Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Апрель 2019, 13:35

Сибай шаулай, Сибай гөрләй генә...

Тынсыу автобус салонынан төшөп аяғым ергә тейеү менән вокзал тирәһен үк һауалағы "Урра! Урра! Урра!" тигән тауыш гөрһөлдәтте. Ҡайҙалыр барған алыштан килгән тананалы еңеүселәр шатлығы һымаҡ тойолдо миңә был тауыш. Бер нигә иғтибар итмәй, туҡтауһыҙ ағылған ҡырмыҫҡалай машиналар ағымына ҡушылып, мин дә алға атлайым. Тағы ла һауа ярып команда биргән ауаздар, гөрһөлдәп атлаған тауыштар таш урамды баҫты. Әһә! Был бит байрамға әҙерлек!

Тынсыу автобус салонынан төшөп аяғым ергә тейеү менән вокзал тирәһен үк һауалағы "Урра! Урра! Урра!" тигән тауыш гөрһөлдәтте. Ҡайҙалыр барған алыштан килгән тантаналы еңеүселәр шатлығы һымаҡ тойолдо миңә был тауыш. Бер нигә иғтибар итмәй, туҡтауһыҙ ағылған ҡырмыҫҡалай машиналар ағымына ҡушылып, мин дә алға атлайым. Тағы ла һауа ярып команда биргән ауаздар, гөрһөлдәп атлаған тауыштар таш урамды баҫты. Әһә! Был бит байрамға әҙерлек! Күҙ күреме ерҙән ҡыҙыл береткалар, йәшелле-ҡаралы формалар тигеҙ рәттәрҙә үтә. Тиҙерәккә һалып тиҙлекте тиҙләтәм. Күрге килә һәләк! Ниһайәт, еттем! Үҙ улымды ошо колонна араһынан эҙләйем. Ҡайҙан ғына инде? Бер иш кенә йәштәр, етди төҫ алып, паркты дер һелкетә генә. Эскәмйәлә күренешкә һоҡланып ултырған ололар күренә. Уҙып барыусылар ҙа урау һуҡмаҡҡа төшөп аҙымдарын яйлата.
Ошо йәнлелеккә ,ошо йәмлелеккә иҫем китеп өйҙә саҡта Сибай һауаһының айырмалығын татып, танып ҡайтырға тигән уйҙарымды ла онотҡанмын. Иллә мәгәр юлыма ауыҙ тирөһен ураған бер кем дә осраманы. Коляска эткән йәштәр, шат балалар, гөл-сәскә менән сауҙа иткән ҡарт-ҡоролар ғына эленде күҙемә.
Арыуыҡ ҡына таш урамды тапап йөрөһәм дә һис тә һауа айырмаһын һиҙмәнем. Ҡала гөрләй, ҡала байрамға әҙерләнә. Көрәк-тырма тотҡандар ҙа осрай, яңы ултыртылған ағас үҫентеләре күренгеләй. Шаулы ҡала шауы өйөмәсә оҙата килеп, оҙаҡ ҡына ҡолағым төбөндә шауланы. Тыныс төпкөлдән килеп ошо ҡайнап торған тормошҡа юлығыу ҡыҙыҡ ул ауыл кешеһе өсөн.
Ҡасандыр ил шаулатҡан көкөрт еҫен һиҙмәй, тыныс тормошҡа ура ҡысҡырған йәштәргә, һоҡландырып парлап үткән ололарға ҡарап, йәнлелеккә ҡыуанып ҡайттым. Сибай шаулай, Сибай гөрләй, Сибайҙа байрам кәйефе...
Читайте нас: