АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Ноябрь 2018, 16:02

Интернетта аңлашабыҙ, интернетта яратабыҙ...

Мөнәсәбәт ҡороу, бәйләнештәр булдырыу—оло хеҙмәт, әммә бөгөн улар кәрәк тә кеүек түгел. Ә нимәгә ул? Диңгеҙҙә балыҡтар күп булған кеүек, ерҙә лә кешеләр күп бит. Береһе менән дуҫлаша, һөйләшә, аралаша алмаһаң, эргә-тирәлә башҡалары етәрлек. Ысынында, бөгөн хатта әхирәт булышыуға, серләшеүгә мохтаж тигән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла артыҡ яҡынлыҡ юҡ. Йән дуҫ булыу, тоғролоҡ һаҡлау тигән төшөнсәләр онотола бара. Хәҙер барыһы менән дә интернет аша аралашбыҙ. Һөйләшеү, фекерләшеү өсөн яҡын танышлыҡ та кәрәкмәй. Интернетҡа ин—барыһы ла бар. Теләгән темаға бәхәс ҡороп, быу сығарып әрләшеп, яңы фекерҙәр ишетеп, мәғлүмәттәр алып була...

Мөнәсәбәт ҡороу, бәйләнештәр булдырыу—оло хеҙмәт, әммә бөгөн улар кәрәк тә кеүек түгел. Ә нимәгә ул? Диңгеҙҙә балыҡтар күп булған кеүек, ерҙә лә кешеләр күп бит. Береһе менән дуҫлаша, һөйләшә, аралаша алмаһаң, эргә-тирәлә башҡалары етәрлек. Ысынында, бөгөн хатта әхирәт булышыуға, серләшеүгә мохтаж тигән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла артыҡ яҡынлыҡ юҡ. Йән дуҫ булыу, тоғролоҡ һаҡлау тигән төшөнсәләр онотола бара. Хәҙер барыһы менән дә интернет аша аралашбыҙ. Һөйләшеү, фекерләшеү өсөн яҡын танышлыҡ та кәрәкмәй. Интернетҡа ин—барыһы ла бар. Теләгән темаға бәхәс ҡороп, быу сығарып әрләшеп, яңы фекерҙәр ишетеп, мәғлүмәттәр алып була...
Һәм бөтөн ошо мөмкинлектәр кешегә дуҫ һайлауҙа ла, ишен табыуҙа ла ҡамасау-лай, уның аңында мөнәсәбәт ҡора белеү-гә, өйрәнеүгә тотҡарлыҡ яһай. Бындайҙар эргәһендә кешеһе, һайлаған ише йәки дуҫы булғанда ла башҡа варианттарҙы күҙ уңы-нан ысҡындырмаясаҡ. Бына бит, шул сайтта аҡыллыраҡ кеше бар, был һоҡланғыс фото һалған, бының яҙмалары ҡыҙыҡлы һ.б. Бөтөн был мөмкинлектәр беҙгә яңы-нан-яңы шанстар биргәндәй була. Ни өсөн бының менән генә сикләнәм әле мин, ана бит, күпкә яҡшыраҡтары бар, тип уйлайбыҙ. Башҡаларҙың комментарийҙарын уҡыйбыҙ ҙа, үҙебеҙҙең булмышҡа ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек уяна. Йәки улар яҙмаһынан бығаса үҙебеҙ күрмәгәндәрҙе, аңламағандарҙы төшөнөп ҡалабыҙ, халәтебеҙгә ризаһыҙлығыбыҙ арта төшә. Кемдәрҙеңдер ялдарын, сәйәхәттәрен, таныш та булмағандарҙың матур тормошон ҡарап, күҙәтеп үҙебеҙҙең йәшәйеште онотоп ебәрәбеҙ. Бер аяғыбыҙ менән ошонда торһаҡ та, икенсеһе менән шул интернет донъяһында күргәнебеҙгә китеп барғандай булабыҙ. Сөнки унда варианттар, мөмкинлектәр күберәк һәм киңерәк кеүек. Ноутбук, планшет экрандары аша туҡтауһыҙ тышҡы ҡуҙғытҡыстар атакаһына дусар булабыҙ. Тормошобоҙҙоң әле нисек икәнлеген күрмәйбеҙ, ә нисек булмағанын бик яҡшы күрәбеҙ, сөнки сағыштырабыҙ.
