Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Июнь 2019, 17:59

Асҡыс

Әүәле ишеккә йоҙаҡ элмәйҙәр ине. Ҡайҙа ғына китһәк тә, өйҙә түгеллегебеҙҙе белгертеп, элгескә һеперт-ке селеген генә ҡыҫтыра инек бары. Бара-тора тормош та ҡырҡа кире яҡҡа үҙгәрҙе.

Әүәле ишеккә йоҙаҡ элмәйҙәр ине. Ҡайҙа ғына китһәк тә, өйҙә түгеллегебеҙҙе белгертеп, элгескә һеперт-ке селеген генә ҡыҫтыра инек бары. Бара-тора тормош та ҡырҡа кире яҡҡа үҙгәрҙе.
Әҙәм балаһы береһе икенсеһенә ышанмай, шикләнеп ҡарай башлағас, башҡаларға эйәреп беҙ ҙә йоҙаҡ һатып алдыҡ. Әммә иҫәпкә бар, һанға юҡ: ул ныҡ та, һәлмәк тә түгел ине, көс һалмай тартһаң да асылырға әҙер. Ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, ишекте шуның менән бикләйбеҙ ҙә, балдаҡҡа тартым тотҡаһы бер яҡҡа салыш асҡысты солан тупһаһы аҫтындағы сеүәтәгә һалабыҙ. Әрменән ҡайтып төшкәндә лә ул шунда, тәғәйен урынында ята ине, ә әсәйем балам көтмәгәндә ҡайтып инмәҫме, тип миңә инселәп еләккә сығып киткән. Ишекте шар астым да Аҡташ аҡланына йүнәлдем, сөнки беҙҙәге сабынлыҡтар, еләклектәр өй артынан уҡ башлана. Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмаған кеүек, ауыл ерендә хәбәр ятамы, һөйөнсөләп тә өлгөргәндәр, әсәйем мин күренеү менән йүгерергә тотондо, ҡыуаныстан быуындары тотмай үҙ аяҡтарына үҙе эләгеп йығыла ла китә, йығыла ла китә, өҫтөнә кипкән үлән онтаҡтары һырыны, сүпләгән еләген түгеп-сәсеп бөттө, шунан эргәмә килеп етеү менән йөгөнөкләгән килеш аяҡтарымды ҡосаҡлап илап та ебәрҙе…
Күп гиҙҙем был донъяны, әллә күпме саҡрымдар үттем, бәғзеләр бик теләп тә ашатлай алмаған, ете йоҙаҡҡа бикләнгән ҙур, затлы һарайҙарҙың ишеген ауырлыҡһыҙ асып индем, мәгәр күңел көрлөгөн, хөрлөгөн, байманлығын кисермәнем, күргәнемдән мөғжизә тапманым. Ә мин ошоғаса эҙләгән ябайҙан ябай тылсым асҡысы бәләкәй генә ауыл өйөнөң тупһаһы аҫтындағы йәмшәйеп бөткән сеүәтә эсендә ятҡан икән дә баһа. Мине көтөп, бәлки, һаман да яталыр…