Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Март 2019, 11:43

Аҙым һайын суши-бар йәки үҙебеҙҙеке ҡайҙа?

Таныштарҙан «Ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ҡайҙа алып барырға белмәйем» тигәнен йыш ишетергә тура килә. Баш ҡалабыҙ Өфөнө генә миҫалға алып ҡарайыҡ әле. Бер генә милли аш-һыу, милли көнкүреш өлгөһө булырҙай урын атамаһын иҫләй алмайһың. Сөнки улар юҡ.

Таныштарҙан «Ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ҡайҙа алып барырға белмәйем» тигәнен йыш ишетергә тура килә. Баш ҡалабыҙ Өфөнө генә миҫалға алып ҡарайыҡ әле. Бер генә милли аш-һыу, милли көнкүреш өлгөһө булырҙай урын атамаһын иҫләй алмайһың. Сөнки улар юҡ.
Урамдан үткәндә күҙ һалығыҙ әле: япон суши-барҙары, немец һыра нөктәләре, италия пиццериялары, үзбәк кафелары, америка бургер-мактары, төрөк кофейнялары, абхаз ресторандары һәм башҡалар. «Башҡорт кухняһы» тигән бер генә урын бар, әммә уныһы ла ғәҙәти ашхана кимәлендә. Унда ғәҙәттә юлсылар, студенттар йәки эш араһында инеп тамаҡ ялғаусылар йөрөүсән. Һәр ваҡыт шығырым тулы, шау-шыулы.
Фирмалы башҡорт кухняһын күрһәтеү, милли ризыҡтарын тәмләтеп ҡаратыу һәм шул атмосферала ял итә алыу өсөн тота килеп барып инерлек урындар ҙа юҡ икән. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо тыңлатып, ҡымыҙ эсереп, башҡорт интерьерын күрһәтеп алып сығыр ер тапмаҫһың. Үкенесле лә, оят та...
Хыял иткәндә, шундай бер үҙәк булдырылырға тейештер. Ул «Башҡорт» типме, «Урал» типме аталһын, яҙыуы әллә ҡайҙан балҡып күренеп торһон. Унда милли аш-һыу нөктәләре лә, милли ризыҡҡа ғына нигеҙләнгән ресторан-кафелар ҙа, милли кейемдәр, кәсеп өлгөләре һатылһын. Йыл әйләнәһенә ҡымыҙ, буҙа, ҡорот-май кеүек ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге булһын. Асылда ҡоштабаҡтан тирмәгә тиклем ҡуйылырға мөмкин. Ҡала буйынса тырым-тырағай ултырған, күҙгә ташланмаған сувенир бутиктары ла бер урында булыр ине. Шунда уҡ башҡортса туй-фәләндәр, байрамдар, йолалар үткәреү клубы ла эшләргә мөмкин. Бар ерҙә милли биҙәктәр, милли көйҙәр, хеҙмәтләндереүсе башҡорт егет һәм ҡыҙҙары... Ҡыҫҡаһы, баш ҡалабыҙға милли гастрономик үҙәк кәрәк. Милли туризмдың башы ла ошо булырға тейеш, минеңсә.
Әлиә Исмәғилева.