Ә шәхси тормошто бөтөн халыҡ күҙе алдына сығарыуға килгәндә? Нимә эшләһә лә, эшләмәһә лә интернетҡа һала бит хәҙер кеше. Кейем алһа ла, аш бешерһә лә, никахлашһа ла, кемдер тыуһа ла, үлһә лә. Иғтибарға мохтажмы улар шулай әллә үҙ-үҙҙәрен раҫлап маташыуҙарымы? Асылда, был кешенең шәхси «мин»енең тарҡалыуы ул. Үҙе айырым донъя, тулы, камил бөтөнлөк булыуҙан туҡтауы. Ул хәҙер массаға эшләй, уның марионеткаһына әйләнгән. Шул массаның ысын булған йәки булмаған хуплауы, лайктары, маҡтауҙарына мохтажлыҡ кисерә башлай. Ә масса иһә шул тиклем яһалма. Рәхәтләнеп алдай, ҡоторта, ялағайлана.
Интернетҡа шәхси тормошобоҙҙо сығарып беҙ уны идеал итеп күрһәтергә тырышабыҙ. Йәнәһе, ҡарағыҙ, бына мин иртәнсәк йүгерәм, бына тренажерға баҫып торам, бына мине һөйгәнем үбеп уята, бына ул сәскә алып ҡайтҡан, бына минең улымдың маҡтау ҡағыҙҙары, бына ҡыҙымдың көндәлегендәге баһалары... Fәҙәттә бы-ларҙы тормоштары ысынында идеал булмағандар ҡуя. Эске донъялары, ҡаҙаныштары, хеҙмәттәре (һ.б.) менән ҡәнәғәт булмағандар. Уларға ошо мәлдәр, ошо күп көс түгеп яһап алған, әллә ниҙә бер өлгәшкән мәлдәре шундай танһыҡ һәм ғәзиз һәм улар быны барыһына ла күрһәтергә тырыша. Тимәк, улар хистәргә, яҡшы мәлдәргә, бәхеткә һыуһап йөрөй. Ни өсөн берәү ҙә интернетҡа илап ҡыҙарған йөҙөн һалмай? Йәки төнгө сәғәт 3-тә иҫерек ире менән ғауғалашыуын тәфсирләп яҙмай? Йәки эш хаҡының етмәүе, балаларының ауырыуы, етәксеһен яратмауы тураһында анонимно ғына ташлай? Сөнки былар уның тормошонда былай ҙа етәрлек. Ул бәхетле мәлдәргә мохтаж, шул мәлдәрен барыһына ла күрһәтеп яһалма, уйҙырма булһа ла эмоциялар ала. Бының өсөн уны ғәйепләп тә булмай. Ә инде бөтөн үҙенә кәрәкле хистәре булғандар, йәшәйештә мохтажына өлгәшә алғандар йәки үҙ халәттәре менән ҡәнәғәт булған, башҡаларһыҙ ҙа камиллыҡ кисерә алғандар бәхеттәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын йәшерә, улар менән шым ғына рәхәтләнергә тырыша.
Беҙҙең заман лайктар менән һайлау, сағыштырыу, үлсәү заманы булып сыҡты. Бы-ға тиклем бер заман да яҡшы һәм яманды, матур һәм насарҙы, изге һәм яуызды алыҫтан тороп, бары ҡарап-уҡып ҡына баһаламаны һәм баһаламаған. Постар ҡуйған һәм комментарийҙар яҙғандарҙың кем икәнлеген дә, ниндәй йәшәйеш алып барғанын да, психик торошо ҡалай икәнлекте лә белмәйбеҙ. Ә инде ул кешенең әхлаҡи, рухи яҡтары хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Һәм беҙ шул билдәһеҙ, ят, алыҫта булған йәки таныһаҡ та яҡын аралашмаған кешеләрҙең фекеренә, хуплауына мохтаж. Был—деградация.
