Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Июль 2019, 10:43

Урманға һөйрәп алып китмәҫтәр тимә...

Унда балаларҙы уйнатырға ебәреү түгел, өлкәндәргә барыу ҡурҡыныс. Эскән кешеләр ҙә шунда, эҫелектән ҡасып ҡайҙа барып һуҡлығырға белмәгән берәҙәктәр ҙә етерлек. Етмәһә, юл эсе, үткән-һүткәндәр майҙансыҡтан күҙен алмай...

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы мәсете янында балалар майҙансығы бар ине. Күптән түгел майҙансыҡ урынлашҡан ер участкаһында төҙөлөш эштәре башланғас, әүһәләк, өйгөстәрҙе биләмәнең иң ситенә—Сибай урман хужалығы яғындағы һаҙ төбөнә күсереп ултырттылар.Ул тәңгәлдәге шырлыҡта кем генә, нимә генә юҡ! Унда балаларҙы уйнатырға ебәреү түгел, өлкәндәргә барыу ҡурҡыныс. Эскән кешеләр ҙә шунда, эҫелектән ҡасып ҡайҙа барып һуҡлығырға белмәгән берәҙәктәр ҙә етерлек. Етмәһә, юл эсе, үткән-һүткәндәр майҙансыҡтан күҙен алмай... Социаль селтәрҙәрҙә, телевидение, гәзиттәрҙә бәләкәс балаларҙы мәсхәрәләүҙәр тураһында уҡып, ишетеп шаңҡып торабыҙ. Шул уҡ мәлдә ҡәбәхәттәргә, мәҫәлән, Арҡайымдағы кеүек балалар майҙансығын урман буйына урынлаштырып, енәйәт ҡылыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Уйланайыҡ, йәмәғәт! Балаларыбыҙ күҙ алдында уйнаһын, өйҙән имен сығып китһендәр ҙә, имен ҡайтып инһендәр!