәтенә хаҡты араҡылата алыусылар һирәк. Шуныһы ҡыуаныслы.
Күптәр ниндәйҙер кимәлдә түккән көсөн, хеҙмәтен баһа-ларға өйрәнде тиһәк тә була. Яҡшымы был, насармы—аныҡ ҡына яуап биреүе лә ауыр. Ярлылыҡтан, ялҡаулыҡтан арынып, донъя көтөргә, матур итеп кешесә йәшәргә тырышыу, һис шикһеҙ, яҡшы. Әммә бөтә нәмәне тик аҡсаға ғына ҡайтарып ҡалыу, шул ҡағыҙҙарҙы яратыуҙы табыныу кимәленә еткереү, кешелек сифаттарын юғалта барыу—һәйбәт күренеш түгел.
Хәҙерге көндә бөтә нәмәнең дә хаҡы бар. Хатта кәңәштәр ҙә һатыла. Ҡайһы бер осраҡта ни өсөн сөскөргәнеңде, башың ауыртҡанын, йә температураң күтәрелгәнен белеү өсөн дә аҡса түләргә кәрәк. Ауырып китергә яҙмаһын, тип теләргә генә ҡала. Яҡшы мөнәсәбәт тә аҡса менән иҫәпләнә бит хәҙер. Ауырып китеп дауаханаға эләкһәң, күп осраҡта кемгәлер аҡса төрткәндә генә яҡшы мөғәмәләгә өмөт итергә була. Аҡсаң юҡ икән, һауығыуыңа иҫәп тотмаһаң да була. Һәр кем үҙенсә тырышып-тырмашып йәшәргә тырыша. Әм-
мә ауырыуға тарымауың, түләүле медицина менән ҡулланмауың хәйерлерәк. Түләүле клиникаға барып тарыһаң, әллә булған, әллә булмаған ауырыуҙарың килеп сығасаҡ, анализдар тапшырыу кеҫәңә ныҡ ҡына һуғасаҡ, бөлгөнлөккә тө-шөрәсәк.
Үҙебеҙ йәшәгән заманды тырыштар һәм состар заманы тип атап та була. Ана шул тырыштар һәм состар һәр яңы нәмәне эләктереп алып, аҡса эшләй, донъя көтә белә. Быға тиклем хатта кәңәштәрҙең дә һатылыуын телгә алып үткән инек. Кешенән ҡайһы бер осраҡта бушлай кәңәш тә ала алмайбыҙ шул. Әллә ниндәй тренинг, вебинарҙар күбәйҙе хәҙер. Уларҙа “Иргә нисек ярарға?”, “Нисек һаулығыңды нығытырға?”, “Балаларҙы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә?”, “Нисек матур булырға?” һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Интернетта аҡса эшләү буйынса материалдар ҙа һатыла. Ошондайыраҡ һорауҙарға
яуаптар, кәрәкле төрлө материалдар интернет селтәрендә тулып ята кеүек тә. Әммә ҡайһы бер әҙергә-бәҙер йәшәп өйрәнгән замана кешеләре эҙләнергә йыбана. Бар нәмә лә еңелләштерелгән, ваҡыт уйылып ятҡан заманда йәшәйбеҙ ҙә кеүек. Әммә, йәнәһе лә, эҙләнеп ултырырға ваҡыт етмәй. Кемдер, кәңәштәр биреп, буштан ғына аҡса эшләй. Кемдер, ялҡаулығына һалышып, бушҡа аҡса түгә. Әлбиттә, кәңәш менән һатыу итеүселәрҙе лә тәнҡитләп булмай. Улар ҙа бит ҡасандыр мәғлүмәт табыу һәм туплау өсөн көс түккән. Буштан аҡса эшләй белеү ҙә—һәләт.
Ҡасандыр һауыт тотоп күршеңә әсетке, йә ойотмос һылтауы менән инеп, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер булған. Хәҙер күршеһенең балаларының исемдәрен дә белмәй күптәр. Кемгәлер инеп һөйләшеп ултырыу ҙа сәйер кеүек. Сөнки аңыбыҙға кеше һәр ваҡыт үҙ файҙаһын ғына эҙләй, бушҡа ғына йөрөмәй тигән стреотип ныҡлы һалынған. Хәйер, хәҙер ҡомалаҡ әсеткеһе лә ҡалаҡлап һатыла һәм билдәле хаҡ тора. Насармы был, яҡшымы—һорауҙы асыҡ ҡалдырайыҡ. Ни тиһәң дә, һәр замандың—үҙ заңы.