Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Апрель 2019, 14:47

Делегат фекере

Өфөлә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы делегаты булыу бәхете тәтене. Мәртәбәле йыйынды мәшһүр "Урал" көйө менән асып ебәрҙеләр. Тантаналы өлөштән һуң, съезда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем усаҡтарына йүнәлде. Беҙҙең төркөм ҡунаҡтарын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт бейеүҙәренән төҙөлгән флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡытыусыларға гимназия-интернаты буйлап экскурсия үткәрҙеләр, Әбйәлил һәм Баймаҡ районы уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, гимназия уҡыусыларының бай йөкмәткеле тантаналы концертын ҡараныҡ. Төшкө аштан һуң форсайт-сессия ойошторолдо.

Өфөлә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы делегаты булыу бәхете тәтене.
Мәртәбәле йыйынды мәшһүр "Урал" көйө менән асып ебәрҙеләр. Тантаналы өлөштән һуң, съезда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем усаҡтарына йүнәлде. Беҙҙең төркөм ҡунаҡтарын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт бейеүҙәренән төҙөлгән флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡытыусыларға гимназия-интернаты буйлап экскурсия үткәрҙеләр, Әбйәлил һәм Баймаҡ районы уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, гимназия уҡыусыларының бай йөкмәткеле тантаналы концертын ҡараныҡ. Төшкө аштан һуң форсайт-сессия ойошторолдо. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төркөмдәр менән йәнле эш алып барылды һәм һәр төркөм алынған эш йүнәлеше буйынса ыңғай һәм кире яҡтарын иҫбатларға тырышты.
Икенсе көн төп өлөштән һуң, майҙансыҡтарҙа эшен дауам итте. Мин Сибай исеменән “Кластан тыш саралар, тәрбиәүи эштәр-тел үҫтереүҙең рухи сығанағы” тигән тема менән сығыш яһаным, һорауҙарға яуап бирҙек, аҙаҡ тамашасы менән берлектә тәҡдимдәр тупланыҡ. Мәктәптә уҙған сараларға ата-әсәләре, өләсәйҙәрҙе йәлеп итеү, өләсәйҙәр мәктәбенең эшен мәктәп менән берлектә алып барыу, китап уҡыу конференцияларын уҡыусы-ата-әсә-уҡытыусы-китапханасы берлегендә уҙғарыу, уҡыу аҙағында "Йондоҙҙар парады" тип түгел, "Уңыш һабантуйы" формаһында йолалар менән таланттарҙың ҡаҙанышын барлап, ярыш, бәйге, күңелле уйындар менән ата-әсәләр ҡатнашлығында уҙғарыу һ.б. тәҡдимдәр индерҙем. М.Кәрим, Р.Ғарипов, Т.Йосопов, М.Ғафури, З.Вәлиди һәм башҡа уҡыу конференцияларын мәғариф министрлығы исемлегенә индереүҙе талап итергә кәрәклекте белдерҙем, сөнки улар исемлектә булмағас, беҙҙең унда ҡатнашыу һөҙөмтәгә һаналмағанлығын иҫкәрттем, был бик мөһим, сөнки беҙ балаларҙы ошо бөйөк шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ. Ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорто--ошо күсәгилешлек сылбыры өҙөлмәҫкә тейеш һәм өс быуын сылбыры уҡыусы-уҡытыусы, ата-әсә, өләсәйҙәр тығыҙ бәйләнештә булыуы мотлаҡ. Рух илсеһе башҡорт теле уҡытыусыһы илһөйәр, телһөйәр алмаш әҙерләү бурысын атҡара. Минең һигеҙ уҡыусым Башҡортостан телевидениеһында эшләй, һәр береһенең әйтер һүҙе бар. "Тамыр" студияһына ла тәҡдим индерҙем. Ул уҡыусыларҙың “Әйтер һүҙем бар" рубрикаһын булдырыуға ҡайтып ҡалды.
Съезда уҡыусым Салауат Заманов менән осраштыҡ. Ул “Тамыр” студияһы алып барыусыһы булараҡ, ике көн рәтендә Гөлгенә Баһауетдинова менән( беҙҙең интернаттың сығарылыш уҡыусыһы Мирсәйет Ҡылысовтың ҡыҙы) мәғлүмәт йыйып, йомғаҡлау өлөшөндә тапшырыуҙарын әҙерләп күрһәтте. Бик оҫта алып барыусы уҡыусым Салауат Заманов менән Гөлгенә Баһауетдинованың киләсәге өмөтлө, беҙҙең эҙҙән рухлы йәштәр килеүе һөйөндөрә..
Съездан йылы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.
Әлнисә Алдырханова-Кәримова, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союзы ағзаһы