Күптән түгел Япония йәштәренең интернет, компьютер донъяһына башкөллө сумып, унан йотолоп, йәмғиәт, кешелек өсөн юҡҡа сығыуҙары хаҡында тапшырыу ҡарағайным. Унда хәҙер үҙ-ара мөнәсәбәт тотоу, парлашыу, ғаилә ҡороу алға ҡуйылмай икән. Мөнәсәбәттәр өҫтөндә эшләргә теләмәгән, аралашыуға, бер-береңде тойоуға, икенсе кешенең хистәрен уята белмәгән, күнекмәгән, хатта ул төшөнсәләрҙе онотҡан кешеләр виртуаль донъяла «йәшәй». Улар өсөн махсус программалар булдырылған һәм был мәхлүктәр шул программаларҙы һатып ала. Ундағы донъя шундай идеал! Тәбиғәте лә матур, кешеләре изге, өйҙәре шәп һәм башҡалар. Унда уларға бер насар ҡараш йә һүҙ булмай. Нимә әйтһәләр йә яҙһалар ҙа теге яҡтағылар (булмаған кешеләр, яһалмалар, фейктар) күтәреп ала, хуплай, маҡтай. Ул донъяла хатта быларҙың парҙары ла бар. Шулай уҡ идеал төҫлө һәм холоҡло ир (ҡатын) был кешенең интернетҡа ингәнен көтөп кенә тора. Был әҙәмгә теге яҡтың бер талаптары ла юҡ, йәғни бындағы мөнәсәбәттәр өсөн аҡса түләүҙән башҡа эмоциональ көс һалырға кәрәкмәй. Көймәйһең дә, ҡайғырмайһың да, көнләшмәйһең дә, бары «яратаһың һәм яратылаһың» ғына.
Япониялағы миҫал беҙҙең йәмғиәттә лә юҡ түгел. Интернет аша танышҡан «мөхәббәттәре» менән әллә нисә йылдар яҙышҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр етәрлек. Был кешеләрҙең күптәре махсус ошо эш менән шөғөлләнгән вампирҙар менән аралашыуҙарын, үҙҙәренең был кешенең ошондай командаһында унынсы-ун бишенсе булыуҙарын аңламайҙар ҙа. Әллә күпме ваҡыттарын, тойғоларын әрәм итәләр. Шул донъяға ҡапланып эргәһендәге тере донъяны күрмәйҙәр, күҙгә элмәйҙәр.
Балаларҙың донъяһын алайыҡ. Контакттағы, фейсбуктағы, инстаграмдағы. Улар хәҙер бөтөн кәңәштәрҙе лә интернеттан ала. Бер бирелгән һорауҙарына ата-әсәләрҙең дә яуаптары шәп: «Гугли». Бешереү рецептарын шунан, бала ҡарау ысулдарын шунан, ҡул эштәренә өйрәнеү—шунан, дәрес әҙерләү күптән шунан. Бынан тыш, 12-15 йәшкә етһә, беҙ уларҙың интернет тормошон тикшермәйбеҙ ҙә. Сөнки үҙебеҙ балаларыбыҙ өсөн шул интернеттан ҡыҙыҡһыҙыраҡҡа әйләндек йәки әйләнә барабыҙ. Ә тора-бара? Киләсәктә?..
Был хаҡта, беҙҙе йотоп барған интернет донъяһы тураһында күп һөйләргә була. Әммә быны үҙ аҡылы менән тойоп аңламағанға вәғәз уҡыу стенаға борсаҡ атыу ме-нән бер генә буласаҡ. Һынамаҡҡа ғына бер көн интернетҡа инмәй ҡарағыҙ әле. Яҡындарығыҙ менән күҙгә-күҙ ултырып һөйләшегеҙ, балаларығыҙҙың хәбәрен тыңлағыҙ, ҡунаҡта өҫтәл артында телефон ҡарап ултырмағыҙ. Үҙегеҙ менән бер өйҙә йәшәгән кешене тыуған көнө менән инстаграм аша ҡотламағыҙ, ә ҡосаҡлап-һөйөп тәбрикләгеҙ. Нимәгәлер ризаһыҙлығығыҙҙы сәхифәгеҙҙәге ҡыҙыу, текә постар (яҙмалар) менән белдермәгеҙ, ә проблеманың үҙегеҙҙә икәнлеген аңлап, ысынлап хәл итегеҙ. Заман заңына эйәрәм тип «Башҡорт телен өйрәнәйек» тигән кеүек яҙмаларҙы интернет селтәренә ҡуйып ҡына ҡотолмайыҡ, ә ысынлап туған телебеҙҙә һөйләшәйек. Йомғаҡлап әйткәндә, бөгөнгөбөҙҙә, реаль донъябыҙҙа йәшәйек, үҙ-ара ысын аралашайыҡ, мөнәсәбәттәр ҡорайыҡ, дуҫлашайыҡ. Ә интернетты иһә бары файҙа өсөн генә ҡуллана беләйек.
Миләүшә Ҡаһарманова.