Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Апрель 2019, 11:05

Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә...

Көтәм. Ошо яҙ етеп тирә -йүн ҡош- ҡорт тауышына сумғанда, ишетмәй ҡалмайым тип тәүге кәкүк тауышын көтәм. Сыҡҡан- ингән һайын ҡолаҡтарымды ҡарпайтып тиерлек таныш өҙөк тауышты һағалайым. Ҡайҙан ишеттем тиһегеҙме был ырымды?

Йыл буйына кеҫәң аҡсанан һығылыр, тәүге кәкүк ҡысҡырғанда үҙең менән һуҡыр тинлегең генә булһа ла, тигәйне көтөү ҡаршыларға сыҡҡанда арғы урамдан Рәсимә еңгәй бер йылды. Белмәй һөйләп тормаҫтыр тип, эй ышандым ошо ырымға. Юҡ, кеҫәләрем ығып тулмаһа ла тап таҡыр булмаһын тием түлке. Иген уңһа, бесән үҫһә, сәскән - һипкәнебеҙ бураға тулһа, мал- тыуарыбыҙ эт- ҡош тешенә теймәй ризыҡҡа яҙһа шул еткән инде ауыл кешеһенә. Шау аҡса булып ята барыһы ла шул бер кеҫәгә. Кемдәндер төшөп ҡалған, анһат аҡсаға ымһынған юҡ, шулай ҙа сырт- сырт итеп кеҫәм төбөн болғай- болғай көтәм әле быйыл да тәүге кәкүк тауышын . Боронғолар бушты һөйләмәҫ...
Йорт- ҡура тирәһенә ултырып һайраһа, йә ауыл араһына төшһә ошо кәкүк тигән ҡош яман оҡшамай тип тә һөйләйҙәр.Ҡәйнәмдән ишеттем быныһын. Һепертке менән ҡыуырға кәрәк икән үҙен әгәр яҡынлаһа өйгә. Һайраған Бишҡайынында ғына һайраһын, ишетербеҙ былай ҙа, өй араһына төшмәһен инде түлке был кәкүк...