Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Апрель 2019, 11:26

Йәшен ҡайтты

-Килен, кисә тәүге йәшен ҡайтты тиҙәр, һин ишеттеңме?-Эйе, әҙ-мәҙ ишеттем. Төндә булды бит.-Ҡайһы яҡтан килде икән йәшен быйыл?-Өмөтбай яғында ялпылдай ине былай...-Шөкөр, алай ҙа Урал яғынан килгән икән. Һыйырҙар һөтлө булыр, Аллаһы бойорһа!...

-Килен, кисә тәүге йәшен ҡайтты тиҙәр, һин ишеттеңме?
-Эйе, әҙ-мәҙ ишеттем. Төндә булды бит.
-Ҡайһы яҡтан килде икән йәшен быйыл?
-Өмөтбай яғында ялпылдай ине былай...
-Шөкөр, алай ҙа Урал яғынан килгән икән. Һыйырҙар һөтлө булыр, Аллаһы бойорһа!...
…Килен булып килгән саҡтарҙа ҡәйнәмдең ошолай ырымлап юрауына көлөмһөрәп ҡуя инем. Йәшен нисек һыйыр һөтөнә тәьҫир итһен инде, тип. Йәшәй -йәшәй үҙем дә ҡәйнә булыр йәшкә яҡынлағас, ҡәйнәмде аңлай башланым шикелле.
Ысынлап та, Ирәндек яғынан килгән йәшен тиҙ үтә, ергә тейер теймәҫ була ямғыры ла, ә Урал яғынан килгән йәшен көслө, ямғыры ла туҡтай белмәй мыжый ҡайһы саҡ.(бесәндең ҡыҙған мәлендә бигерәк тә)
Быйыл да тәүге йәшен Урал яғынан ҡайтты.
Ҡайтһын йәшене лә, тик имен генә үтер булһын. Һыйлы йылға ишара булһын был ҡайтыу юлы, ил йорт имен булһын!